Эстәлеккә күсергә

Монкада Тапиа Хосе Мария

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Монкада Тапиа Хосе Мария
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Никарагуа
Тыуған көнө 8 декабрь 1870({{padleft:1870|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) или 1870
Тыуған урыны Никарагуа
Вафат булған көнө 23 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Вафат булған урыны Манагуа, Никарагуа
Ерләнгән урыны Манагуа
Һөнәр төрө журналист, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы президент Никарагуа[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Либерализм
Хәрби звание генерал[d]
 Монкада Тапиа Хосе Мария Викимилектә

Хосе Мария Монкада Тапиа (исп. José María Moncada Tapia 8 декабрь 1870(18701208), Сан-дель Рафаэль Сур, Никарагуа[1] — 23 февраль 1945, Манагуа, Никарагуа) — Никарагуаның сәйәси эшмәкәре, хәрбийе, журналист, яҙыусы һәм педагог, 1929 йыл — 1933 йылдарҙа Никарагуа президенты.

Хосе Мария Монкада Тапиа бай булмаған ер биләүсе-креолдар Хосе Монкада һәм уның ҡатыны һәм Соила Тапиа ғаиләһендә тыуған. Уның ата-бабаларының береһе, Монкада Консепсьон, Гондурастан сыҡҡан, Үҙәк Америка Федерацияһының президенты Франсиско Морасандың ярҙамсыһы була, һәм эштән китеп, Никарагуа ҡалаһы Окоталдә төпләнә. Хосеның бала сағы Масатепела (Масая департаменты) ата-әсәһе йәшәгән Никарагуа күленең яры буйында үтә. Масатепела «San Carlos» колледжында башланғыс белем ала, ә һуңынан Гранадала профессор Исагирре етәкселеге аҫтында Көнсығыш милли институтта уҡыуын дауам итә. 1888 йылда, 18 йәшендә, Монкада бакалавр дәрәжәһен ала

Журналист, эмигрант, уҡытыусы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гранада университеты, Никарагуаның бөтә көньяғы кеүек, шул йылдарҙа хакимлыҡ иткән Консерватив партияның таянысы була һәм шул уҡ 1888 йылда Хосе Мария Монкада уның сафына инә. Төп ваҡытын уҡытыуға биреп, ул әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, ә 1893 йылда Гранадала «El Centinela» гәзитен ойоштора, ул бер йыл тирәһе сыға[2]. Әммә тиҙҙән Монкада консерваторҙар ихтилалында ҡатнаша һәм Гондурасҡа эмиграцияға китә[3]. Ул илдең яңы президенты либерал Хосе Сантос Селайяға ҡаршы сыға, әммә эмиграцияла консерватив партиянан сыға һәм үҙе либерал булып китә. Гондураста Монкадаға педагог булараҡ ҡына түгел, шулай уҡ журналист һәм сәйәсмән булараҡ карьераһын яһарға мөмкин була. Илдең баш ҡалаһы Тегусигальпала 1899 йылда «Patria» гәзитен сығара башлай, 1904 йылда фәнни «Мәғариф, фән һәм хеҙмәт» хеҙмәтен баҫтырып сығара, 1906 йылда доктор Мануэль Бонильяның консерватив хөкүмәтендә сит ил эштәре министры урынбаҫары вазифаһын биләй[3]. Әммә 1907 йылда Бонилья ҡолатыла һәм Белизға ҡаса, ә Х. М. Монкада Гондурасҡа сығып китергә мәжбүр була. 1908 йылда Мадридта шағир Хосе Батресе Монтуфара (1809—1844) тураһында «Cosas de Centroamérica» эссеһын баҫтырып сығара, уның өсөн Гватемаланың «Электра» журналының бүләген ала.

