Эстәлеккә күсергә

Мурзин Александр Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мурзин, Александр Николаевич битенән йүнәлтелде)
Мурзин Александр Николаевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 19 (31) август 1885
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 22 декабрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө медицина
Уҡыу йорто Мәскәү университетының медицина факультеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Мурзин Александр Николаевич (19.08.1885 — 22.12.1954, Ҡазан) — совет ғалимы, табип, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.

1885 йылдың 19 авгусында Мәскәү ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Мәскәү университетын табип дәрәжәһендә (1909, тик бишле билдәһе менән) тамамлаған. Калуга губернаһының Подбужье ауылында участка земство табибы, шунан Мәскәү губернаһының Богородск өйәҙендә туҡыу фабрикаһы табибы булып эшләй.

1913—1925 йылдарҙа Һарытау университетының күҙ клиникаһы ординаторы һәм ассистенты. 1924 йылда «Операция Эллиота» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1925 йылдан башлап Урта Азия дәүләт университетының (Ташкент) күҙ ауырыуҙары кафедраһы профессоры һәм мөдире. Ҡара-ҡалпаҡта, Хорезм, Ҡашҡадаръя һәм башҡа өлкәләрҙә трахома, глаукома һәм конъюнктивитты дауалау өсөн офтальмология үҙәктәре ойошторай.

1932 йылдан Ҡазан табиптарҙың белемен камиллаштырыу институтының (ГИДУВ) күҙ ауырыуҙары кафедраһы мөдире һәм Ҡазан трахома ғилми-тикшеренеү институты директоры. Ҡазан табиптарҙың белемен камиллаштырыу институтының күҙ клиникаһын һәм ғилми-тикшеренеү институтын берләштереүгә өлгәшә. Һуғыш осоронда — эвакуацион госпиталдәр консультанты.

1951 йылдан Ҡазан дәүләт медицина институтының күҙ ауырыуҙары кафедраһы мөдире.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1941),

- Ике Ленин ордены,

- «Почет билдәһе» ордены,

- ике миҙал,

- «һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе.

  • Трахома [Текст] / Заслуженный деятель науки проф. А. Н. Мурзин. — Москва : Медгиз, 1942. — 26 с.; 20 см.
  • Комбинированные огнестрельные повреждения орбиты, носа и придаточных пазух. К., 1943;
  • Руководство для работников трахоматозных пунктов. М., 1944;
  • Современное состояние вопроса о лечении трахомы // Сб. тр. Врачебно-санитарной службы Казан. ж.д. 1950. Вып. 3.