Моряков Юрий Петрович
Моряков Юрий Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 27 февраль 1937 |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 5 март 1997 (60 йәш) |
Вафат булған урыны | Баймаҡ районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | агроном |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Моряков Юрий Петрович (27 февраль 1937 йыл — 5 март 1997 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Баймаҡ районы Ленин орденлы «Йылайыр» совхоз-техникумы агрономы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған агрономы (1980)[1]. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976)[2]. Сәғит Мифтахов премияһы лауреаты (1982)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрий Петрович Моряков Өфө ҡалаһында 1937 йылдың 27 февралендә ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2]. Атаһы һуғыштан ҡайтмай. 1960 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң Баймаҡ районындағы «Победа» (һуңынан — «Рассвет») колхозында агроном булып эш башлай (1960—1962). Артабан Моряков Ю. П. «Һәүәнәк» (1962—1964) һәм «Баймаҡ» (1968—1973) совхоздарында, Баймаҡ тәжрибә-етештереү хужалығында (1964—1968) агроном булып эшләй[1][3]. Әммә ғүмеренең байтаҡ өлөшөн 1973 йылдан алып ошо данлыҡлы совхозға арнай (25 йыл), агрономия хеҙмәтен етәкләй, уның етәкселеге аҫтында совхоз бөтә илгә билдәле уңыштарға ирешә.
Юрий Петрович халыҡ академигы Т. С. Мальцевтың иң сағыу уҡыусыларының береһе була, күп тапҡыр уның менән осраша, уның методы буйынса Урал аръяғында тупраҡ һаҡлай торған игенселек алымдары, шулай уҡ бригада подряды, аренда подряды, тулы хозрасчет һәм үҙ-үҙеңде финанслау кеүек хеҙмәт ойоштороу буйынса алдынғы ысулдар индерелә. Уның тәжрибәһен Урал аръяғының башҡа райондаында ла ҡуллана башлай. Тәрән белемгә эйә булыуы, ергә хәстәрлекле ҡарашы, фән менән дуҫ булыуы уны юғары игенселек уңыштарына алып килә. Фәнни баҫмаларҙа һәм киң матбуғат биттәрендә әленән-әле сығып торған мәҡәләләре һәр ваҡыттағыса ауыл хужалығы белгестәре, ябай игенселәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Моряков Юрий Петрович ҡоролоҡло райондарҙа игенселек буйынса 30 фәнни-популяр мәҡәләләр авторы[3].
Ул ауыл хужалығы өлкәһендә бик күп иҫ киткес етәкселәр һәм белгестәр үҫтерҙе, ер-әсәгә, игенсе һөнәренә һөйөү тәрбиәләне. Үҙенең фиҙакәр хеҙмәте, яуаплылығы, ойоштороу һәләте һәм коллективта тәрбиәүи эштәр алып барыуы менән Юрий Петрович Моряков районда ғына түгел, бөтә республикала абруй ҡаҙанды. Уның өсөн Баймаҡ районындағы «Йылайыр» совхоз-техникумы, Урал аръяғы ерҙәре эш урыны ғына булманы, ул ошо ҡырыҫ яҡты, ошо эште бөтә йөрәге, булмышы менән яратты.
