Мурясова Әлфиә Әхәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мурясова Әлфиә Әхәт ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 3 октябрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (32 йәш)
Тыуған урыны СССР, Өфө
Һөнәр төрө спортсы
Квалифицирован для ҡатын-ҡыҙ спорты[d]

Әлфиә Әхәт ҡыҙы Мурясова (фамилия Хасанова; 3 октябрь 1988, Өфө) — Рәсәй еңел атлеты, чемпион һәм Рәсәй Кубогына эйә булыусы. Оҙон һәм уртаса дистанцияла шөғөлләнә (1500 м, 5000м). Рәсәйҙең спорт мастеры (2009).

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мурясова Әлфиә Әхәт ҡыҙы еңел атлетика буйынса 21-се үҫмерҙәр балалар спорт мәктәбе һәм Башҡорт физик культура институты тәрбиәләнеүсеһе. Башҡортостан һәм «Динамо» спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай, шулай уҡ Мәскәү өлкәһе өсөн сығыш яһаған. Тренеры — Арефьев Виталий Степанович.

2013 йылда 5000 метрлыҡ дистанцияла 15:20.42 һөҙөмтә менән Рәсәй кубогы еңеүсеһе була. 2012 йылда 1500м дистанцияла Рәсәй чемпионатында командалар ярышында икенсе урынды яулай [1] һәм 2012 йылда бинала еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионатында 1500 м дистанцияла бронза миҙал ала. 2011 йылда 5000 м йүгереүҙә Рәсәй чемпионатының бронза призеры була.

2014 һәм 2016 йылдарҙа 4×1500 м эстафетала Башҡортостан йыйылма командаһы составында Рәсәй чемпионы була. 2009 һәм 2010 йылдарҙа был дисциплина икенсе була, ә 2017 йылда өсөнсө урынды яулай[2].

Халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша. Универсиадала өс тапҡыр, шул иҫәптән Ҡазанда Универсиада-2013 5000 м дистанцияла йөүгерә әммә финишҡа барып етмәй[3]. Йәштәр һәм юниорҙар араһында кросс буйынса команда зачетында (2006, 2007, 2009, 2010) Европа чемпионатының дүрт тапҡыр көмөш призёры була.

2012 йылға тиклем Хәсәнова фамилияһы аҫтында сығыш яһай. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында уҡый, 2016 йылдағы мәғлүмәт буйынса, полиция капитаны дәрәжәһен йөрөтә[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]