Михнәтләү (Ислам)
Михнәтләү |
Михнәтләү (араб. محنة — имтихан, һынау; рус. Ми́хна) — 833 йылдан 849 йылға тиклем ислам ғөләмәләре кисергән һынау. Был һынауҙар Ғәббәси хәлифәләр Әл-Мәмүн, Әл-Мөтәсим һәм Әл-Вәсиҡ ваҡытында кисерелгән, уларҙың маҡсаты ғөләмәләр режимға күнәме-юҡмы икәнлекте асыҡлау булған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡөрьәндең ижад ителеүе тураһындағы тезисты таныған дин әһелдәре лояль тип иҫәпләнгән, ә Изге Яҙманың ижад ителгән тип танымағандар репрессия ҡорбандарына әүерелгән.
Михнәтләү әл-Мәмүн хәлифәлегендә башлана һәм барыһынан алда Бағдадта тормошҡа ашырыла. Уны быға тиклем бер нисә тапҡыр төрмәлә ултырған мөтәзили фаҡиһ Бишр әл-Мәриси, күрәһең, башлап ебәргәндер. Мөтәзили Әхмәд ибн Әбү Дуад та репрессияларҙа мөһим роль уйнаған. Ул Әл-Мөтәсим, Әл-Вәсиҡ һәм әл-Мөтәүәккил хәлифәләр идара иткән ваҡытта юғары судья (ҡаҙый әл-ҡуҙат) вазифаһын биләгән.
Михнәт ҡорбандарының береһе Әхмәт ибн Хәнбәл була. Ул хәлифәнең һынау үтеүсе махсус төркөмөнә эләгә һәм ике йыл дауамында (833—834 йылдар) уны төрмәлә тоталар. Әммә ул инанысынан баш тартмай[1]
Михнәтләү Әл-Мөтәүәккил хәлифә тарафынан туҡтатыла, ул Ҡөрьәндең килеп сығышы тураһында бәхәстәрҙе тыя. Атаһы Әхмәт Ибн Әбү Дуадты юғары судья вазифаһында алмаштырған улы Әбү-әл-Вәлид Мөхәммәт вазифаһынан бушатыла һәм 851 йылда ҡулға алына[2], михнәтләү шуның менән тамамлана[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Такое согласие считалось бы недействительным.
- ↑ Yavuz Y. Ş., 1999
- ↑ Spectorsky S. Ahmad b. Hanbal // Islamic Legal Thought: A Compendium of Muslim Jurists. — Brill, 2013. — P. 90. — 606 p. — ISBN 9789004255883.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ибрагим Т. К. и Сагадеев А. В. Михна // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 166. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Miḥna // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- İbn Ebû Duâd / Yavuz Y. Ş. // TDV İslâm Ansiklopedisi : [тур.] : 44 c.. — İstanbul : TDV İslâm Araştırmaları Merkezi, 1999. — Т. 19. — С. 430—431.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |