Морозов Юрий Ионович
| Морозов Юрий Ионович | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған ваҡыттағы исеме | рус. Юрий Ио́нович Моро́зов |
| Тыуған көнө | 5 август 1949 (76 йәш) |
| Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | эшҡыуар, сәйәсмән |
| Биләгән вазифаһы | Премьер-министр Южной Осетии[d] |
| Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
| Сәйәси фирҡә ағзаһы | Единство[d] |
Морозов Юрий Ионович (5 август 1949 йыл) — СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең хужалыҡ эшмәкәре. 2005—2008 йылдарҙа Көньяҡ Осетия премьер-министры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрий Ионович Морозов 1949 йылдың 5 авгусында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған.
Өфө нефть институтын тамамлаған. 2005 йылда Курск яғыулыҡ компанияһының коммерция директоры булып эшләй.
2005 йылдың 4 июлендә Көньяҡ Осетия парламенты Ю. И. Морозовты премьер-министр итеп тәғәйенләй, уның кандидатураһын республика президенты тәҡдим итә. Рәсәй гражданын Көньяҡ Осетия Республикаһы премьер-министры итеп тәғәйенләнеүен Грузия етәкселеге ҙур ҡәнәғәтһеҙлек менән ҡабул итә[1]. 2006 йылда Көньяҡ Осетия Республикаһы Президентын ҡабаттан һайлағандан һуң Ю. И. Морозов үҙ вазифаһын һаҡлап ҡала.
2008 йылдың 18 авгусында президент Эдуард Кокойты хөкүмәтен отставкаға ебәрә һәм премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп Борис Чосыевты тәғәйенләй.
2008 йылдан алып «Стройпрогресс» комапниялар төркөмөнөң өлкән вице-президенты вазифаһын биләй.