Мухина Зинаида Григорьевна
Зинаида Григорьевна Мухина | |
Файл:Мухина Зинаида Григорьевна.jpg | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге | |
Наградалары һәм премиялары | |
Мухина Зинаида Григорьевна (28 сентябрь 1925 йыл — 16 апрель 2013 йыл) — СССР-ҙың хеҙмәт алдынғыһы. 1941 йылдан Машиналар эшләү министрлығының Ф. Э. Дзержинский исемендәге Пермь машиналар эшләү заводы токарь-көйләүсеһе. КПСС-тың XXII съезы делегаты (1961). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Пермь ҡалаһының почетлы гражданы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зинаида Григорьевна Мухина 1925 йылдың 28 сентябрендә Свердловск өлкәһендә урыҫ ғаиләһендә тыуған.
1941 йылда үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Молотов ҡалаһында 10-сы СССР-ҙың һуғыш припастары халыҡ комиссариаты заводында эшләй. Һуғыш йылдарында завод снарядтар, миналар һәм авиабомбалар өсөн шартлатҡыстар етештереү менән шөғөлләнә. Фронт бригадаһында преслау участкаһында эшләй. Грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнә.
Һуғыштан һуң заводтың исеме «СССР Машиналар эшләү министрлығының Ф. Э. Дзержинский исемендәге Пермь машиналар эшләү заводы» итеп үҙгәртелә. Токарь-көйләүсе булып эшләй. Һигеҙенсе биш йыллыҡта ете йыллыҡ норманы үтәй. Заводтың буласаҡ оҫталары өсөн остаз була.
СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 26 апрелендәге Указы менән машиналар төҙөүҙә айырым ҡаҙаныштары һәм юғары етештереүгә өлгәшкәне өсөн Зинаида Григорьевна Мухинаға Ленин ордены һәм "«Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып «Социалистик Хеҙмәт Геройы» юғары исеме бирелә.
Партияның XXII съезы делегаты була (1961). Пермь депутаттар ҡала советы депутаты[1], КПСС-тың Пермь ҡалаһы Дзержинский район комитеты бюроһы ағзаһы була.
Артабанғы йылда хаҡлы ялға сыға.
Пермдә йәшәй. 2013 йылдың 16 апрелендә вафат була, ҡаланың төньяҡ зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (26.04.1971)
- Ленин ордены (26.04.1971)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
- башҡа миҙалдар.
- Пермь ҡалаһының почетлы гражданы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мухина Зинаида Григорьевна - работница завода им.Дзержинского, Героя Социалистического труда, депутат городского Совета народных депутатов - Ф.Ф-62 Оп.62Н Д.562 — ГКБУ «Государственный архив Пермского края» . agarh.permkrai.ru. Дата обращения: 8 март 2020. 2020 йыл 21 сентябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Прикамья. Пермь, «Пушка» 2006 год.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мухина Зинаида Григорьевна . «Герои страны» сайты.
- 28 сентябрҙә тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Свердловск өлкәһендә тыуғандар
- 16 апрелдә вафат булғандар
- 2013 йылда вафат булғандар
- Пермдә вафат булғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- КПСС-тың XXII съезы делегаттары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар