Моргачёва Мария Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мария Ивановна Моргачёва
Эшмәкәрлек төрө:

быҙау ҡараусы

Тыуған көнө:

23 февраль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны:

д. Мангушево Краснооктябрьский район (Түбәнге Новгород өлкәһе)

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР,
Рәсәй Рәсәй

Вафат булған көнө:

6 ғинуар 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (72 йәш)

Вафат булған урыны:

Богородский районы (Түбәнге Новгород өлкәһе)

Награда һәм премиялары:
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 22.03.1966
Ленин ордены — 22.03.1966 Бронзовая медаль ВДНХ

Моргачева Мария Ивановна (23 февраль 1922 — 6 ғинуар 1995) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Горький өлкәһе Богородский районы "Богородский " совхозында буҙау ҡараусы, Социалистик Хеҙмәт геройы (1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Моргучева Мария Ивановна 1922 йылда Түбәнге Нижегород өлкәһе Ҡыҙыл Октябрь районының Мангушево ауылында тыуған. Башланғыс белемде ауыл мәктәбендә ала.

1936 йылда Горький өлкәһе Богородка районы «Прожектор» колхозына эшкә урынлаша, 1940 йылдан «Богородский» совхозына быҙау ҡараусы булып урынлаша. Быҙау ҡарау буйынса йылдан-йыл яҡшыраҡ күрһәткестәргә өлгәшә. 30-40 баш малдан тәүлек артымы берәр килограмға тиклем артым алыуға өлгәшә. Быҙауҙарҙы оҫта һимертә һәм тәрбиәләй.

Һәр йыл һайын социалистик ярышта еңеүсе була уның. Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша. Һәр береһе 340—370 килограмм ауырлығында быҙауҙар күрһәтә. Уның тырышлығы арҡаһында Горький һәм күрше өлкәләрҙә мал сифатлы була.

1966 йылдың 22 мартындағы СССР Юғары Советы Президиумы указы менән ауыл хужалығындағы юғары һәм рекордлы күрһәткестәре өсөн Мария Ивановна Моргачеваға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырыла һәм

Социалистик Хеҙмәт геройы исеме бирелә.

1966 һәм 1967 йылдарҙа Горький өлкәһендә социалистик ярыш еңеүсеһе була. 1973 йылда хаҡлы ялға сыға.

1995 йылдың 6 ғинуарында вафат була[1].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәт уңыштары өсөн орден миҙалдарға лайыҡ булды:

Иҫтәлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2012 йылда Богородскта Социалистик Хеҙмәт геройҙары Аллеяһы асылды, Аллеяла Мария Ивановнаға иҫтәлегенә стенд ҡуйылды[2].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Нижегородский некрополь - Герой Социалистического Труда (М - Я). niznov-nekropol.ucoz.ru. 8 март 2020 тикшерелгән.
  2. Герои труда – с нами навсегда |. bg52.ru. 8 март 2020 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хеҙмәт геройҙары — нижегородец. — Түбәнге Новгородта, 2001.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]