Эстәлеккә күсергә

Монасипов Алмаз Закир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Монасипов Алмаз Закир улы
Алмаз Закир улы Монасыйпов
Төп мәғлүмәт
Тыуған

11 июль 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1]

Үлгән

24 июль 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (83 йәш)

 Аудио, фото, видео Викимилектә

Алмаз Закир улы Монасипов (11 июль 1925 йыл — 22 июль 2008 йыл) — татар композиторы, Татарстандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ.Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1991). Татар композиторҙары араһында беренселәрҙән булып заманса музыкала бәйет, мөнәжәт, китап көйө кеүек боронғо музыка ҡатламдарына мөрәжәғәт итә. «Муса Йәлил» симфония-поэмаһы, «Туҡай аһәңдәре» вокаль-симфоник поэмаһы татар музыка классикаһы тип һанала. XX быуаттың икенсе яртыһындағы иң күренекле татар композиторҙарының береһе.[2]

Алмаз Закир улы Монасипов 1925 йылдың 11 июлендә Ҡаҙанда тыуа. Буласаҡ композиторҙың ғаиләһендә йыш музыка яңғырай: атаһы скрипкала уйнарға ярата.[3] 11 йәшендә Алмаз виолончелдә уйнарға өйрәнеү өсөн Ҡазан ҡалаһының 1-се балалар музыка мәктәбенә уҡырға инә.[3][4] Музыка мәктәбендә, унан һуң музыка техникумында (хәҙер — Ҡазан музыка көллиәте) Рувим Поляков класында уҡый.

1943 йылда 18 йәш тулыу менән, ул армия сафтарына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында солдат булараҡ хеҙмәт итә. Һуғыш тамамланғандан һуң яңынан уҡырға ҡайта. Ҡазан дәүләт консерваторияһына уҡырға инә, уны 1950 йылда профессор Александр Броун виолончель классы буйынса тамамлай.[5] Ғүмерендәге төп вазифаһын музыка тигән яҙыуы уйға инанғас, 1952 йылда ҡайтанан консерваторияға ҡайта. 1956 йылда ул икенсе тапҡыр Ҡазан консерваторияһын профессор Альберт Леман композиция классы буйынса тамамлай. 1964 йылда композитор опера-симфоник дирижерлыҡ белгеслеге консерватория буйынса аспирантураһында профессор Исай Шерман класында уҡый һәм тулы курсын тамамлай.[5]

1959-1970 йылдарҙа Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театрында дирижер булып эшләй. 1970—1973 йылдарҙа Ғабдулла Тукай исемендәге Ҡазан дәүләт филармонияһының симфоник оркестры дирижеры була.[6] 1968-1973 һәм 2000-2003 йылдарҙа Ҡазан консерваторияһында композиция кафедраһында уҡыта.

1972 йылдан композитор Мәскәүҙә йәшәй, әммә Татарстан Республикаһының музыкаль тормошонда, Татарстан Композиторҙар союзы эшендә, йәш композиторҙарҙы тәрбиәләүҙә актив ҡатнаша. 1991 йылда композиторға Татарстан Республикаһының Дәүләт бүләге бирелә.

2008 йылдың 22 июлендә Мәскәүҙә вафат була һәм Митино зыяратында ерләнә.[7]

Алмаз Монасипов — йырҙар, романстар, симфониялар, камера-вокал, эстрада һәм театр өсөн яҙылған әҫәрҙәр авторы. Етди һәм еңел музыканы бергә бәйләп, яңыса яңғырата белеүе — композитор ижадында мөһим алымдарының береһе. Моның иң яҡты миҫалы — уның «Туҡай аһәңдәре» тигән әҫәре. Композитор үҙе әлеге вокал циклын-симфоник поэма тип билдәләй.

Беренсе әҫәрҙәрендә үк Алмаз Монасипов үҙенең үҙенсәлекле стилдәге етди әҫәрҙәр ижад итергә омтыла. Композитор стиле симфония жанрында ғәйәт үҫеш таба. Уның симфониялары музыкаль-эрудициялы тыңлаусыларға адреслана, уларҙа үҙенә бер төрлө оригинал музыка алымдары ярҙамында фәлсәфәүи уйланыуҙар сағылыш таба.[8]

«Муса Йәлил» симфония-поэмаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алмаз Монасиповтың татар герой-шағирға арналған «Муса Йәлил» симфония-поэмаһы (Икенсе симфония, 1968, ми минор) ҙур дан яулай. Симфониялә батырлыҡ, һуғыш һәм дошман образдарын асыҡ кәүҙәләндереп, композитор тыңлаусыларға кеше тормошоноң мөһим мәсьәләләре тураһында уйланырға, һуғыш ҡаһармандары тураһында иҫтәлек мәңге һаҡларға өндәй.[8]

