Мин династияһы императорҙарының төрбәләре
Мин династияһы императорҙарының төрбәләре (Шисаньлин[1], ҡытай. 明十三陵, пиньинь Ming shisan ling, «ун өс мин кәшәнәһе») — Ҡытай Мин империяһының ун өс императорының кәшәнәләр комплексы (XV—XVII быуаттар), (өсөнсө император Чжу Диҙән башлап). Комплекс Пекиндың Чанпинг районындағы Тяньшоу тауҙары битләүҙәрендә ҡала үҙәгенән төньяҡ-көнбайышҡа табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Беренсе төрбә (Чанлин кәшәнәһе) 1409 йылда төҙөлә башлай[1].
Некрополь майҙаны яҡынса 40 км² тәшкил итә[1].
Был кәшәнә комплексы «Мин һәм Цин династияһы императорҙарының ҡәберлектәре» Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһының төп компоненттарының береһе булып тора. Уға шулай уҡ беренсе мин императоры Чжу Юаньжандың Сяолин кәшәнәһе (баш ҡалаһы Нанкин эргәһендә), Миндың башҡа ҡайһы бер эшмәкәрҙәренең кәшәнәләре, шулай уҡ Маньчжурияла һәм Пекин эргәһендәге Цин императорҙары кәшәнәләре инә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк; Миндың икенсе императоры Чжу Юньвэндың кәшәнәһе юҡ, сөнки уны өсөнсө император Чжу Ди тәхеттән төшөрә[2].
Ерләү урынын император Чжу Ди ҡытайҙарҙың баш ҡалаһын Нанкиндан Пекинға күсергәндән һуң һайлай. Уға участканың «төньяҡтың зарарлы тәьҫирҙәренән» тау сылбыры менән һаҡланған булыуы оҡшай. Император кәшәнәләренең урынлашыуы шулай уҡ фэн шуй принциптарының классик кәүҙәләнеше булып тора.
13 кәшәнә бер урында урынлашҡан, улар сит күҙҙәрҙән бейек диуар менән кәртәләнгән, шулай уҡ ысын һәм мифик хайуандар һыны менән уратылған уртаҡ «изге юлы» (шэньдао) бар[2]. Императорҙарҙың кәшәнәләре лә кәртәләп ҡуйылған[1].
1644 йылда Пекинды маньчжурҙар баҫып алғандан һуң, комплекс өлөшләтә емерелә. XVIII быуат уртаһында үҙгәртеп ҡороу үткәрелә[1].
XX быуатта өс кәшәнә археологтар тарафынан асыла һәм тикшерелә, әммә 1989 йылда комплекс территорияһында археологик эҙләнеүҙәр туҡтатыла һәм шул ваҡыттан алып яңынан тергеҙелмәй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Шисаньлин / С. А. Комиссаров, А. И. Соловьёв, М. А. Кудинова // Шервуд — Яя. — М. : Большая российская энциклопедия, 2017. — С. 42—43. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 35). — ISBN 978-5-85270-373-6.
- ↑ 2,0 2,1 Eric N. Danielson. The Ming Ancestor Tomb 2014 йыл 30 декабрь архивланған.. (= Гробница предков династии Мин)