Күренекле агрономдың 60 йәше тулыу айҡанлы Баймаҡ район «Октябрьское знамя» гәзитендә (27 феврал 1997, 22-се һан) һәм «Известия Башкортостана» гәзитендә («Патриот земли зилаирской. Осознанный выбор: хлебороб (К 60-летию знатного агронома района и республики Ю. П. Морякова» мәҡәләһе) Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәшит Үтәевтың мәҡәләһе сыға. Мәҡәләлә Моряков үҙгәртеп ҡороу осоронда килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәклеген билдәләй, булған уңыштарҙы юғалтыу сәбәптәрен эҙләй:
«Сифатлы сәсеү материалы проблемаһы килеп тыуа. Йыш ҡына орлоҡто беҙ буш хаҡҡа ғына элеваторға бирәбеҙ, уға алмашҡа ул тиклем сифатлы булғанды алмайбыҙ. Быға тиклем юҡ-юҡ та Ҡаҙағстан ҡотҡарып торҙо. Ә хәҙер ул башҡа дәүләт булып китте. Кем ярҙам итер һуң? Көрсөктән сығыу юлдары дәүләт орлоҡ страховой фондтар булдырыуҙа. Район масштабында ғына түгел, ә бөтә Башҡортостан, хатта Рәсәй буйынса. Революцияға тиклемге Рәсәйҙә крәҫтиәндәр был мәсьәләгә айырым иғтибар иткән. Урта хәллеләрҙең ғәҙәттә бындай осраҡтарға — ике йыллыҡ, унан да байыраҡтарҙың — өс йыллыҡ резервы булған»[2].
Моряков баҫыусылыҡҡа етәкселәрҙең иғтибарын аҙ бүлеүен билдәләп үтә, матди ресурстарҙы бүлгәндә төп өлөш малсылыҡҡа, шунан төҙөлөшкә индерелә, ҡалғаны ғына (әгәр ҡалһа) — баҫыусылыҡҡа, ти. Иген урыу ваҡытында иғттибар көсәйә, әммә уңыш булһын өсөн йыл әйләнеһенә иғтибарҙы кәметергә ярамай, тип һанай тәжрибәле агроном һәм үҙ борсолоуҙарын йәшермәй: бөтә бәләне илдең тарҡалыуы менән генә бәйләргә ярамай, 1992 йылдан техника яңыртылмай, баҫыуҙар ашланмай тиерлек, хеҙмәт ойоштороу эше бик насар, иң яҡшы игенселәр совзоздан китә һәм фермерлыҡҡа күсә, улар менән, улар аша — ер менән ярашыр кәрәк, ти ул.
Урындағы «Сиҙәм» музейында Ю. П. Моряковтың ҡулдан яҙылған «Урал аръяғы икмәге» («Хлеь Зауралья») исемле китабы һаҡлана, был китапты автор 1988 йылда яҙған. Китапта Йылайыр совхозы тарихы, уның үҫеше кәүҙәләндерелә, игенселек, хеҙмәт ойоштороу, яңы хужалыҡ итеү формалары проблемалары, Йылайыр игенселәрненң традициялары тураһында яҙылған[4].
1997 йылдың 5 мартында Моряков Юрий Петрович вафат була.
Баймаҡ районы «Йылайыр» совхоз-техникумы үҙәге Яковлевка ауылы зыяратында ерләнә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған агрономы (1980)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976)
- Сәғит Мифтахов премияһы лауреаты (1982)
- «Советская Башкирия» гәзите лауреаты
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2001 йылда Баймаҡ районында Ю. П. Моряков исемендәге күсмә кубок булдырыла, уның менән район ауыл хужалығы предприятиеһының иң яҡшы агрономы бүләкләнә[1].
- Моряков исеме Баймаҡ ҡалаһы урамына бирелгән
- «Йылайыр» МУСП-ның махсуслаштырылған бригадаһы Моряков исемен йөрөтә
- Ю. П. Моряков исеме «Башкортостан» ҡыҫҡа энциклопедияһына индерелгән[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Моряков Юрий Петрович
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Сказание о земле Баймакской. Уфа, Изд. «Слово», 1998 г., стр. 155—158
- ↑ 3,0 3,1 Баймакский край. Энциклопедическое и краеведческое издаани. Китап, Уфа-2002, 283 бит.
- ↑ 4,0 4,1 [Т. Н. Лаврусенко. Больше чем агроном. Октябрьское знамя, № 42,14 апрель, 1997 г.]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы — Моряков Юрий Петрович 2020 йыл 26 июнь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 25 июнь 2020)
- Моряков Юрий Петрович