Яр буйы револлюцияһында ҡатнашыуы, яңы эмиграция

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1909 йылдың октябрендә Хуан Эстрада атлантик яр буйында президент Селайяға ҡаршы ихтилал күтәрә, ул Яр буйы революцияһы тигән исем ала (исп. Revolución de la Costa)[2]. Монкада тыуған иленә ҡайтыу өсөн был мөмкинлекте файҙаланып, ихтилалда ҡатнаша, 1910 йылда Эстрада хөкүмәтендә хәрби министры һәм сит ил эштәре министры вазифаһын биләй[3] һәм Манагуала «El Centinela» гәзитен баҫтырып сығарыуҙы тергеҙә. Ләкин был осорҙағы уңыштар оҙаҡҡа һуҙылмай. Никарагуалағы АҠШ илсеһе, тап Монкада президент Эстраданы 1911 йылдың 8 майында хәрби министр Луис Менаны ҡулға алырға этәрә, был хөкүмәттең тарҡалыуына килтерә тип иҫәпләй[4]. Армияның ярҙамын ала алмай, Хуан Эстрада власты вице-президент Адольфо Диасҡа тапшыра һәм АҠШ-ҡа күсеп китә. Уның менән бергә АҠШ-ҡа Хосе Мария Монкадо ла китә. 1911 йылда Нью-Йоркта ул Никарагуала таратыу өсөн «Americano Heraldo» гәзитен сығара башлай, Монро доктринаһын таныуын белдерә һәм бөтә Латин Америкаһы республикаларына уның ҡабул итергә тәҡдим итә. 1912 йылда АҠШ президенты Вудро Вильсон исеменә «Титаниктың» (The Titanic tragedy as told by Oscar one of the survivors) һәләк булыу версияһын һәм социаль донъя тураһында әҫәрен социаль һәм донъя тураһында әҫәрҙәр (The social world y La Escuela de lo Porvenir) ебәрә[5], ул аныҡ яуапһыҙ ҡала

Конституционалистик һуғыш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1913 йылдарҙа хәл үҙгәрә башлай, Адольфо Диас хөкүмәтенә фетнә күтәргән генерал Луис Мена еңелә. Хосе Мария Монкадо тыуған иленә әйләнеп ҡайта, 1914 йылда Манагуала "El Nacionalista"гәзит сығара башлай һәм дәүләт хеҙмәтенә эшкә инә. 1920 йылда ул беренсе тапҡыр буласаҡ баш күтәреүселәр хәрәкәте лидеры Аугусто Сесар Сандино менән осраша, Монкада урындағы властарҙың ҡушыуы буйынса Никоноомно ауылына килеп тегегә үҙенең ҡулланыу-һатыу кооперативын таратырға ҡуша[3]. 1921 йылда Монкада Сан-Хосела (Коста-Рика) Гондурас тарихына ҡағылышлы брошюралар — «Educación, trabajo y ciencia» (икенсе баҫмаһы) һәм «El ideal ciudadano»"Educación, trabajo ciencia y" нәшер итә[2].

