Эстәлеккә күсергә

Минск телебашняһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Минск телебашняһы
Нигеҙләү датаһы 1956
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Карта
 Минск телебашняһы Викимилектә

Минск телебашняһы — Белоруссияның баш ҡалаһы Минсктағы телебашня. Минск ҡалаһы, Коммунистик урамы, 6 адресы буйынса урынлашҡан, шунда уҡ (телеүҙәк бинаһында) ОНТ һәм СТВ белорус телеканалдары редакциялары урынлашҡан.

1956 йылдың 1 ғинуарынан алып Минск телебашняһынан Республика телевизион студияһы трансляциялай башлай. Ышаныслы ҡабул итеү радиусы 70 км-ға етә.

1967 йылдың 6 октябрендә Минск телеүҙәге тәүге тапҡыр радиореле линияһы буйынса Мәскәүҙән СЕКАМ-3Б системаһы буйынса тулы төҫлө телевизион сигнал ҡабул итә[1], хотя в то время в Минске было только 5 цветных телевизоров[2], Минск ҡалаһында ул ваҡытта 5 кенә төҫлө телевизор була. Уларҙың икеһе радиореле линияһын һәм эфирҙы контролләү өсөн Минск телеүҙәгендә ҡуйылған була, һәм телеүҙәк хеҙмәткәрҙәре төҫлө телетапшырыуҙы күрә алған беренсе кешеләр булалар.

1974 йылдың 13 сентябренән телеүҙәк даими төҫлө тапшырыуҙар алып бара.

1976 йылда инде радиотелевизион тапшырыуҙар үҙәге ҡаланан ситкә сығарыла һәм башня күсмә телевизион станциялар эше һәм Минсктан яңы үҙәккә программалар тапшырыу өсөн генә ҡулланыла башлай. Шуға күрә уны тағы ла баш ҡалала республика радиотелефон бәйләнеше булдырыу өсөн файҙаланырға ҡарар ителә. Бының өсөн 13 июль иртәһендә уникаль операция үткәреп вышканы 40 метрға тиерлек ҡыҫҡарталар — башня өҫтөндә вертолет эленеп тора, монтажлаусылар тростарҙы нығыталар һәм бер минуттан машина, секцияны күтәреп, уны Комсомол күле районында махсус йыһазландырылған майҙансыҡҡа күсерә. Һүтеүҙе бындай осраҡтарҙа ҡулланыла торған «шыуышыусы» кран ярҙамында башҡарырға ла мөмкин булыр ине, әммә быға күп ваҡыт китер ине һәм, шул уҡ ваҡытта, күп тонналы йөктө ул бейеклеккә күтәреү мөмкин түгел ине. Шуға күрә Минскта беренсе тапҡыр был операцияны монтаж эштәре өсөн тәғәйенләнгән «МИ-10К» вертолеты үҙ өҫтөнә ала (был эште Мәскәүҙең Ф. Белушкин, Н. Селиверстов, Г. Провалов һәм баш инженер А. Чубарев составындағы тәжрибәле экипаж башҡара). Артабан, 160 метр самаһы бейеклектә диаметры 20 метрға яҡын булған 8 бишәр тонналыҡ таждан торған майҙансыҡ монтажлана, унда яңы төр бәйләнеш эше өсөн кәрәк булған антенна ҡуйыла.

  • тәү бейеклеге 200 м
  • хәҙерге ваҡытта бейеклеге — 176 м.
  • өҫкө майҙаны — 160 м.
  • Телевидение в Белоруссии
  • Исторические названия районов Минска
  1. номер газеты "Вечерний Минск" от 1 ноября 1967 года
  2. Цена первых цветных телевизоров была в пределах 800-1250 рублей (по тем временам немалые деньги)