Эстәлеккә күсергә

Меньшиков Пётр Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Меньшиков Пётр Михайлович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1918
Тыуған урыны Щучинск[d]
Вафат булған көнө 21 февраль 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Вафат булған урыны Щучинск[d], Кокчетавская область[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Щучинск[d]
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы

Пётр Михайлович Меньшиков (19181970) — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы өлкән сержанты, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, Советтар Союзы Геройы (1944).

Пётр Меньшиков 1918 йылда Курорт Боровое (хәҙер — Ҡаҙағстандың Аҡмола өлкәһендәге Щучинск ҡалаһы ситендә) станцияһында тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, тимер юлында эшләй. 1941 йылда Меньшиков Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Шул йылдың ноябренән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында[1].

1943 йылдың сентябренә гвардия өлкән сержанты Пётр Меньшиков Үҙәк фронт, 61-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы,58-се гвардия кавалерия полкының взвод командиры ярҙамсыһы була. Днепр өсөн һуғыштарҙа айырыуса батырлыҡ күрһәткән. 1943 йылдың 27 сентябрендә Меньшиков Белорус ССР-ы Гомель өлкәһе Брагин районы Нивки ауылы районында Днепр аша сыҡҡан һәм уның көнбайыш ярында немецтарҙың бер нисә контратакаһын кире ҡаға-ҡаға, дошман плацдармын яулап алыу һәм ҡулда тотоуҙа әүҙем ҡатнаша[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуар Указы менән «немец илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы» өсөн гвардия өлкән сержанты Меньшиков Петр, Ленин ордены һәм 3042-се һанлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы юғары исеменә лайыҡ була[1][2].

Һуғыш тамамланғандан һуң Меньшиков демобилизациялана. Щучинск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1970 йылдың 21 февралендә вафат була, Щучинск ҡалаһында ерләнгән[1].

Шулай уҡ бер нисә миҙал менән бүләкләнгән[1].

Щучинскиҙа Герой хөрмәтенә бер урамға Меньшиков исеме бирелгән[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Меньшиков Пётр Михайлович. «Герои страны» сайты.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
  • Герои Советского Союза — казахстанцы. Книга 2. Алма-Ата, 1968.
  • Слава башкирских конников. Уфа: Китап, 2005.