Хосе Мария Монкада яҙмышында боролош булып Конституционалистик һуғыш тип аталған хәрәкәт йәки Конституционалистик революция (исп. Revolución Constitucionalista) тора. 1925 йылда Эмилиано Чаморро власты баҫып алғандан һуң, Монкада профессиональ хәрби булмаһа ла, консерваторҙар режимына ҡаршы ҡораллы ҡаршылыҡ етәкселәренең береһе була. 1926 йылдың 2 майында ул Блуфилдста ихтилал күтәрә һәм уны етәкләй, әммә 7 майҙа портҡа АҠШ флоты крейсеры «Кливленд» инә һәм тиҙҙән ихтилал баҫтырыла. Монкада Гватемалаға күсә, унда бәреп төшөрөлгән вице-президент либерал Хуан Сакас та килә, ул Монкаданы армия командующийы итеп тәғәйенләй. Улар төҙөгән план буйынса 1926 йылдың авгусында Монкада ҡабаттан Никарагуаның атлантк яры буйына ултыра[3] һәм һуғыш менәнПуэрто-Кабесаста нығына. 1926 йылдың 2 декабрендә Пуэрто-Кабесас ваҡытлыса баш ҡала тип иғлан ителә, шул уҡ көндә президент булып иғлан ителгән Сакаса Монкаданы хәрби министр итеп тәғәйенләй[3]. Монкада Коринтола АҠШ Хәрби-диңгеҙ көстәренең эсминецы «Денвер» бортында һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша, һөйләшеүҙәр ваҡытында контр-адмирал Джулиан Латимерға проблемаларҙы АҠШ күҙәтеүе аҫтында тик ирекле һәм ғәҙел һайлауҙарҙы үткәреү генә хәл итәсәк тип белдерә. Монкада менән Латимерҙың бәйләнеше ҡайһы бер либераль рәттәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, һәм армияның баш командующийы генерал Луис Бельтран Сандоваль Сакасаға американлылар менән йәшерен һөйләшеүҙәр алып барған хәрби министрҙы ҡулға алырға һәм атып үлтерегә ҡуша. Әммә Сакаса Сандовалгә Монкадаға буйһонорға бойора һәм «либералдар араһында тарҡалыу тыуҙырмаҫҡа ҡуша» [3]. 1926 йылдың 24 декабрендә Латимер Пуэрто-Кабесаты либералдар армияһынан таҙартыуҙы талап итә[3] һәм Монкада армияһы тиҙ арала ҡоралдарҙы һәм Сакасаны Пуэрто-Кабесаста ҡалдырып, яр буйына көньяҡҡа, Принсаполькаға сигенә.[6]

Ваҡиғаларҙың бындай боролошо булыуына ҡарамаҫтан, Монкада үҙенең ғәскәрҙәрен ойоштороуға өлгәшә һәм уның көстәре көнбайыш яр буйы ҡалаларына сыға башлай[7]. Февралдә улар Чинандеганы ала[7], шунан һуң хөкүмәт армияһы менән ауыр һуғыштар бара. Монкаданың төп көстәре Чонталеста уратып алына, әммә 1927 йылдың 11 мартында Аугусто Сесар Сандино отряды уларға ярҙамға килә һәм Эль-Бехуко урынында ҡамауҙы өҙә. Монкада Сандино менән Лас-Мерседеста осраша, ә һуңынан Боакитоға сыға[8]. Хәҙер либералдар армияһы баш ҡалаға янай. Хәйер, көстәрҙең ысын нисбәте билдәһеҙ ҡала: Сандино шул уҡ йылдың 12 майында ете меңлек либералдар армияһы хөкүмәт ғәскәрҙәренә өҫтөнлөк итә һәм баш ҡалаға инә алыр ине тип раҫлай, әммә Никарагуалағы АҠШ хәрби атташеһы ҡаршы тороусыларҙың көстәрен бөтөнләй башҡа баһалай: 1 600 либералға ҡаршы 3 400 хөкүмәт ғәскәрҙәре. 1927 йылдың апрель башында Никарагуаға АҠШ президентының шәхси вәкиле, АҠШ-тың элекке хәрби министры Генри Стимсон ебәрелә, ул һуғышыусы яҡтар араһында аралашсы булып сығыш яһай. Ул президент Адольфо Диастың яҡтар араһында компромисс тәҡдим иткән «Диастың Алты пункты» менән 22 апрелдә сығыш яһауына өлгәшә[9]. Монкада 48-сәғәтлек килешеүгә риза була һәм һөйләшеүҙәр башлай.

Эспино-Негро пакк

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Генри Стимсон үҙенең мемуарҙарында Монкаданы «революцияның тормошсан көсө», Никарагуала билдәле шәхес, һалдат һәм интеллектуал тип атай[10]. 1927 йылдың 4 майында Стимсон иртә менән Монкада ставкаһына килә. Рәсми осрашыу сиктәрендә Стимсон ике тапҡыр Монкада менән һөйләшә[11] . Һөйләшеүҙәр барышында консерватор ҙар армияһы 8 тәүлек эсендә ҡоралһыҙландырыулырға тейеш, либералдар контроле аҫтына алты төньяҡ департамент һәм ике — хәрби һәм эске эштәрҙең министрлығы күсергә тейеш тип ҡарар ителә[12]. Монкада Диас хөкүмәтенең хәрби министры вазифаһын баш тарта, әммә киләһе дүрт йыллыҡ мөҙҙәткә президент булырға вәғәҙә ҡабул итә. Боако кәңәшмәһендә, Сандино ҡатнашмай, либераль армия генералдары Диасты президент итеп ҡабул итмәүҙәре тураһында ҡарар ҡабул итә, әммә Стимсон был ҡарарҙы кире ҡаға, Диасты АҠШ таный һәм уны үҙгәртеп булмай тип хәбәр итә[13]. 7 майҙа генерал Монкада либерал ғәскәрҙәренә ҡорал һалырға саҡыра, ә 9 майҙа Латимер һәм Монкада ҡоралды АҠШ армияһына тапшырыу тураһында килешәләр, һәм һәр ҡорал өсөн либераль яҡлылар яңы костюм һәм 10-шар доллар ала[14]. 1927 йылдың 20 майында Пуэрто-Кабесаста Сакаса үҙ вәкәләттәрен һалыу буйынса декрет иғлан итә һәм Монкада либералдарҙың лидеры булып китә[15]. Тиҙҙән Манагуа Монкаданы еңеүсе кеүек ҡаршы ала һәм консерваторҙар уның хөрмәтенә байрам итеүгә ҡамасауламайҙар[16]. Аҙаҡ 1941 йылда баҫылып сыҡҡан, «Полушарие Свободы» китабында Монкада Эспино-Негро пакты тураһында яҙа

Сандино проблемалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Конституционалистик һуғыш тыныс тамалана, әммә генерал Аугусто Сесар Сандино Типитапелағы компромиссты ҡабул итмәй һәм артабан көрәште дауам итергә ҡарар итә. 1927 йылдың 19 майында ул Лас-Сеговиас властарына циркуляр иғлан итә, унда ошолай тип белдерә:

« Монкада етәкләгән конституционалистар хәрәкәте, күрәһең, йәшәүҙән туҡтай, һәм халыҡ тағы Америка хакимлығының һәм үҙенең юлбашсыларының ҡыйыуһыҙлығы ҡорбаны була. Монкаданың ҡаҙанышы был хәрәкәттең тыныс тамамланыуында, шул уҡ ваҡытта генерал армияның әхләҡи тарҡалыуында ғәйепле [13]. »


1928 йылдың 4 ноябрендә Америка генералы Фрэнк Росс Маккой күҙәтеүе аҫтында президент һайлауҙары үтә[17]. Унда 132 049 һайлаусы ҡатнаша. 70 310 тауыш йыйып Монкада еңә, ә уның дошманы консерватор Бенард Адольфо — 55 839 [3] (разниматься һайлау һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт. АҠШ дәүләт департаменты мәғлүмәттәре буйынса һайлауҙа Монкада өсөн 76 676 тауыш, консерватор Бенард өсөн — 56 987[18].

1928 йылдың ноябрь айында АҠШ президенты Герберт Кларк Гувер Никарагуа лидерҙары Хосе Мария Монкада , Эмилиано Чаморро һәм Адольфо Диас менән крейсер «Мэриленд» бортында осраша[19]. Либерал Монкаданы президент итеп һайлау илдә хәлде йомшартыу һәм граждандар һуғышы сәбәптәрен бөтөрөү ине[20], әммә АҠШ етәкселеге көткәнсә был килеп сыҡмай. Хәҙер Америка хәрбиҙәренең булыуы баш күтәреүселәр өсөн һуғышты дауам итеү өсөн төп сәбәп була. 1928 йылдың 20 ноябрендә Сандино шәхси хатында Консерватив һәм Либераль партияларҙы берләштерергә һәм доктор Педро Хосе Сепеда етәкселегендә хөкүмәт төҙөргә саҡырыуы тураһында хәбәр итә[21].[22][23]

« »


Президент Монкада һәм генерал Анастасио Сомоса АҠШ диңгеҙ пехотаһы янында, 1930 йыл

