Мэй Уэст

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мэй Уэст
Mae West
Мэй Уэст в 1936 году
Мэй Уэст в 1936 году
Тыуған көнө

17 август 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1][2][3][…]

Вафат көнө

22 ноябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1][4][2][…] (87 йәш)

Гражданлығы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре

актриса

Карьераһы

1911—1978

IMDb

ID 0922213

 Мэй Уэст Викимилектә

Мэй Уэст (ингл. Mae West, 17 август 1893 — 22 ноябрь 1980) — америка актрисаһы, драматург, сценарист һәм секс-символ, үҙ заманының иң ғауғалы йондоҙҙарының береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҫмер йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мэри Джейн Уэст Бруклинда 1893 йылдың 17 авгусында Джон Патрик Уэсттың һәм уның ҡатыны Матильда Делгер ғаиләһендә тыуған[5]. Уның атаһы башта боксер була, ә һуңынан полицияға эшкә төшә һәм детектив булып эшләй башлай[6], ә әсәһе йәш сағында модель була[7]. Урта белемде Мэй Бруклинда, Эрасмус Холл мәктәбендә ала[8]. Мэй, әсәһе йәһүд булыуына ҡарамаҫтан[9], протестант ғаиләһендә тәрбиәләнә. Мэйҙың әсәһе АҠШ-ҡа Бавариянан күсенә, ә атаһының ата-бабалары ирланд католиктары була.

Театр карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күмәк кеше алдында, һәүәҫкәр күрһәтеүҙәрҙә, Мэй биш йәшендә беренсе мәртәбә сығыш яһай, ә 12 йәшендә профессиональ рәүештә үҙенең карьераһы менән водевилдәрҙә шөғөлләнә башлай. Тәүге тапҡыр Уэст Бродвейҙа 1911 йылда «A La Broadway» ревьюһында килеп сыға, әммә ул бигүк популяр булмай һәм 8 күрһәтеүҙән һуң ябыла. Быға ҡарамаҫтан, ул икенсе төрлө сығыштарҙа ҡатнаша, ә 1918 йылда уның фотоһы «Ev’Now Shimmies rybody» музыкаль баҫмаһында нәшер ителә. Артабан яңы музыкаль номерҙар барлыҡҡа килә, Уэст үҙ заманаһы өсөн тотанаҡһыҙ бейеүҙәр бейей, ә бер аҙ ваҡыт үтеү менән үҙе лә постановкалар өсөн сценарийҙар яҙа башлай.

Бродвейҙа уның беренсе роле үҙе үк яҙған «Секс» исемле пьесаһы буйынса була. Ҡот осҡос тәнҡиткә ҡарамайынса, күрһәтеүгә билеттар алдан уҡ һатылып бөтә. Пьесаның дошмандары шулай ҙа күрһәтеүҙән туҡтатыуына өлгәшәләр, ә Уэст үҙенең труппаһы менән бергә ҡулға алына [10]. Уны әхлаҡи оятһыҙлыҡта ғәйепләйҙәр һәм 1927 йылдың 19 апрелендә ун көнгә төрмәгә ябалар, әммә 8 көндән яҡшы тәртибе өсөн иреккә сығаралар. Әлеге хөкөм итеү Мэй өсөн файҙаға ғына була, сөнки уның популярлығы бик тиҙ арта.

Уның артабанғы пьеса шулай уҡ ғауғалы була, сөнки гомосексуаль теманы яҡтырта һәм Карл Генрих Улльрихстың эшмәкәрлеге тураһында бәйән итә. Пьеса сәхнәлә бик шәп хит булып китә, әммә тик Нью-Джерси ҡалаһында ҡуйыла, сөнки Бродвейға уны тыялар. Мэй секс тураһында асыҡ һөйләргә ҡурҡмай, шулай уҡ ул сексуаль әҙселек хоҡуҡтары өсөн хәрәкәтте башлаусы була.

Артабан Мэй дискуссияларға ҡоролған һәм йәмғиәттең күп кенә киҫкен проблемаларын кәүҙәлендергән «Насар йәш», «Ләҙҙәт кешеһе» һәм «Мәңге гөнаһлы» пьесаларын яҙа, 1928 йылда яҙылған уның «Бриллиант Лил» исемле пьесаһы XIX быуаттың аҙағында йәшәгән һимеҙ генә һәм энергияһы ташып торған ҡатын тураһында һөйләй. Пьеса Бродвейҙа ҡуйыла һәм тиҙ арала хит булып китә һәм Уэстҡа тағы ла ҙурыраҡ популярлыҡ алып килә.

Мэй Уэст 1933 йылда.

