Эстәлеккә күсергә

Михаил Фрунзе һәйкәле (Мәскәү)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Михаил Фрунзе һәйкәле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Карта

Михаил Фрунзе һәйкәлдәре — Мәскәүҙә совет хәрби һәм дәүләт эшмәкәре Михаил Фрунзеға, хәрби тактикка һәм Ҡыҙыл армияның иң әһәмиәтле хәрби етәксеһе (Граждандар һуғышында) һәйкәлдәре.

Суворов майҙанында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

55°46′54″ с. ш. 37°37′01″ в. д.HGЯO 1960 йылда Коммуна майҙанының (хәҙер Суворов майҙаны) ишек алдында, Совет армияһының Үҙәк йортона төп инеү урынында тора. Проект авторҙары-скульптор Евгений Вучетич һәм архитектор Григорий Захаров.

Бронза бюст гранит колоннаға оҡшатып эшләнгән постаментҡа ҡуйылған. Унда иҫтәлекле яҙыулы табличкала: «Михаил Васильевич Фрунзе 1885—1925» тип яҙылған. Хәрби етәксе хәрби форма кейгән, йәш итеп һүрәтләнгән.

Знаменка урамында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

55°45′02″ с. ш. 37°36′17″ в. д.HGЯO 1959 йылда совет власы йылдарында Республиканың реввоенсоветы торған һәм унда күп тапҡырҙар хәрби етәкселр рәйеслеге аҫтында ултырыштар үткәрелгән бинаның М. Фрунзе һәйкәле ҡуйылған. Проекттың авторҙары-скульптор Зиновий Виленский һәм архитекторы Зиновий Розенфельд.

Статуя хәрби форма кейгән урта йәштәрҙәге ир-егеттең һынын һүрәтләй. Бронза бюст гранит постамент өҫтөнә баҫтырылған, постаментта: «Михаил Васильевич Фрунзе 1885—1925» тип яҙылған.

55°44′14″ с. ш. 37°34′41″ в. д.HGЯO Һәйкәл 1927 йылда Девичье поле скверында, Михаил Фрунзе исемендәге хәрби академия бинаһы янында урынлаштырылған. Скульптура авторы — Меркуров Сергей.

Гранит бюст полководецты ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены ҡаҙалған хәрби формала һәм буденовкала һүрәтләй. Скульптура шул уҡ материалдан яһалған постаментҡа ҡуйылған.

  • Кремль диуарындағы Фрунзе ҡәбере янында 1947 йылда ҡуйылған һәйкәл. Авторы — скульптор Сергей Меркуров[1].
  • Һәйкәл «Фрунзе» метро станцияһының үҙәк залы ҡабырғаһында 1957 йылда ҡуйыла. Авторы — скульптор Евгений Вучетич.