Сам Монкада купил скотоводческое поместье и построил виллу «Венеция» в лагуне Масайя, в Масатепе[2]. Покупка поместья на консервативном юге стали причиной обвинений в том, что президент куплен консерваторами. Мексиканский консул в Манагуа прямо написал в Мехико президенту Эмилио Портесу Хилю, о чём тот не преминул вспомнить в своих мемуарах[24]:

« Консерваторы делают всё, чтобы привлечь президента на свою сторону… В Никарагуа стало историческим законом, когда руководитель государства или посол США не могут устоять перед толстой мошной гранадских консерваторов, не скупящихся на подкуп[20]. »

Монкада тынлыҡты үҙенең позицияларын нығытыу өсөн ҡуллана, Тискап убаһында президент һарайы төҙөүҙе башлай, 1931 йылдың 4 ғинуарында уны асыу тантанаһы була, ә 1929 йылдың 31 октябрендә Манагуа департаменты ойоштора (Managua, Distrito Nacional)[25]. 1930 йылда 1917 йылда АҠШ-та эмиграцияла вафат булған президент Хосе Сантос Селайяың кәүҙәһен илгә ҡайтарып яңынан ерләү тантанаһы үтә[26]. Үҙ идаралығы осоронда Монкада Авиапочта хеҙмәтен булдыра. Туризм үҫешә. АҠШ офицерҙары ҡатнашлығында Никарагуа Милли гвардияһын ойоштороу дауам итә. Монкада АҠШ һәм башҡа төбәктәр менән «күршеләр татыулығы сәйәсәтен» дауам итә (исп. Política de Buena Vecindad) . 1930 йылдың майында Эсгуэрра-Баркенас Килешеүен ратификациялай, уның буйынса Никарагуа Колумбияға бәхәсле Сан-Андрес һәм Провиденсия утрауҙарын тапшыра[27].

Һайлау системаһын һәм власть органдарын һайлап ҡуйыуҙы тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүлә. 1929 йылдың 31 октябрендә Монкада үҙенең декреты менән һайлау законының 109 статьяһын үҙгәртеп, һайлау округтарының структураһын реформалаштыра[28].

1931 йылда муниципаль һайлауҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шишәмбелә булған көслө ер тетрәү, илгә Сандиноның ҡайтыуы илдә хәлде ҡатмарлаштыра. Сөнки ноябрь айындағы муниципаль һайлауҙар етеп килә, ул бөтә кимәлдәге һайланма властарҙың формалашыуын тамамланырға тейеш булыуын хәүеф аҫтында ҡуя, Монкада йәнә АҠШ-ты Никарагуалағы һайлау процесын контроль аҫтына алыуын һорай[29]. Монкаданың үтенесен ҡәнәғәтләндереп, һайлауҙа күҙәтеүсе булып майор Чарльз Принс тора[30]. Монкада сәйәсәте һәм тағы дүрт йыллыҡҡа үҙенең идараһын һаҡлап ҡалырға тырышҡан президенттың үҙенең маневрҙарына ҡарата консерваторҙар оппозицияһы ҡырҡа киҫкенләшә. 1931 йылдың 10 сентябрендә консерватив фирҡә муниципаль һайлауҙарҙа ҡатнашыуҙан баш тартыуы тураһында белдерә[31]. 1931 йылдың 1 ноябрендә муниципаль һайлауҙар үтә, әммә, АҠШ вәкилдәре билдәләүенсә, күп проблемалар хәл ителмәй.

Монкаданың идаралыҡ итеүе аҙағына етә. Монкада президент итеп Леонардо Аргуэльоны тәҡдим итә, әммә тулыһынса хуплау тапмай, сөнки либералдар үҙҙәре ике фракцияға бүленә. Улар Хуан Баутиста Сакасаны күрһәтә. 1932 йылда президент Монкада «Венеция» виллаһында йәшәй һәм баш ҡалаға тик власын тапшырыу тантанаһына ғына килә[32].