Кинолағы карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1932 йылда «Paramount Pictures» компанияһы Мэйға кинола төшөргә контракт тәҡдим яһай. Ул ризалаша һәм тиҙҙән Голливудҡа күсенә һәм үҙенең «Төн артынан төн» исемле фильмында төшә. Артабан уның ҡатнашлығында «Бриллиант Лил» пьесаһы буйынса фильм ҡуйыла һәм Мэй унда леди Лоу ролен башҡара («Ул хаҡ түгел» (1933). Был фильмдың үҙ тарихы бар: үҙенең тәүге төп ролдәренең береһен Кэри Грант ошо фильмда уйнай һәм фильмдың «Оскар» премияһына «Иң яҡшы йыл фильмы» булараҡ номинацияға тәҡдим ителеүе менән үҙенсәлекле. Киләһе «Мин фәрештә түгел» фильмында (был фильм да «Оскар»ға номинацияға тәҡдим ителә) Мэә Уэст ҡабаттан Кэри Грант менән бергә төшә. Картинаның бик күп йыйымы була һәм Уэстың тағы ла бер «Ул уны алданы» фильмы менән бер рәттән «Paramount Pictures» компанияһын Бөйөк депрессия осоронда банкротлыҡтан ҡотҡара. Был ике фильм Мэйҙың сценарийҙары буйынса төшөрөлгән беренсе фильмдары.

Тиҙҙән Уэст АҠШ-тың иң юғары түләнмәле персоналары булып китә һәм, гәзит магнаты Уильям Рэндольф Хирсттан ҡала килә, икенсе урынды биләй. Бындай уңышҡа ҡарамаҫтан, Мэй Уэсттың ҡатнашлығындағы фильмдарҙың асыҡтан-асыҡ сексуаллеге әхлаҡсыларҙың асыуын килтерә. 1934 йылдың июлендә Мэйҙың сценарийҙары һәм пьесалары цензорҙарҙың ентекле тикшереүҙәренә дусар була һәм бик ныҡ төҙәтеләләр. Артабанғы уның «Был ғонаһ түгел» фильмына яҙылған сценарийы шулай уҡ тикшерелә һәм тикшереүҙән һуң «90-сы йылдарҙың һылыуҡайы» исемен ала. 1935 йылда экрандарға шулай уҡ уның сценарийы буйынса төшөрөлгән «Ҡалаға сәйәхәт» фильмы сыға, был фильм да уның карьераһы өсөн уңышлы була. Шулай уҡ тәнҡитселәр тарафынан киношедевр тип баһаланған «Энни Клондайк» фильмы (1936), шулай уҡ «Көнбайышҡа, йәш кеше» (1936) һәм «Һәр көн байрам» (1937) фильмдары уңыш ҡаҙана, тамашасылар араһында оҙайлы йылдар дауамында популяр була.

1940 йылда Мэй бик килемле «Universal Studios» фильмында төшә. Был фильмдан һуң студия уға фильмдарҙа тағы ике роль тәҡдим итә, әммә Мэй Уэст уларҙан баш тарта, ә 1943 йылда экрандарға сыҡҡан «Йылыу бара» фильмынан һуң ул бөтөнләй киноны (30 йылға тиерлек) ташлап тораә.

Кино һәм театрҙан тыш Мэй Уэст 1930—1940 йылдарҙа ваҡыты-ваҡыты менән радиотапшырыуҙарҙа күренә, бында ла уның сығыштары бик асыҡ һәм ҡалыпҡа һыймаҫлыҡ була.

Афоризмдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мэй Уэст шулай уҡ үҙенең афоризмдары менән билдәле, улар араһынан иң билдәлеһе: "Һеҙҙең кәҫәлә был пистолетмы әллә һеҙ мине күргегеҙ генә килгәйнеме?, был һүҙҙәрҙе ул 1936 йылдың февралендә Лос-Анджелес тимер юлы вокзалына Чикагонан килеп төшкәс тә уны ҡаршы алған полиция хеҙмәткәренә әйткән[11]. Ошо фразаны ул шулай уҡ үҙенең ике фильмында — «Ул хаҡ түгел ине» (1933) һәм «Секстет» (1978) — әйтә.

Уның афоризмдарынан тағы ла: «Яҡшы саҡта мин бик яҡшы. Насар саҡта инде, мин тағы ла яҡшыраҡ».[12].

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1911 йылдың 11 апрелендә 17 йәшендә Мэй водевиль артисы Фрэнк Уоллесҡа кейәүгә сыға. Әммә был никахлашыу бик ҡабалан була һәм тиҙҙән улар икеһе ике яҡҡа тарала. Бынан һуң улар бик оҙаҡ, 1935 йылға тиклем, күрешмәгәндән һуң Фрэнк никах тураһында таныҡлыҡ тотоп Голливудҡа килеп сыға һәм Мэйҙан «берлектәге мөлкәттән өлөш» талап итә. Баштараҡ Мэй был никахты танымай, әммә, һөҙөмтәлә, таныҡлыҡтың бәхәсһеҙ булыуы арҡаһында никахты танырға мәжбүр була. Оҙаҡ тикшереүҙәрҙән һуң, 1942 йылда, уларҙы рәсми рәүештә айыралар.

