Эстәлеккә күсергә

Мусин Сәфәр Ғайсар улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мусин Сафар Гайсарович битенән йүнәлтелде)
Мусин Сәфәр Ғайсар улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 ноябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Даны ордены

Мусин Сәфәр Ғайсар улы (5 ноябрь 1948 йыл) — төҙөүсе. 1965—2007 йылдарҙа Салауат ҡалаһының «Салаватстрой» төҙөлөш тресының балта оҫтаһы, ташсыһы, мастеры (1995 йылдан). Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1975, 1977, 1986). Фёдоровка районының почётлы гражданы.

Сәфәр Ғайсар улы Мусин Башҡорт АССР-ының Йомағужа районы[1] Ялсы ауылында 1948 йылдың 5 ноябрендә тыуған. Урта белемле.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1965 йылда Салауат ҡалаһындағы 27-се һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң «Салауатстрой» тресының 3-сө төҙөлөш идаралығында балта оҫтаһы булып башлай. 1971 йылдан «Салауатстрой» тресында ташсылар бригадаһы бригадиры булып эшләй. 1995 йылдан — «Салауатстрой» тресы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә төҙөлөш-монтаж эштәре мастеры.

2008 йылда С. Ғ. Мусин хаҡлы ялға сыға, Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районында йәшәй. Райондың почётлы гражданы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Оҙаҡ йылдар емешле эшләгәне, юғары производство күрһәткестәре, пландарҙы һәм социалистик йөкләмәләрҙе арттырып үтәгәне өсөн С. Ғ. Мусин 1-се (1986), 2-се (1977) һәм 3-сө (1975) дәрәжәләге Хеҙмәт Даны ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә.
  • Фёдоровка районының почётлы гражданы.
  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.