Отставкаға киткәндән һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хосе Мария Монкада сәйәси аренанан киткәндән һуң үҙен тулыһынса әҙәби һәм нәшриәт эшмәкәрлегенә арнай. 1936 йылда Манагуала «El Liberal» гәзите сығара, 1941 йылда «El Hemisferio de la Libertad» китабын, ә 1942 йылда «Estados Unidos en Nicaragua» китабын баҫтырып сығара.

Хосе Мария Монкада Тапиа 1945 йылдың 23 февралендә Манагуала вафат була[33] һәм Никарагуаның баш ҡалаһында Үҙәк зыяраттың билдәле кешеләр ротондаһында ерләнә.

Әҙәби эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хосе Мария Монкада ғүмере буйынса әҙәби әҫәрҙәр өҫтөндәге эштән баш тартмай. 1927 йылда ул роман «Anacaoma», романын яҙа, һәм уны бер ваҡытта ла баҫып сығармай, әммә 1929 йылда, президент булғас, 1900 йылда яҙылған «Lo Porvenir» ромаын, һәм 1901 йылда тамамланған «El Ideal Gran» романын баҫтырып сығара.

  • Moncada, José María Educacion, trabajo y ciencia: (metodo de enseñanza integral). Tegucigalpa. Tipografia Nasional, 1904
  • Moncada, J. M., & Gahan, A. C. (1912). The social world.
  • Moncada, J. M. (1913). Justice!: An appeal to the Executive Power and the Senate of the United States. New York: [s.n.].
  • Moncada, J. M., & Gahan, A. C. (1911). Imperialism and the Monroe doctrine (their influence in Central America).
  • Moncada, J. M., & Gahan, A. C. (1911). Social and political influence of the United States in Central America. New York: s.n
  • Moncada, José María. La revolución contra Zelaya. Memorias del Gral. José María Moncada. Masaya, Nicaragua 193(?). Original. Mecanografiado por Apolonio Palacios, durante la administración Moncada. Fondo Moncada IHNCA.
  • Moncada, José María. Estados Unidos en Nicaragua. Managua, D.N., Nicaragua, C.A. 1942.
  • Moncada, José, María. 1985: «Nicaragua, sangre en sus montañas». San José, California — USA."
  1. José María Moncada (исп.). Biografias y Vidas
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Jorge Eduardo Arellano. Pensamiento y personalidad de Moncada (исп.). El Nuevo Diario (2011). Дата обращения: 5 сентябрь 2012. Архивировано 30 октябрь 2012 года.(недоступная ссылка)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 3,8 Гонионский С.А., 1965
  4. Kamman., 1968
  5. Jorge Eduardo Arellano. Pensamiento y personalidad de Moncada (исп.). El Nuevo Diario (2011).
  6. :Шаблон: Sfn-ҙән сыҡҡан
  7. 7,0 7,1 Department of State, 1932, с. 71
  8. Идейное наследие Сандино, 1982, с. 129
  9. Stimson, 2004, с. 67
  10. Stimson, 2004, с. 70—71
  11. Гонионский С.А., 1965, с. 30
  12. Идейное наследие Сандино, 1982, с. 16
  13. 13,0 13,1 Идейное наследие Сандино, 1982, с. 35
  14. Гонионский С.А., 1965, с. 32
  15. MacRenato, 1991, с. 104
  16. Stimson, 2004, с. 79
  17. Шаблон: Sfn-ҙән сыҡҡан
  18. Department of State, 1932
  19. Идейное наследие Сандино, 1982, с. 185
  20. 20,0 20,1 Леонов Н.С., 1975, с. 210
  21. Идейное наследие Сандино, 1982, с. 71
  22. [[#CITEREF|]]
  23. Леонов Н.С., 1975
  24. Emilio Portes Gil. Quince años de politica Mexicana. Mexico, 1941 — p. 351.
  25. Cardenal Tellería, 2000, с. 530
  26. Гонионский С.А., 1965, с. 15
  27. Juan Antonio Castro Jiménez. Moncada, José María (1871—1945). (исп.).MCNBiografias.com.
  28. Traña Galeano, Marcia. 2000. Apuntes sobre la historia de Managua. Managua: Aldilá Editor. Р.- 178.
