Мрозовская Елена Лукинична
Мрозовская Елена Лукинична | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы РСФСР СССР |
Тыуған көнө | һуңыраҡ түгел1892 |
Тыуған урыны | Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1941[1][2] |
Вафат булған урыны | Репино[d], Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | фотограф |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Мрозовская Елена Лукинична Викимилектә |
Мрозовская Елена Лукинична (ҡыҙ фамилияһы Княжевич, 1892(?) — 1941) — Черногория сығышлы беренсе урыҫ профессиональ фотографы, педагог.[3]
Тормошо һәм карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мрозовскийҙың ағаһы Владимир Павлович Мрозовский инженер-механик һәм рәссам була, ә уның ағаһы — Иосиф Иванович Мрозовский 1915 — 1917 йылдарҙа, булмай, Мәскәүҙең хәрби генерал-губернаторы[4]. Мрозовская башта уҡытыусы һәм һатыусы булып эшләй. Фотография менән һәүәҫкәр булараҡ шөғөлләнә башлай; в 1892 йылда ИРТО ҡарамағындағы фотографическая ирто бүлегендә V Светопись бүлегененең фотографиялар курсын тамамлай. Белемен, нәфис фотография менән мауығып, Парижда Надарҙа таммалай[3][5]. Санкт-Петербургҡа ҡайтып, 1894 йылда студия аса. 1897 йылда Елена Санкт-Петербургта Рус ҡатын-ҡыҙҙарының үҙ-ара хәйриә йәмғиәте ҡарамағындағы Ханымдар фотография түңәрәге ағзаһы була. 1913 йылда Мрозовскаяның фотоательеһы «Елена» урыҫ-славян ҡатын-ҡыҙҙары әҙәби-фотография ательеһы» итеп үҙгәртелә, һуңынан ул «Ҡатын-ҡыҙ хеҙмәте йорто»ноң бер өлөшө булырға тейеш була. 1920 йылда ул Серово районында йәшәй. 1941 йылда Репинола вафат була[6].
Эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мрозовскаяның һүрәттәре араһында Николай Римский-Корсаков[5], Матильда Кшесинская[4], Вера Комиссаржевская, Анастасия Вяльцева һәм шул замандағы башҡа рәссамдар, актерҙар һәм яҙыусылар бар[3]. Уның 1896 йыл башында төшөргән Санкт-Петербург консерваторияһы фотоһүрәте, консерваторияның иң тәүге һүрәттәре иҫәбенә инә. 1897 йылда ул Император Музыка йәмғиәтенең рәсми фотографы тип таныла. 1897 Стокгольмда халыҡ-ара күргәҙмәлә бронза миҙал, һәм 1900 йылда Парижда бөтә донъя күргәҙмәһендә көмөш миҙал яулай. 1898 йылда ИРТО-ның бишенсе фотокүргәҙмәһендә, шулай уҡ 1905 йылда Льежда бөтә донъя күргәҙмәһендә, 1911 йылда Петербургта «Фотографические новости» журналының беренсе күргәҙмәһендә ҡатнаша. 1897 йылда Еленаға «Санкт-Петербург консерваторияһы фотографы» почетлы исеме бирелә. 1903 йылда Елена Морозовскаяны Ҡышҡы һарайға Николая II йорто ойошторған иң ҙур байрамға юғары сығышлы персоналарҙы төшөрөргә саҡыралар.
Елена Мрозовская Император Техник йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
Коллекциялары һәм экспонаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Княгиня Ольга Орлованың 1903 йылда Ҡышҡы һарайҙа балда төшөрөлгән һүрәте Эрмитаж коллекцияһында һаҡлана. Ул музейға в ҡалаһында 2003 йылда Лондонда Сомерсет-Хаустан Санкт-Петербургтың 300 йыллығын байрам итеүгә арнап ойошторолған күсмә күргәҙмә сиктәрендә тапшырыла[7]. Икенсе «Портрет девушки в костюме малой России» Мәскәү фотографиялар йортонда һаҡлана һәм 2013 йыл башында Рәсәй мәҙәниәт министрлығы ойошторған күргәҙмәлә Амстердамда күрһәтелә[8]. Мрозовскаяның күп фотолары Санкт-Петербург консерваторияһы коллекцияһында[5] һәм Мәскәүҙә М. И. Глинка исемендәге музыка мәҙәниәте музейында һаҡлана. Бер нисә һүрәте Рәсәй дәүләт әҙәбиәт һәм сәнғәт архивы коллекцияһында[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Elena Lukinichna Mrozovskaya // https://pic.nypl.org/constituents/386463
- ↑ Elena Lukinična Mrozovskaâ // MAK (пол.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Бархатова, Е.В., «Мрозовская Елена Лукинична», Runivers, <http://www.runivers.ru/doc/d2.php?CENTER_ELEMENT_ID=150875&PORTAL_ID=7957&SECTION_ID=6786>. Проверено 18 октябрь 2013..
- ↑ 4,0 4,1 Chuilon, Jacques, «Mattia Battistini: King of Baritones and Baritone of Kings», Scarecrow Press, <https://books.google.com/books?id=F5sUdc_816sC&pg=PA316>.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 «Елена Мрозовская: первая русская женщина-фотограф», rosphoto.com, <http://www.rosphoto.com/history/elena_mrozovskaya-1054>.
- ↑ Pachmuss, Temira, «A moving river of tears: Russia's experience in Finland», P. Lang
- ↑ «Viewfinder: Princess Orlova-Davydova», June 14, 2003, <http://www.telegraph.co.uk/culture/3596554/Viewfinder-Princess-Orlova-Davydova.html>.
- ↑ «Color Photography In Russia: 'Primrose' Exhibit Features Amazing Vintage Snapshots Of The Motherland», Huffington Post, December 19, 2012, <http://www.huffingtonpost.com/2012/12/18/primrose-russian-color-photography-exhibit-at-foam_n_2324225.html>.
- ↑ Mrozovskaya, Helena Lukinichna 2013 йыл 19 октябрь архивланған., Russian State Archive of Literature and Art, retrieved 2013-10-18.