Эстәлеккә күсергә

Меңдәрҙең килешеүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Меңдәрҙең килешеүе
Нигеҙләү датаһы 1982
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тверь
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия: Тверь (часть 1)[d]
Мираҫ статусы выявленный объект культурного наследия России[d][1]
Указания, как добраться площадь Договора Тысяч
Карта
 Меңдәрҙең килешеүе Викимилектә


Меңдәрҙең килешеүе — Тверь, Мәскәү, Иваново-Вознесенск һәм Вышний Волочек ҡалаларының тармаҡ туғыҙ предприятиеһы эшселәре коллективтары араһындағы ярышы тураһындағы килешеүе һәм был килешеүҙең 50 йыллығына арналған скульптура композицияһы, шулай уҡ скульптура композицияһын төҙөүҙең 50 йыллығына арналған.

Социалистик ярыш тураһында килешеүе тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Социалистик ярыш барлыҡҡа килеүҙең тәүшарттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

20 ғинуарҙа, 1929 йылда, «Тверская правда» гәзитендә туҡыу предприятиелары сығарған продукцияның үҙ ҡиммәтен түбәнәйтеү, уның сифатын яҡшыртыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү продукция үҙҡиммәтен кәметеү өсөн Иваново-Вознесенский губернаһы эшселәрен көрәшкә саҡыра. Туҡыу Тверь фабрикаһы эшселәре делегацияһы тиҙҙән Иваново-Вознесенский губернаһының өс туҡыу фабрикаһында була. Март айында Мәскәүҙең «Трехгорный мануфактура» эшселәре Тверҙың «Пролетарка» фабрикаһын ярышҡа саҡыра.

Килешеүгә ҡул ҡуйыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тверь ҡалаһында 1929 йылдың апрелендә туҡыусыларҙың съезы була, унда туғыҙ фабриканан: Тверҙың Пролетарка мануфактураһы, Вагжанов исемендәге мануфактура, Мәскәүҙең Трехгорный мануфактураһы, Переволоцкий мануфактураһы, Вышний Волчек мануфактураһы, Иваново-Вознесенскиҙың Кохомский, Сосненский һәм Раштыуа мануфактураһынан- делегаттар ҡатнаша.

7 апрель,1929 йыл / Тверҙә дөйөм ҡала демонстрацияһы үтә, унда 20 000-дән ашыу граждан ҡатнаша. Ул тамамлағас, ун туҡыу предприятие вәкилдәре Оло Пролетар театрында социалистик ярыш тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя. Был килешеү «Меңдәрҙең килешеүе» («Илле һигеҙ меңдең килешеүе») тип атала. Ярышта 58 389 кеше ҡатнаша. Коллектив продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү, дисциплинаны нығытыу, материалдарға һәм сеймалға һаҡсыл ҡарарға, промфинплан планын һәм беренсе биш йыллыҡ планын уңышлы үтәргә йөкләмә ала[2].

Туғыҙ предприятиеның һәр береһенән 16 делегат килешеүгә ҡул ҡуя.

Килешеүҙең тексына ярашлы, ярышҡа инә[3]:

Мәскәү Трехгорный мануфактурһынан — 7 121 кеше,
Тверь Пролетар мануфактураһынан — 14 206 кеше,
Тверҙең Вагжанов мануфактураһынан — 5 874 кеше,
Переволоцкий мануфактураһынан — 335 кеше,
Вышневоловец фабрикаһынан — 9 785 кеше,
Кохомский, Раштыуа һәм Сосненский фабрикаларынан— 21 068 кеше .

Шулай итеп, ярышта 58 389 эшсе ҡатнаша. Уларҙың был ярышы артабан СССР-ҙа ударниктар хәрәкәтен килтереп сығара.

Монументаль композиция

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

7 апрель. 1979 йыл. Калинин ҡалаһында(элекке Тверҙә) килешеүҙең 50 йыллығына бағышлап төрлө байрам саралары үткәрелә. Был килешеүгә ҡул ҡуйылған Оло Пролетар театры бинаһының стенаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Кизе-мамыҡ комбинаты янында монументаль композицияға нигеҙ ташы һалына, уға «Меңдәр килешеүе майҙаны» исеме бирелә.

Композицияны асыу тантанаһы 28 декабрҙә 1982 йылда үткәрелә. Композицияның авторҙары - скульптор Е. А. Антонов һәм архитектор В. А. Фролов, монумент соцреализм стилендә төҙөлгән. Дүрт туҡыусы килешеүгә ҡул ҡуйған мәл кәүҙәләндерелгән. Улар туҡыма менән ябылған бағаналар янында тора; эшселәр артында елберҙәүсе байраҡ.

Һәйкәл майҙанын төҙөү тулыһынса 2000-се йылдарҙа тамамлана. Майҙан үҙе радиаль-түңәрәк планировка ала һәм Калинин проспектына сыға[4]

  1. Приказ Комитета по охране историко-культурного наследия Тверской области № 68 от 30.12.1999
  2. Г. Сорокин. Тверь: Гремела слава трудовая… // Позиция. — Тверь, 8 мая 2009. Архивировано из первоисточника 23 июнь 2009.
  3. Сегодня подписывается Договор Тысяч // «Тверская Правда». — Тверь, 7 апреля 1929. — № 79.
  4. Литвицкий К. В. 50-летия Договора тысяч пл.. — М.: Вишневый пирог, 2011. — 430 с. — ISBN 5-09-002630-0.