Эстәлеккә күсергә

Миклош Ижо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Миклош Ижо
мадьярса  Izsó Miklós
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Венгрия
Тыуған көнө 9 сентябрь 1831({{padleft:1831|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Ижофальва[d], Казинбарцикаск ярашы[d], Боршод-Абауй-Земплен[d], Венгрия
Вафат булған көнө 29 май 1875({{padleft:1875|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[2][3][4][…] (43 йәш)
Вафат булған урыны Будапешт, Австро-Венгрия[5]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз
Ерләнгән урыны Керепеши[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө скульптор
Уҡыу йорто Вена һынлы сәнғәт академияһы[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1875[1]
Сәләмәтлек торошо туберкулёз
Жанр Скульптура
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Miklós Izsó
 Миклош Ижо Викимилектә

Миклош Ижо (мадьярса  Izsó Miklós; 9 сентябрь 1831 йыл — 29 май 1875 йыл) — Венгрия скульпторы, XIX быуатта венгр милли скульптураһында күренекле вәкилдәренең береһе.

1848 йылда 17 йәшлек Миклош Ижо 1848—1849 өылдарҙағы революцияның әүҙем ҡатнашуысыһы була. Яралана. Ул кәүҙәләндергән революция юлбашсылары образдары (Л. Кошут, Петефи, Ю Бем, Л. Баттьяни, Вашвари, М. Танчич) һуңғараҡ скульптор ижад иткән портреттар галереяһына инә.

Ихтилал баҫтырылғандан һуң, сит илдә йәшәй. 1851 йылдан алып 1856 йылға тиклем скульптор Иштван Ференци етәкселегендә таш буйынса һырлауға Римавск-Собот ҡалаһында (хәҙер Словакия) өйрәнә.

1856 йылда Пешт ҡалаһына күсә. Йәш яҙыусылар, рәссамдар һәм музыканттар ярҙамы менән Венаға юллана, унда Г. Гассерҙың скульптура оҫтаханаһында, артабан Мюнхенға юл тота.

1859 йылдан алып Вена һынлы сәнғәт академияһында уҡый. 1862 йылда, Венгрияға кире ҡайтҡан һуң, үҙенең замандаштырының бюст булдырыуҙы үҙенең замандаштары (Я. Арань, Б. Эгреши, А Фай, И. Зриньи һәм башҡалар) портреттарын ижад итә.

Классицизм вәкиле.

Скульпторҙың ижад ғүмере бик ҡыҫҡа була.

Ул өс ҙур һәйкәл, шул иҫәптән Будапешттағы Петефи һәйкәлен, Венгрияның күренекле шәхестәренең күп һанлы портреттарын, ҡырҡтан ашыу скульптура төркөмдәрен һәм айырым фигураларҙы эшләй — барыһы ун биш йыл эсендә.

Туберкулёз ауырыуынан ваҡытынан алда вафат була.

  1. 1,0 1,1 RKDartists (нидерл.)
  2. 2,0 2,1 Izsó Miklós // Magyar életrajzi lexikon (венг.) / под ред. K. ÁgnesBudapest: Akadémiai Kiadó, 1967.
  3. 3,0 3,1 Miklós Izsó // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. 4,0 4,1 Miklôs Izso // Benezit Dictionary of Artists (ингл.)OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
  5. https://resolver.pim.hu/auth/PIM38051