Эстәлеккә күсергә

Минус (хоҡуҡтарҙан мәхрүм итеү)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Минус

Минус — СССР-ҙа ҡабул ителгән репрессив сараларының рәсми булмаған атамаһы — ҙур ҡалаларҙа йәшәүҙе тыйыу.

Башта тыйыу өс ҡалала — Мәскәү, Петроград һәм Киевҡа тарала, шуға күрә «минус өс» тип атала. Әммә һуңынан «минустар» һаны арта бара һәм әлеге сара хөкөм ителеү срогын тултырығандарға, (төрмәлә) ултырып сыҡҡандарға ҡарата ҡулланыла башлай.

1924 йылдың 28 мартта СССР-ҙың үҙәк башҡарма комитеты «Административ ҡыуыуҙар, һөрөүҙәр һәм концентрацион лагерҙарға ултыртыуҙар өлөшөндә ОГПУ хоҡуҡтары тураһында» положениеһына ярашлы ОГПУ киләһе вәкәләттәр ала:

  • ниндәй булһа ла урындан ҡыуып сығарып, ОГПУ билдәләгән исемлеккә ингән урындарҙа йәшәүҙе тыйыу;
  • конкрет ергә урындағы ГПУ органдарының аныҡ күҙәтеү аҫтына һөргөнгә ебәреү;
  • СССР-ҙан ситкә һөрөү.

Һуңғараҡ норматив документтар менән һөргөнгә дусар ителгәндәргә 3 сикләү баҫҡысы индерелә («минус» системаһы): алты үҙәк ҡалала һәм сик һыҙатында йәшәү тыйыла, 72 губерна үҙәктәрендә йәшәү тыйыла, йәшәү урынын һөрөлөүсе үҙе билдәләй[1]

XX быуаттың 20-се йылдар аҙағында ҡайһы бер иреккә сығарылғандар ун ике «минусҡа» тиклем «ала» башлайҙар.

1932 йылдың 27 декабрендә СССР-ҙа паспорт системаһы индерелгәндән һуң йәшерен «минус» исемлеге арта бара һәм XX быуаттың 40-сы йылдарында 135 һәм унан да күберәк исем тәшкил итә.

  • Һөрөү (яза)
  • 101-се километр