Милош Обренович усадьбаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Милош Обренович усадьбаһы
Нигеҙләү датаһы 1831
Рәсем
Дәүләт  Сербия
Административ-территориаль берәмек Белград
Урын Белград
Хужаһы Правительство Сербии[d]
Әҫәр заказсыһы Милош Обренович[d]
Архитектура стиле архитектура барокко[d]
Мираҫ статусы памятник культуры исключительной важности[d] һәм охраняемый памятник культуры в Сербии[d]
Адрес Булевар Патријарха Павла 2, Београд
Почта индексы 11000
Карта
 Милош Обренович усадьбаһы Викимилектә

Кенәз Милош резиденцияһы (серб. Конак кнеза Милоша) — серб кенәзе Милош Обреновичтың һарай комплексының төп бинаһы, 1831—1833 йылдарҙа[1] Белградта Ғосман империяһы составында автономия статусын алғандан һуң төҙөлә. 1979 йылда Сербияның әһәмиәткә эйә булған мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә ингән[2].

Бина тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат башында Белград баш ҡала булмай, әммә Белград ҡәлғәһе Сербияның ғосман губернаторы резиденцияһы була. Шуға күрә ил автономиялы статус, ә Милош вариҫ титулы алғандан һуң, 1829—1831 йылдарҙа уның бойороғо буйынса хаким ҡатыны һәм улдары өсөн Белград үҙәгендә княгиня Любица һарайы төҙөлә. Бынан һуң шунда уҡ Топчидер паркында (шул саҡта айырым бәләкәй ҡасабала) кенәздең үҙе өсөн резиденция төҙөлә. Төҙөлөштө 1831 йылдан 1834 йылға тиклем архитектор Никола Живкович проекты буйынса мастер-төҙөүселәр Яней Михайлович һәм Николай Джорджевич алып бара. Үҙенең беренсе идаралығы (1815—1839 йылдар) ваҡытында Милош бында һирәк кенә була, сөнки уның төп резиденцияһы Крагуевацта, 1842 йылға тиклем кенәзлектең баш ҡалаһында урынлаша. Үҙенең икенсе тапҡыр власта тороу осоронда (1858—1860 йыл), 1860 йылдың 14 сентябрендә вафат булғанға тиклем, бында даими йәшәһә лә, ул уның барыбер тик йәйге резиденцияһы булып һанала[3].

Кенәз Милош үлгәндән һуң уны бер үҙгәрешһеҙ ҡалдыралар, унда мемориаль музей ойошторола. Власҡа 1903 йылда Ҡарагеоргиевичтар династияһы килгәндән һуң, Обреновичтар менән бәйле экспонаттар Халыҡ музейына тапшырыла. Резиденцияның ҡунаҡ йортонда ваҡытлыса полицейский участогы урынлаштырыла. Ике донъя һуғышы араһында бина һунарсылыҡ һәм урман хужалығы музейы булараҡ ҡулланыла, 1954 йылда Беренсе серб ихтилалы музейына әйләндерелә, ә 1966 йылдан Сербияның Тарих музейына әүерелә[4].

Архитектура үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кальян залы

Стилистик һәм архитектура күҙлегенән Милош резиденцияһы Балкан архитектура традицияһынан аҡрынлап үҙәк-Европа архитектураһы элементтарының үҫешенә күсеү этабынан тора. Беренсеһенең йоғонтоһо эске арауыҡтарҙың төҙөлөшөндә һәм түшәм көмбәҙҙәренең, стеналарҙың, нишаларҙың бай биҙәлешендә сағыла. Европа йоғонтоһо классик ҡәтғи фасадта, ҡайһы бер архитектура деталдәрендә, шулай уҡ иркен парк зонаһы объектын булдырыуҙа сағыла[1].

Төп бинанан тыш комплекс биләмәһендә Изге апостолдар Петр һәм Павел Сиркәүе һарайы, кенәз Милош фонтаны һаҡланған. Төп бинаның фасады алдында Европала иң матур һәм иң боронғо платан урынлашҡан, ботаник характерҙағы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән (Савски-Венац общинаһы муниципалитетының 352/372/79-III-03 од 1. 1. 1979 ҡарары менән). Уның йәше 170—180 йыл тип иҫәпләнә. Бейеклеге 34 метр, сатырының киңлеге 49 метр тәшкил итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Конак кнеза Милоша на сайте Министерства культуры Сербии  (серб.)
  2. Список памятников культуры Сербии на сайте Министерства культуры Сербии  (серб.)
  3. Резиденция князя Милоша в Белграде. Интересная Сербия. Дата обращения: 4 апрель 2016. Архивировано 25 апрель 2016 года. 2016 йыл 25 апрель архивланған.
  4. Конак кнеза Милоша Обреновића у Топчидеру (серб.). Историјски музеј Србије, Београд. Дата обращения: 24 апрель 2016. Архивировано 26 февраль 2015 года. 2015 йыл 26 февраль архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]