Моталова Замира

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Моталова Замира
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Uzbekistan.svg Үзбәкстан
Тыуған көнө 11 май 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (92 йәш)
Тыуған урыны Ташкентская область[d], СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы

Замира Моталова (11 май 1930 йыл — билдәһеҙ) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Ташкент өлкәһенең Урта Чирчик районы Ильич исемендәге колхозда звено башлығы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1947).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Моталова Замира 1930 йылда Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе Урта Чирчик ҡышлағында үзбәк ғаиләһендә тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген бик иртә башлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән ололар менән бер рәттән урындағы Ильич исемендәге колхозда мамыҡ баҫыуында эшләй. Ун дүрт йәшендә Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. Замира һуғыш йылдарында хеҙмәткәр-бала символы булып һанала[1].

1946 йылда Моталова Замираның звеноһы юғары уңыш ала. 5 гектар майҙанда һәр гектарынан 101 центнер мамыҡ ала. 17 йәшендә ул Социалистик Хеҙмәт Геройы була

СССР Юғары Советы Президиумының 1947 йылдың 19 мартындағы указы менән ауыл хужалығында юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне һәм мамыҡтың юғары уңышын алғаны өсөн Замира Моталоваға Ленин ордены менән ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы» тапршырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Артабан да колхозда эшләүен дауам итә. Һуңыраҡ Мотал Ҡәйүмов етәкселеге аҫтында колхозда бригадир итеп тәғәйенләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1947)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (19.03.1947)
  • ике Ленин ордены (19.03.1947, 27.04.1948)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (25.12.1944)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (23.01.1946)
  • «Өлөгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы (06.02.1947)
  • башҡа миҙалдар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. kakula. 11 мая родились... . Обсуждение на LiveInternet - Российский Сервис Онлайн-Дневников (билдәһеҙ). www.liveinternet.ru. Дата обращения: 15 март 2020.
  2. Мокшанцев, Георгий Константинович - Замира Муталова [Текст : [Звеньевая хлопководческого колхоза им. Ильича Средне-Чирчик. района. Ташкент. обл.] - Search RSL]. search.rsl.ru. Дата обращения: 15 март 2020.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]