Миңлеғәлиев Шаһийән Миңлеғәли улы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Миңлеғәлиев Шаһийән Миңлеғәли улы (рус. Минигалиев Шагиян Минигалеевич; 5 ноябрь 1931 йыл — 2 август 1998 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡорттарҙың балыҡсы ырыуы шәжәрәһен төҙөүсе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Миңә, Асҡын районы башҡортона, халҡымдың күҙ алдында юҡҡа сығыуын күреүе бик ауыр. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарҙың, исмаһам, ҡалған өлөшөн булһа ла һаҡлап ҡалыу өсөн хөкүмәтебеҙ ашығыс саралар күрһә ине»[1]
Шаһийән Миңлеғәли улы Миңлеғәлиев 1931 йылдың 5 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Асҡын районы Солтанбәк ауылында Тутыя һәм Миңлеғәли Ғәбдрәшитовтар ғаиләһендә тыуған. Унан башҡа ғаиләлә Маҙһар (1923 йылда тыуған), Әҡсән (1927), Фәниә (1936), Мәснәүи (1942) исемле балалар үҫә.
1953 йылда Иркутск авиация-техник училищеһына уҡырға инә һәм уны 1956 йылда тамамлай.
Һуңынан Украина ССР-ы Чернигов өлкәһе Прилуки ҡалаһында ТУ-22 бомбардировщиктарын хеҙмәтләндерә.
Артабан Калуга өлкәһе Козельск ҡалаһына хәрби-төҙөлөш часына күсерелә. Бында баллистик ракеталарҙы эшләтеп ебәреү комплексын төҙөүҙә ҡатнаша.
1978 йылда отставкаға китә. Калуга ҡалаһында йәшәй һәм трикотаж фабрикаһында тәьмин итеү өлкәһендә эшләй. 1988 йылда Өфө ҡалаһына ҡайта. СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалында именлек хеҙмәтендә эшләй. Башҡорттарҙың тарихы менән ҡыҙыҡһынып, тыуған яҡты өйрәнеү менән шөғөлләнә. Башҡорт ауылдары тарихын өйрәнә, архив материалдарына нигеҙләнеп балыҡсы ырыуының шәжәрәһен төҙөй. Мәҡәләләре республика һәм район ваҡытлы баҫмаларында, «Теле барҙың — иле бар» (Өфө, «Китап», 1995) һәм 1736 йылғы Һөйәнтүҙ фажиғәһенең 260 йыллығына арналған брошюраларында донъя күрә.
1998 йылдың 2 авгусында вафат булған.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны — Ғәлиә Ахунйән ҡыҙы Ахунова (1976 йылда вафат булған), сығышы менән Урмияҙ ауылынан, мәктәп уҡытыусыһы. Улы — Олег (1958 йылғы), хәрби төҙөүсе, отставкалағы подполковник.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2021 йылдың 12 ноябрендә Солтанбәк ауылында уға иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Йәшлек» гәзите, 1992 йылдың 24 декабре.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- На родине краеведа Шагияна Минигалиева в его память открыли мемориальную доску // ИА «Башинформ». — 2021.
- Солтанбәктәр үҙҙәренең асылына тоғро // «Башҡортостан» гәзите. — 2021.
- Миңлеғәлиевтар — көслө, төплө нәҫел // «Йәнтөйәк» гәзите. — 2021.
- Солтанбәктәр асылына тоғро // «Йәшлек» гәзите. — 2021.