Эстәлеккә күсергә

Хәйруллина Мөсәллиә Хәйрулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөсәллиә Хәйрулла ҡыҙы Хәйруллина
Тыуған көнө

15 декабрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе
Иҫке Имәнкүпер (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Борай районы Баҡалы ауылы)

Вафат көнө

2 октябрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (92 йәш)

Вафат урыны

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан, Өфө

Ғилми даирәһе

лингвистика

Альма-матер

К. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты

Ғилми дәрәжәһе

педагогия фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Уҡыусылары

Рәми Ғарипов

Награда һәм премиялары
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Хәйруллина Мөсәллиә Хәйрулла (Ғәле) ҡыҙы (15 декабрь 1915 йыл2 октябрь 2008 йыл) — башҡорт ғалимы, педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1970—1980 йылдарҙа Республиканың Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Педагогия фәндәре докторы (1971), профессор (1972). РСФСР-ҙың (1987) һәм БАССР-ҙың (1977) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1974), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1949). Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан республикала беренсе фән докторы.

Мөсәллиә Хәйрулла (Ғәле) ҡыҙы Хәйруллина 1915 йылдың 15 декабрендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Иҫке Имәнкүпер ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Борай районы Баҡалы ауылында) тыуған.

1935 йылда Бөрө педагогия техникумын, ә 1941 йылда Ҡазан педагогия институтын тамамлай[1].

Татар АССР-ында, артабан Башҡорт АССР-ының Борай районы мәктәптәрендә уҡыта. 1945—1950 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 9-сы башҡорт урта мәктәбенең директор урынбаҫары һәм директоры була.

1950—1993 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында эшләй:

  • 1951 йылда АПН РСФСР милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институты янындағы аспирантураға уҡырға керә, диссертацияны яҡлай[2];
  • 1955—1956 һәм 1972—1977 йылдарҙа рус теле кафедраһы мөдире;
  • 1957 йылда доцент дәрәжәһе бирелә;
  • 1971 йылдың 16 апрелендә АПН СССР дөйөм һәм политехник белем биреү ғилми-тикшеренеү институты советында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай;
  • 1972 йылдың 19 июлендә профессор званиеһы бирелә
  • 1977—1990 йылдарҙа рус теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһының мөдире вазифаһын үтәй;
  • 1990—1992 йылдарҙа рус филологияһы кафедраһының мөдире вазифаһын үтәй;
  • 1992—1993 йылдарҙа башҡорт теле һәм журналистикаһы факультетының рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһының мөдире ваифаһын үтәй.

1970—1990 йылдарҙа бер үк ваҡытта вуз-ара ғилми-методик советының рәйесе була. 1970—1980 йылдарҙа бер үк ваҡытта Башҡорт АССР-ы Республика ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булып тора.

Өфө ҡалаһының Киров район советы депутаты итеп һайлана, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының редколлегияһы ағзаһы, РСФСР Педагогия йәмғиәтендә башҡорт бүлегенең рус теле секцияһының етәксеһе, «Белем» йәмғиәтенең ағзаһы, БАССР Мәғариф министырлығы УМСА ағзаһы була.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ғилми хеҙмәттәре
  • Методика изучения словообразования русских имен существительных в башкирской школе. — М., 1962.
  • Очерки по истории преподавания русского языка в национальной школе. — Уфа, 1966.
  • Родной язык как основа обучения русскому языку. — Уфа, 1981.

--

  • Хәйруллина М. Ғ. Тамырҙарыбыҙ - тәрәндә: Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Уларҙың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге. — Өфө, 2002. — 64 бит[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1974)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987)
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1949)
  • «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «За трудовое отличие» миҙалы
  • башҡа грамоталар, миҙалдар һәм бүләктәр.
  1. Зайнуллин М. В. Хайруллина Мусаллия Хайрулловна.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 615—616. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  2. Дьяченко Л., Ямалетдинова А. Слово об Учителе: Профессор Хайруллина отмечает в эти дни своё 90-летие.. (2005). Архивировано 29 октябрь 2014 года. 2014 йыл 29 октябрь архивланған.
  3. Тамырҙарыбыҙ - тәрәндә: Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Уларҙың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге.(недоступная ссылка)