  29. Ramírez, Sergio, 1988, с. 109
  30. Department of State, 1932, с. 116
  31. Department of State, 1932, с. 117
  32. Гонионский С.А., 1965, с. 123
  33. Juan Antonio Castro Jiménez. Moncada, José María (1871—1945). (исп.)..MCNBiografias.com.
  • Монкада, Хосе Мария // Латинская Америка. Энциклопедический справочник.. — М., 1982. — С. 232..
  • Гонионский С. А. Сандино. — М.: Молодая гвардия, 1965.
  • Леонов Н.С. Очерки новой и новейшей истории стран Центральной Америки. — М.: Мысль, 1975.
  • Сборник. Идейное наследие Сандино. — М.: Прогресс, 1982.
  • Henry L Stimson. La Política de los Estados Unidos para Nicaragua. — Managua: Aldilà editor, 2004. — С. 112 p.. — ISBN 99924-0-327-6.
  • United States . Department of State. The United States and Nicaragua: a survey of the relations from 1909 to 1932.. — Washington, D.C.: Government Printing Office., 1932.
  • Munro, Dana G. The United States and the Caribbean republics, 1921-1933.. — Princeton: Princeton University Press, 1974.
  • Cardenal Tellería, Marco. Nicaragua y su historia: cronología del acontecer histórico y construcción de la nación nicaragüense. Volume I: 1502-1936.. — Managua: Banco Mercantíl., 2000.
  • Smith, Hazel. Nicaragua: self-determination and survival.. — London: Pluto Press., 1993.
  • Kamman, William. A search for stability: United States diplomacy toward Nicaragua 1925-1933.. — Notre Dame: University of Notre Dame Press., 1968.
  • MacRenato, Ternot. Somoza: seizure of power, 1926-1939.. — La Jolla: University of California, San Diego., 1991.
  • Ramírez, Sergio. El muchacho de Niquinohomo.. — Managua: Editorial Vanguardia., 1988.
  • Walter, Knut. The regime of Anastasio Somoza, 1936-1956.. — Chapel Hill: The University of North Carolina., 1993.
  • Barquero, Sara L. Gobernantes de Nicaragua, 1825-1947. Second edition.. — Managua: Ministerio de Instrucción Pública., 1945.
  • Manolo Cuadra. Básico Moncada Memorándumo del General
  • Cuadra Pasos, Carlos. Medio siglo de Historia. El y la serpiente Ediciones pez. 1964.
  • I Obras América de Banco Colección Cultural. 1976.
  • Cuadra Pasos, Carlos. II Obras. Colección América Banco de Cultural. 5 Ciencias Serie Nº Humanas. 1977.
  • Sánchez Gustavo Mercado
  • José María Moncada Tapia * 1871 + 1945 (исп.). Geneall.net. Дата обращения 5 сентября 2012. Архивировано 30 октября 2012 года.
  • Aldo Díaz Lacayo. José María Moncada. (исп.). Мanfut. Дата обращения 16 сентября 2012. Архивировано 30 октября 2012 года.
  • Flavio Rivera Montealegre. Datos genealógicos de los Moncada (исп.) (недоступная ссылка). EL NUEVO DIARIO (Miércoles 14 de Junio de 2000). Дата обращения 16 сентября 2012. Архивировано 30 октября 2012 года.
  • General José María Moncada (President of Nicaragua), Fernando Córdoba, Colonel Calvin B. Matthews, and General Anastacio Somoza (неопр.). Дата обращения 5 сентября 2012. Архивировано 30 октября 2012 года.
  • In front of La Escuela Jose Maria Moncada (исп.) (недоступная ссылка). — Школа имени Х. М. Монкады в Ривасе. Дата обращения 5 сентября 2012. Архивировано 30 октября 2012 года.
Алдан килеүсе:
Адольфо Диас Ресинос
Никарагуа Республикаһы президенты

1 ғинуар 19291 ғинуар 1933
Һуңынан килеүсе:
Хуан Баутиста Сакаса