Өсөнсө симфониялә (1974) композитор кешенең донъяла үҙ урынын асыҡлау тураһында философик теманы дауам итә, яуызлыҡҡа һәм көсләүгә ҡаршы тороуҙың ҡатлылығын һәм кәрәклеген күрһәтә. Симфония музыкаһында SOS сигналы ҡыҙыҡ шифрланған. SOS сигналының ритмы кульминацион ноталарында ярҙам тураһында «ҡысҡырған» кеүек ҡалҡып сыға.[8]

«Дастан» симфонияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Композиторҙың Дүртенсе «Дастан» симфонияһы (1978) Татар симфоник музыкаһының ҡыҙыҡ үрнәге булып тора, унда күп быуатлыҡ татар мәҙәниәтенең боронғо ҡатламдарына «йән өрөлә». Алмаз Монасипов даими рәүештә боронғо бәйеттәр һәм мөнәжәттәр интонацияларын һәм ритмдарына мөрәжәғәт итә һәм уларҙы инструменталь һәм вокаль әҫәрҙәренә индерә. Татар мәҙәниәтенең рухи дөньяһын күрһәтеү мөмкинлеге композитор өсөн бөтә донъя профессиональ музыканың заманса алымдарын композитор һәм техникаһы үҫешенең яңы йүнәлештәрен күҙҙә тотып яңы киңлектәр аса.[9]

Етди музыка оҫтаһы ғына түгел, Алмаз Монасипов шул уҡ ваҡытта Татарстан республикаһы ғына түгел, унан ситтә лә тыңлаусыларҙың мөхәббәтен яулаған бик күп популяр йырҙар һәм романстар авторы булараҡ танылған.[10] Уның романстары һәм йырҙары үҙенсәлекле көйҙәре, дәртле ритмы, бай гармонияһы менән айырылып тора. Монасиповтың әҫәрҙәре эстрада оркестрҙары тарафынан да башҡарыла. Мәҫәлән, «Хыялдар» фокстроты Олег Лундстрем етәкселегендәге атаҡлы джаз-оркестр репертуарына кергән. 1975 йылда яҙылған «Туҡай аһәңдәре» вокаль-симфоник поэмаһы композиторҙың иң танылған әҫәрҙәрҙең береһе. Унда боронғо мөнәжәттәр, заманса эстрада йырҙары һәм Европа вокаль-симфония музыкаһы традициялары сағылған.[10] 1990 йылда татар профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыға хөрмәт йөҙөнән симфоник оркестр өсөн «Сәлих Сәйҙәшев музыкаль мәҙхиә» яҙылған була.

Алмаз Монасиповтың әҫәрҙәре йыш ҡына концерт сәхнәһенән, радио һәм телевидение аша яңғырай.

Алмаз Монасипов әҫәрҙәре архивы уның улы, ТРСО скрипкасыһы Йәнбәк Монасипов (рус. Джанбек Монасыйпов) тарафынан һаҡлана һәм цифрлаштырыла.

  • Симфония № 1 (1963)
  • «Муса Йәлил» симфония-поэмаһы (Симфония № 2, 1968)
  • Симфония № 3 (1974)
  • «Туҡай аһәңдәре» (вокаль-симфоник поэма)
  • «Дастан» (Симфония № 4, 1978)
  • «Сәлих Сәйҙәшев музыкаль мәҙхиә» (1990)
  • Скрипка һәм фортепиано өсөн соната
  • йырҙар
  1. Almaz Zakirovič Monasypov // MAK (пол.)
  2. Дулат-Алеев, 2007, p. 311
  3. 3,0 3,1 Алмазова, 1986, p. 102
  4. Алмазова, 1986, p. 103
  5. 5,0 5,1 Моң патшасы Алмаз Монасыйповның тууына 90 ел (тат.). Сәхнә: мәдәният һәм сәнгать журналы (31 август 2016).
  6. Моң патшасы Алмаз Монасыйповның тууына 90 ел (тат.). Сәхнә: мәдәният һәм сәнгать журналы (31 август 2016).
  7. Алмаз Монасыйпов вафат
  8. 8,0 8,1 8,2 Дулат-Алеев, 2007, p. 313
  9. Дулат-Алеев, 2007, p. 314
  10. 10,0 10,1 Дулат-Алеев, 2007, p. 315