Муса Мортазин музейы
Муса Мортазин музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1991 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Мортазин Муса Лотфулла улы |
Дәүләт |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Административ-территориаль берәмек | Көсөк-Маяҡ |
Муса Мортазин музейы — музей. Башҡортостандың Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылында урынлашҡан. 1991 йылда М. Л. Мортазиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторола. 1993—2005 йылдарҙа — Милли музей филиалы, 2006 йылдан алып — үҙаллы статуста[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Муса Мортазин музейы Башҡортостандың Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылында элекке «Озерный» совхозы хеҙмәткәрҙәре тарафынан бүләк ителгән ағас йортта урынлашҡан.
Мемориаль музей башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, Граждандар һуғышының күренекле хәрби начальнигы, комбриг, ике хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡорт Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе, Ҡыҙыл Армия Генштабы хеҙмәткәре Муса Лот улы Мортазиндың тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған.
Геройҙың тыуған ауылында мемориаль музей асыу тураһында ҡарар 1988 йылдың 2 июнендә Көсөк-Маяҡ ауылының халыҡ йыйылышында ҡабул ителә, шул уҡ йылдың 13 июнендә Учалы район халыҡ депутаттары Советы үҙенең 6-159-сы ҡарарына ярашлы йәмғиәт башланғысы менән М. Л. Мортазин музейын булдырыу тураһында иғлан итә[2].
1990 йылда батырҙың 100-йыллығына ағас бина төҙөлә һәм 1991 йылдың 13 октябрендә музей тантаналы рәүештә асыла. Асыу тантанаһына бөтә республиканан почетлы ҡунаҡтар (яҙыусылар, тарихсылар, рәссамдар, артистар) һәм Муса Мортазиндың тормош юлы менән ҡыҙыҡһыныусылар йыйыла. Магнитогорск ҡалаһынан Муса Мортазиндың кесе ҡыҙы Нәилә Мортазина саҡырыла.
Музей асылыуға Көсөк-Маяҡ ауылында ҙур эштәр башҡарыла: мәктәп һәм клубҡа капиталь ремонт үткәрелә, урамға — асфальт, ваҡ таштан автоюл һалына һәм Учалы ҡалаһына тиклем маршрут автобусы йөрөтөлә башлай[2].
Музейҙы булдырыуҙа һәм асыуҙа «Озерный» совхозының элекке директоры Ж. М. Хәйретдинов Ж. М., партком секретары З. Ғ. Шакирьянов, яҙыусылар Рәүеф Насиров, Мәүлит Ямалетдинов, «Урал» халыҡ үҙәге рәйесе А. М. Ғибәҙәтов, Учалы райсоветы рәйесенең урынбаҫары Н. В. Даутова индергән өлөшө ифрат ҙур була. Муса Лут улы Мортазиндың шәхесенә ҡағлышлы мәғлүмәттәрҙе йыйыу буйынса эште Учалы 30-сы ҡала профтехучилищеһы мастеры Ниғмәтуллин Р. М. Һәм Милли музей ғилми хеҙмәткәре Муғаттаров Ғ. С. алып барҙылар. Төрлө дәүләт архивтарынан мәғлүмәттәр, документтар, фотографиялар алына. Муғаттаров Г. С. үҙе беренсе музей экспозицион планын төҙөй. Экспозицияны эшләү өсөн рәссам — скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Х. Х. Ғарипов саҡырыла. Геройҙың 110-йыллығына экспозиция яңыртыла. Яңы экспозицион план музей мөдире Мөхәмәҙиева Г. Х. тарафынан башҡарыла[2].
1992 йылда музей Башҡортостан Республикаһының Милли музейы составына филиал булараҡ индерелә. 2006 йылдан Учалы районы Амангилде ауыл Советы составында муниципаль бюджет учрежениеһы, 2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районы муниципаль бюджет учреждениеһы тип үҙгәртелә, йәғни үҙаллы музей итеп үҙгәртелә.
Музей етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәмғиәт башланғысы нигеҙендә музейҙың тәүге директоры — «Озерный» совхозының элекке парткомы секретары Шакирйәнов З. Г. була, 1992 йылдан алып 2002 йылға тиклем музей менән Муса Мортазин исемендәге премияһы лауреаты Г. Х. Мөхәмәҙиева етәкселек итә. 2002 йылдан алып 2015 йылға тиклем музей директоры — Сунарғолова Х. Г.[2].
Музей фонды
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей экспонаттары батырҙың тормош һәм хәрби юлын кәүҙәләндерә. Бөгөнгө көндә музей фондында Муса Мортазиндың тормошон һәм эшмәкәрлеген сағылдырған 900-ҙән ашыу шәхси әйберҙәр, фото һәм документаль материалдар һаҡлана. «
Музей тупланмаһының төп өлөшөн китаптар, документтар, фотграфиялар, М. Мортазин туғандарының хат-хәтирәләре тәшкил итә. Мортазин репрессияға дусар ителеү сәбәпле шәхси әйберҙәре һәм документтарының төп нөсхәләре бик аҙ, башлыса архив документтары күрһәтелгән. Музей экспонаттары араһында айырыуса ҡиммәтле булып һаналалар:
- ике хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены, уларҙы музейға батырҙың ҡыҙы Шәүрә Мортазина бүләк иткән (ордендар Мортазиндың исеме аҡланғандан һуң ғаиләһенә ҡайтарылған);
- «Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре Граждандар һуғышында» («Башкирия и башкирские войска в Граж данскую войну») китабының күсермәһе «(1927йылда нәшер ителгән);
- 1916 йылда Муса Мортазинға имам-хатип һәм мөғәллим исеме бирелеүе тураһындағы танытма;
- шәхси ҡултамғаһы һәм мисәте менән „Ҡыҙыл Армия командиры“ бланкыһы
- ул замандағы ғаилә фотолары (подлинниктар);
- Геройҙың ҡыҙҙары, туғандары, ауылдаштары, арғаҙаштары тарафынан яҙылған хат-хәтирәләре
- Ҡыҙҙары музейға бүләк итеп тапшырған шәхси әйберҙәр, мебель, фотографиялар[2].
