Эстәлеккә күсергә

Монте-Виста ҡунаҡханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Монте-Виста ҡунаҡханаһы
Рәсем
Изображение интерьера
Донъя ҡитғаһы Төньяҡ Америка
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Флагстафф
Рәсми сайт hotelmontevista.com
Карта
 Монте-Виста ҡунаҡханаһы Викимилектә

Монте-Виста ҡунаҡханаһы (ингл.  Monte Vista hotel the) ― тарихи ҡунаҡхана, АҠШ-тың Аризона штатында Фластгафф ҡалаһының USS 66 автомобиль юлы эргәһендә урынлашҡан. Адресы Сан-Франциско-стрит урамы, 100. Ҡаланың тарихи үҙәгенең иң ҙур иҫтәлекле урындарының береһе булып тора. Өс ҡатлы апартаменттарҙа 73 номер иҫәпләнә.

Тарихы һәм тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылда Флагстаффта халыҡ һаны ныҡ арта, ҙур темптар менән туризм үҫешә ― һөҙөмтәлә ҡалаға килеүсе кешеләрҙе урынлаштырыу кәрәклеге тыуа. Ҡунаҡхана 1927 йылда урындағы астроном В.М. Слифер инициативаһы буйынса төҙөлә, ул өс йыл алдан урындағы халыҡтан бурысҡа аҡса алыуҙы һәм муниципаль облигацияларҙы сығарыуҙы ойошторған.

XX быуат мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең ҡунып сығыу урыны булараҡ билдәле. Улар араһында ― Джон Уэйн, Спенсер Трейси, Хамфри Богарт, Кларк Гейбл, Энтони Хопкинс, Эстер Уильямс һәм Барбара Стэнвик бар.

Ҡунаҡхана шулай уҡ өрәктәрҙең йәшәү урыны тигән данға эйә, беренсе сиратта ― «Өрәк коридорсы» ― ир бала, ул төн уртаһында ҡунаҡтарҙың ишегенә туҡылдата һәм улар менән һөйләшә.

Монте-Веста ҡунаҡханаһында 1942 йылғы романтик «Касабланка» драмаһының бер нисә күренеше төшөрөлә.

Monte Vista Lounge, йәки «Monte V» ― ҡунаҡхана янында популяр бар һәм күңел асыу майҙансығы