Эстәлеккә күсергә

Морозов Платон Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Морозов Платон Дмитриевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1986
Һөнәр төрө судья, адвокат
Биләгән вазифаһы судья Международного суда ООН[d][1]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены
 Морозов Платон Дмитриевич Викимилектә

Платон Дмитриевич Морозов (1906 йыл1986 йыл) — юрист, халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса белгес; Санкт-Петебург дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаусы;

Платон Дмитриевич Морозов 1906 йылда Рәсәй империяһы ҡалаһы Санкт-Петербургта тыуған; юриспруденцияны үҙенең тыуған ҡалаһында өйрәнә — Санкт-Петербург дәүләт университетының (СПбГУ) юридик факультетын тамалай, шул йылдарҙа был уҡыу йорто Ленинград дәүләт университеты тип атала. Юғары белем алғандан һуң Морозов 20 йыл самаһы юрист булып эшләй: етәкселек вазифаларын биләй, СССР Генераль прокуратураһында юғары вазифалар биләй. Икенсе донъя һуғышы тамаланғандан һуң, 1946 йылда, Токио процесында суд ултырыштарында ҡатнашыусы совет делегацияһы ағзаһы була. Һуңынан, 1951 йылдан 1968 йылға тиклем осорҙа, СССР сиктәрендә эшләй: кеше хоҡуҡтары буйынса БМО Комиссияһының совет вәкиле булып тора. Шул уҡ ваҡытта СССР Сит ил эштәре министрлығында юридик бүлектең начальник урынбаҫары вазифаһын биләй. Бынан тыш, 1960 йылдан 1968 йылға тиклем, Морозов БМО Именлек Советында совет вәкиле урынбаҫары һәм, бер үк ваҡытта БМО ҡарамағында СССР даими вәкиленең урынбаҫары вазифаһын биләй.

1969 йылда Платон Морозов БМО Халыҡ-ара судының судьяһы итеп һайлана; судта эшләгән йылдарында ул ете махсус, өс айырым фекерен (ингл. Separate Opinion) һәм бер белдереү яҙа. 1985 йылдың август айында һаулыҡ торошо буйынса отставкаға китә; уның алмашсыһы булып судья Николай Тарасов тора. Морозов 1986 йылда вафат була.

  • На страже революционной законности : (Участие общественности в расследовании преступлений) / П. Морозов, Д. Бродский ; Под общ. ред. П. Пальгова. — Ленинград : изд-во и 2 тип. Изд-ва Леноблисполкома и Ленсовета, 1936. — 28 с.
  • Дипломатический словарь. Том 2, С. 293.
  • Platon Dmitrievich Morozov // The International Court of Justice 1946—1996 / Arthur Eyffinger. Kluwer Law International. Den Haag u. a. 1996, ISBN 90-411-0221-3, S. 309.