Муса Мортазиндың ҡылысы һәм алтын командир сәғәттәре Мәскәүҙәге Ҡыҙыл Армия музейында һаҡлана. 2016 йылда Геройҙың 125-йыллығына арналған байрам саралары барышында легендар комбригтың туғандары араһынан, республикала билдәле шәхес Рәшиҙә Солтанова Муса Мортазиндың тимер аш ҡалағын бүләк итә[3].
Муса Мортазиндың өлкән ҡыҙы, РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, К. Станисллавский һәм Ғ. Сәләм премиялары лауреаты Шәүрә Мортазинаның хәтирәләренән өҙөк:
„… Атайым тәбиғәттән бирелгән абсолют ишетеү һәләтенә һәм матур моңло тауышҡа эйә ине. Ул бер үк ваҡытта батыр генерал, нескә артистик натура, юғары намыҫлы атай ҙа булды. Минең өсөн иң ҡәҙерле кеше — ул минең атайым[4]“
Атаһына булған һөйөүе һәм ихтирамы уны 2006 йылда „Шипы и розы комбрига Муртазина“ исемле фильм һәм китап сығарыуға этәргес көс була (авторы уның уҡыусыһы- Раиса Устинова). Китаптың экземпляры шулай уҡ музей фондында һаҡлана[4]».
Музей фойеһында Яковлевтың «Ҡыҙыл командирҙан» һүрәтенең репродукцияһы (авторы Р. Ғәйнуллин, оригиналы Мәскәү ҡалаһында Ҡыҙыл Армия һәм Флоты музейында һаҡлана).
Шулай уҡ музей фойеһында Геройҙың барельефы урынлашҡан. Уны М. Мортазиндың 110-йыллығына Учалы ҡала администрацияһы бүләк иткән (авторы Х. Х. Ғарипов).
Музейҙа шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеү буйынса эш алып барыла. Этнография, нумизматика әйберҙәре, ҡорал төрҙәре туплана. Улар экспозиция бүлегендә күрһәтелә. Башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдырған мөйөш булдырылған.
Музей эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышының 70-йыллығына тағы ла бер Герой, ошо ауыл шәхсе, алты орден кавалеры подполковник Таһиров Зияф Саяп улына стенд асыла. Музейҙың эшләү осоронда М. Мортазиндың 100, 110, 115, 120, 125 йыллығына[5] буклеттар сығарыла, экспозициялар яңыртылып тора, бинаға косметик ремонт эшләнә. Музей хеҙмәткәрҙәре район һәм ауылда үткәрелгән бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашалар.
Музейҙа мәктәп уҡытыусылары менән берлектә Ҡаһарманлыҡ дәрестәре, класс сәғәттәре үткәрелә. Студенттар музей фондында диплом эштәре өсөн мәғлүмәттәр алалар. Бында бик йыш һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар үткәрелә, Мортазин тураһында фильмдар күрһәтелә[6].
Музейҙа Муса Мортазиндың тыуған көнө айҡанлы үткәрелгән саралар сиктәрендә бик күп күргәҙмәләр, викториналар, конкурстар, семинарҙар, ғилми-ғәмәли конференциялар үткәрелә[7].
2015 йылда музей «Ауыл поселениеһы территорияһында урынлашҡан иң яҡшы муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы» дипломына лайыҡ була, музейға 100 мең һумлыҡ премия тапшырыла. Шулай уҡ музей мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә гранттар юллау республика конкурсында еңеүсе тип табыла һәм уға виртуаль музей[8] булдырыу маҡсатында 90 мең һум аҡса бүленә[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ МОРТАЗИН М. МУЗЕЙЫ/ Муса Мортазин музейы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Музей тарихы. Ғатауллина А. А. әҙерләгән 2020 йыл 17 июнь архивланған.
- ↑ Здесь родился и вырос легендарный комбриг Муса Муртазин 2020 йыл 17 июнь архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Учалы районы китапханаһы. Муса Мортазин музейы
- ↑ был рожден для ратной славы (К 125-летию со дня рождения Мусы Муртазина)
- ↑ Музей Мусы Муртазина
- ↑ К 125-летию со дня рождения комбрига Мусы Муртазина 2020 йыл 17 июнь архивланған.
- ↑ Виртуальный тур 2020 йыл 17 июнь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- МОРТАЗИН М. МУЗЕЙЫ/ Муса Мортазин музейы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Музей тарихы. Ғатауллина А. А. әҙерләгән 2020 йыл 17 июнь архивланған.
- Учалы районы китапханаһы. Муса Мортазин музейы
- Здесь родился и вырос легендарный комбриг Муса Муртазин 2020 йыл 17 июнь архивланған.
- Виртуальный тур 2020 йыл 17 июнь архивланған.