Эстәлеккә күсергә

Мурзинка (Горноуральск ҡала округы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мурзинка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Свердловск өлкәһе

Ҡала округы

Горноуральский

Координаталар

57°41′25″ с. ш. 61°01′01″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1639 у

Халҡы

347[1] кеше (2010)

Агломерация

Нижнетагильск

Конфессиональ составы

православ христиандары

Телефон коды

+7 34370

Почта индексы

622928

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

66, 96

ОКАТО коды

65 232 848 001

ОКТМО коды

65 717 000 366

ГКГН номеры

0688901

Мурзинка (Рәсәй)
Мурзинка
Мурзинка
Мурзинка (Горноуральск ҡала округы) (Свердловск өлкәһе)
Мурзинка

Мурзинка — Рәсәйҙең Свердловск өлкәһендәге Горноуральск ҡала округына ҡараған боронғо урыҫ ауылы. Урыҫ халыҡ кәсептәре — урал ташын һырлау оҫталығы үҙәге.

Ауылда— 400 тирәһе кеше йәшәй.

Халыҡ иҫәбе
2010[1]
347

Ауыл Урал тауҙарының көнсығыш битләүендә, Екатеринбургтан төньяҡҡа 120 км һәм Түбәнге Тагилдан көньяҡ-көнсығышҡа 81 км алыҫлыҡта, Нейва йылғаһы ярында урынлашҡан. Мурзинка аша Алапаевск — Мурзинка — Петрокаменка — Николо-Павловка, автомобиль юлы үтә, ул Алапаевск ҡалаһын Түбәнге Тагил менән тоташтыра.

Мамин-Сибиряк буйынса, был урындарҙа татар мырҙаһы йәшәү сәбәпле Мурзинка (Мырҙаҡай) исеме барлыҡҡа килгән[2]. Ауылға 1639 йылда баяр улы Андрей Буженинов Верхотур трактын һаҡлаусы Мырҙа бастругы булараҡ нигеҙ һалған. Мурзинская елань тип тә, Мурзинский острог тип тә аталған. 1662 йылда Мурзинка татар-башҡорт-вогул сапҡынсылары тарафынан яндырыла.

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылда фельдшер пункты, почта, магазин һәм ауылдың иҫтәлекле урыны — Минералогия музейы бар. Музей бинаһында шулай уҡ мәҙәниәт йорто (ауыл клубы) һәм православие ғибәҙәтханаһы урынлашҡан.

Мурзинкаға Түбәнге Тагил һәм Алапаевск ҡалаларынан автобуста барырға мөмкин.

Виноград (йөҙөм) еләктәре һынланған пресс-папье. Екатеринбург һырлау (гранильный) фабрикаһы. Музей им. Ферсман исемендәге музей, Мурзинка

Ауыл Уралдың аҫыл таштарға бай һыҙаты тип аталған биләмәһендә урынлашҡан һәм Мурзинка-Адуй мегаантиклиналь йыйырсығына ҡарай. Мурзинка үҙенең зәңгәр һары яҡуты (топаз), берилдары, пегматиты, тау гәлсәре һәм башҡа ҡиммәтле минералдары менән билдәле.

Урта Уралдағы Мурзинка ауылы районындағы пегматиттар XVII быуаттан алып билдәле була. Михаил Тумашев 1668 йылда «Нейва йылғаһы буйындағы тауҙарҙа, Мурзинка острогы янында төҫлө таштар һәм баҡыр мәғдәне» табыуы тураһында иғлан итә. 1669 йылда Мурзинка эргәһендә тәүге аквамарин сығарыла[3][4]. Бында йәшәгән халыҡ быуындан быуынға аҫыл таштар табыу һәм сығарыу, таш уйыу сәнғәте менән шөғөлләнгән[5]. Аҫыл таштарҙы хатта император һарайына ла тапшырылған[6]. Драгоценные камни поставлялись даже к императорскому двору[7].

Ауыл эргәһендә Мокруша (топаздар) йәки Ватиха (аметистар сығарыу шахтаһы) кеүек билдәле ятҡылыҡтар урынлашҡан. Ятҡылыҡтарҙың күбеһе эшкәртелгән тип иҫәпләнә, ләкин хатта уларҙың емереклектәре лә һаман таш һөйөүселәрҙе йәлеп итә.

А. Е. Ферсман исемендәге Минералогик музей. Мурзинка ауылы

1964 йылда Мурзинкала билдәле Урал таусыһы Д. К. Зверевтың ейәне — Иван Зверев башланғысы буйынса ойошторолған А. Е. Ферсман исемендәге Минералогия музейы асыла[8]. Д. К. Зверев П. П. Бажовҡа «Малахит ҡумта» урал хикәйәттәре персонажы Данила мастер (оҫта) прототибы булып хеҙмәт иткән[9]. Әйтергә кәрәк, Мәскәүҙә шундай уҡ исем йөрөткән Рәсәй Фәндәр академияһының музейы эшләй. Мурзинка музейы 1729 йылда мәхәллә кешеләре аҡсаһына төҙөлгән Сретенск сиркәүенең бинаһында урынлашҡан. Экспозицияла урындағы минерал өлгөләре, боронғо таш уйыу ҡулайламалары, крәҫтиәндәрҙең көнкүреш әйберҙәре күрһәтелгән.

Ауылда күп профилле «Самоцветы Мурзинки» ЯСЙ-е эшләй.

  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области. Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
  2. Д. Н. Мамин-Сибиряк. Самоцветы: Очерки [1](недоступная ссылка).
  3. "… начались разведки месторождений, известных ещё раньше, как слобода Мурзинка, в которой крестьянин Тумашев в 1667 г. нашел 3 топаза, 3 камня «с лаловыми искрами» и 2 изумруда.« По И. И. Симанов, Город Екатеринбург, 1898 г.»
  4. Сайт о драгоценных камнях [2] 2009 йыл 29 ғинуар архивланған..
  5. Институт истории и археологии РАН [3](недоступная ссылка)
  6. Институт истории и археологии РАН [4](недоступная ссылка)
  7. Сайт о минералах kristallkluft.de [5] 2010 йыл 6 июль архивланған.
  8. Сайт об истории Нижнего Тагила и его окрестностей
  9. Данила Зверев 2021 йыл 27 сентябрь архивланған.
  • Рычков А. В. Режевские сокровища. — Уральский университет, 2004. — 40 с. — 1500 экз. — ISBN 5-7996-0213-7.

Ҡалып:Населённые пункты Горноуральского городского округа