Эстәлеккә күсергә

Яҡупов Миңлеғәле Миңләхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Минигалей Якупов битенән йүнәлтелде)
Яҡупов Миңлеғәле Миңләхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 26 октябрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 февраль 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө журналист

Яҡупов Миңлеғәле Миңләхмәт улы (26 октябрь 1932 йыл20 февраль 2010 йыл) — башҡорт журналисы. 1959—1979 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.

«Ҡыҙыл флагтар менән осланған тау», «Мәңгелек ут», «Үткән ғүмер иҫтәлектәре», «Йөҙ башы, ауыл, ҡала — Ишембай», «Кем тиран-диктатор һәм кем мөртәт», «Беҙ — ленинсылар»[1] китаптары авторы.


  • 1947—1953 — Стәрлетамаҡ, 2-се балалар йорто мәктәбе (интернаты). Яҡуповтың 2009 йылда сыҡҡан «Беҙ — ленинсылар» китабы — Ленин исемендәге етем балалар өсөн 1924 йылда асылған тәүге башҡорт мәктәбе тураһында[2][3];
  • БДУ- ның филология факультеты.

Башҡортостан радиоһының Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай буйынса хәбәрсеһе; «Башҡортостан пионеры» гәзитенең баш мөхәррире, БАССР -ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының фән бүлеге мөдире, «Ватандаш» журналының яуаплы секретары.

Ҡатынын иртә юғалтҡандан һуң, ике улын һәм ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерә. Улы Ғәлим (3.09.1972, Өфө) — журналист, дәүләт эшмәкәре, 2020 йылдың 4 мартынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе[4].

Яҡташы Сахиулла Нәсибулла улы Ишембаев: «Миңлеғәле Яҡупов бик бөхтә, изге күңелле тынғыһыҙ кеше булып иҫтә ҡалған. Ул бер ҡасан да Ишембай ауылы тураһында онотмай, һәр ваҡыт яҡташтарының тормошо менән ҡыҙыҡһына һәм ауылдың барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше, Ишембай ҡалаһы, Ишембай Аҡбирҙин нәҫлҫн тарихын һаҡлау буйынса күп эшләне. Йыш ҡына тыуған яғына ҡайтып, яҡташтары менән аралашты. Айырыуса ул Ишембай ҡалаһына 2005 йылда тыуған ҡалаһы тураһында китап әҙерләгән мәлдә йыш килде. Шул саҡта мин уның менән танышып, осрашыуҙарҙа оҙатып йөрөнөм. ихтирамлы һөйләшә, һәр кемгә хөрмәт менән ҡарай ине»[2].

  • Миңлеғәле Яҡупов. Үткән ғүмер иҫтәлектәре: [Хикәйә, очерк] / Миңлеғәле Яҡупов. Өфө: Башҡортостан 1993. 157,[1] ил. 21 см
  • Миңлеғәле Яҡупов. Ишембай: йөҙ башы, ауыл, ҡала: Ишимбаевтар, Аҡбирҙиндар, Әйүповтар, Вилдановтар, Исхаҡовтар, Мостафиндар, Мөхәмәтғәлиевтар, Мөхәмәтйәновтар, Сәлимйәновтар, Хәлиловтар, Яҡуповтар. Өфө: Башҡортостан 2005. 126-се б. 22 см
  • Кагиров Р. Зал славы: Глава третья: «На середине песни недопетой» — Минигалей Яҡупов / Р. Кагиров // Подметки+.-2010.-10 март.-. 5 — се б.
  1. istoki-rb.ru/archive.php?article=152
  2. 2,0 2,1 ishimbay.ru/engine/print.php?newsid=915&news_page=1
  3. ivagant.ru/free/28844/-9-130-sentyabr-2009.pdf
  4. Ғәлим Яҡупов – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020, 4 март (Тикшерелеү көнө: 4 март 2020)