Эстәлеккә күсергә

Ғәлимов Миҙхәт Әбделнасир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мидхат Абдулнасырович Галимов битенән йүнәлтелде)
Ғәлимов Миҙхәт Әбделнасир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 июль 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Юрмаш, Өфө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 15 август 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Почёт Билдәһе» ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе

Ғәлимов Миҙхәт Әбделнасир улы (23 июль 1932 йыл) — Өфөләге 21-се төҙөлөш тресы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978). РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1967).

Миҙхәт Әбделнасир улы Ғәлимов 1932 йылдың 23 июлендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Иҫке Юрмаш ауылында тыуған. Урта белемле.

Ғәлимов Миҙхәт Әбделнасир улының хеҙмәт эшмәкәрлеге, фабрика-завод уҡытыу мәктәбен тамамлағандан һуң, 1950 йылдың сентябрендә «Башнефтезаводстрой» тресында башлана. 1954—1957 йылдарҙа Миҙхәт Әбделнасир улы Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1957 йылдың декабрендә 7-се махсуслаштырылған идара составында үҙенең бригадаһы менән бергә 21-се Өфө төҙөлөш тресына күсерелә. 1962 йылдың ноябрь айында плитасыларҙың бригадиры итеп тәғәйенләнә.

Миҙхәт Ғәлимов 21-се треста һәм Главбашстройҙа һөнәре буйынса иң яҡшыларҙың береһе булып таныла. Ул етәкләгән бригада Өфө химия заводында үҫемлектәрҙе химик һаҡлау сараларын етештереү буйынса комплекс, Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводында һыу таҙартыу ҡоролмаларын, Өфө моторҙар эшләү заводында «Москвич-412» двигателдәрен етештереү буйынса комплекс төҙөүҙә ҡатнаша.

Туғыҙынсы биш йыллыҡ заданиеһын (1971—1975) уның бригадаһы ваҡытынан алда, дүрт йыл һәм дүрт ай эсендә башҡара. Унынсы биш йыллыҡтың ике йылы планын (1976—1980) Ғәлимов Миҙхәт Әбделнасир улы бригадаһы Октябрь социалистик революцияһының 60-йыллығына тапшыра. Хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса план үтәлеше 140 процент тәшкил итә, сменаһына бер кеше иҫәбенә етештереү күләме 16,8 квадрат метр көпләү йөҙөнә етә.

Ғәлимов Миҙхәт Әбделнасир улы бригадаһы Өфө синтетик спирт заводында фенол һәм ацетон етештереү буйынса комплекс объекттарын төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. Ә. М. Ғәлимов комплекс объекттарын төҙөү срогын ҡыҫҡартыуға шәхси өлөшөн индерә. № 605, 606, 607, 608, 609 һәм 619 цехтар ваҡытынан алда, яҡшы һәм бик яҡшы сифат менән тапшырыла. Был эшләтеп ебәреү-көйләү эштәрен ваҡытынан иртәрәк башларға, фенол һәм ацетон етештереүҙе алдан ғәмәлгә индерергә мөмкинлек бирҙе. Хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса план үтәлеше 142 процент тәшкил итә, етештереү күләме сменаһына бер кешегә 16,8 квадрат метрға етә.

Бригада коллективы фенол һәм ацетон етештереү буйынса комплекс төҙөүҙе уңышлы тамамлау менән бәйле, унынсы биш йыллыҡтың өс йыллыҡ заданиеһын 1978 йылдың 7 октябренә, СССР конституцияһын ҡабул итеү йыллығына үтәргә юғары социалистик йөкләмә ҡабул итә.

1977 йылда, фенол һәм ацетон комплексында эшләп йөрөгәндә, Миҙхәт Әбделнасир улы 6 700 һумлыҡ иҡтисади һөҙөмтә биреүсе 11 рационализаторлыҡ тәҡдиме индерә.

Өфө синтетик спирт заводында фенол һәм ацетон комплексын төҙөгәндә һәм ғәмәлгә индереүҙә өлгәшкән юғары производство уңыштары өсөн, 1978 йылдың 20 декабрендә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы указы менән М. Ә. Ғәлимовҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Ғәлимов Миҙхәт Әбделнасир улы 1992 йылдың июль айында пенсияға сыға.

РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1967). Хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй .

  • Хеҙмәт геройҙары/ Башҡортостандың өс дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены тулы кавалерҙары һәм Социалистик Хеҙмәт Геройҙары тураһында белешмә./ төҙөүсе Р. А. Вәлишин [һ.б.]. — Өфө: Китап, 2011. — 432 б.: ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башҡорт энциклопедияһы. Баш мөхәррир Илһамов М. А. т. 2 . В- Ж.2006. − 624 б. ISBN 5-88185-062-9.; Башҡорт энциклопедияһы фәнни нәшриәте, Өфө ҡалаһы.

Сергей Каргапольцев. Ғәлимов Миҙхәт Әбделнасир улы. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 9 июль 2016.

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.