Мэйҙың шулай уҡ бигүк билдәле булмаған никахы фортепьянола һәм аккардеонда башҡарыусы итальян Гвидо Дейро менән була, был никах 1913 йылда рәсмиләштергән[13]. 1916 йылда тарҡалған был никахты ла Мэй бер ҡасан да танымай[14]

Артабанғы йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мэй Уэст 1973 йылда.

Кинолағы карьераһы тамамлағандан һуң 1943 йылдан алып Мэй театр сәхнәһендә әүҙем сығыштарын дауам итә. Артабанғы йылдарҙа уның 1944 ылда ҡуйылған «Екатерина бөйөк булған» Бродвей постановкаһындағы төп роле ҙур популярлыҡ яулай, был спектакль менән Мэй ил буйлап бик күп гастролдәрҙә була. Лас-Вегаста уның шулай уҡ шәхси шоуы була, бында ул сибәр, йәш, мускуллы кәүҙәле егеттәр араһында йырлап йөрөй.

1958 йылда Мэй «Оскар» премияһын тапшырыу тантанаһында ҡатнаша һәм Рок Хадсон менән берлектә «Baby, Outside Cold it 's» йырын башҡара[15]. Киләһе йылда ул шундуҡ бестселлерға әйләнгән «Яҡшы сифат менән бының бер уртаҡлығы юҡ» автобиографияһын нәшер итә[16]

Кайһы берҙә Мэй Уэст телевизион тапшырыуҙарҙа ҡатнаша, мәҫәлән, 1960-сы йылдарҙа "Рэд Скелтон шоуы"нда. Йәш аудитория араһында ла популярлыҡ яулау өсөн ул 1960-сы йылдар аҙағында рокн-ролл стилендә ике музыкаль альбом яҙҙыра — «Way Out West» и «Wild Christmas».

Ҡабаттан кинола Уэст тик 1970 йылда «Мира Брекириндж» фильмында Летисия Ван Аллен ролендә килеп сыға, фильм тәнҡитселәр тарафынан насар баһалана һәм прокатта уңмай. Мэй ҡатнашлығындағы 1978 йылда сыҡҡан «Секстет» фильмы шулай уҡ уңышһыҙлыҡҡа тарый[17]

1980 йылдың авгусында Мэй үҙенең түшәгенән торған саҡта ҡолай. Ҡолағандан һуң ул һөйләшә алмай һәм уны Лос-Анджелестағы больницаға оҙаталар, инсульт диагнозын ҡуялар. Ошо йылдың сентябрендә уның икенсе инсульты була, кәүҙәһенең уң яғына фалиж һуға, бынан тыш ул пневмония менән сирләгән була. Ноябрь айына уның хәле бер аҙ яҡшыра һәм уны өйөнә ҡайтаралар[18]. 1980 йылдың 22 ноябрендә, 87 йәшендә, вафат була. Мэй Уэсты Нью-Йоркта Бруклинда Сайпресс Хиллз ғаилә зыяратында ерләйҙәр

АҠШ-тың киноиндустрияһына индергән өлөшө өсөн ул Голливуд дан аллеяһында йондоҙға лайыҡ була.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мэй Уэст кәүҙәһен бейегерәк күрһәтер өсөн бик бейек үксәле туфлиҙар кейеп йөрөй, ҡайһы берҙә хатта платформаларҙа йөрөй (уларҙы күреүселәр һирәк булған, сөнки күлдәктәре оҙон) һәм бейек прическалар яһай.
  • АҠШ Ҡораллы көстәрендә казармаларҙа кинойондоҙ-секс-символдарҙың плакаттарын һәм реклама афишаларын элеү традицияһына бәйле Мэй Уэст исемен ҡорал-ҡорамалдарға һәм хәрби техникаға ҡушҡандар. Мәҫәлән, летчиктар һәм моряктар «Мэй Уэст» исеме менән өрөп ҡабартыла торған ҡотҡарғыс кругты атағандар, ә парашютистарҙа уның исеме парашют отказының бер төрөнә бирелгән, сөнки парашюттың көмбәҙе бюстгалтерға оҡшаған, ә танкистар «Мэй Уэст» исемен М2 еңел танктың ике башнялы модификацияһына биргәндәр. Бөтә осраҡтарҙа ла һалдат юморы киноактрисаның ҙур түшенә ишара яһай.
  • Уэст Мэй исеме «Кинг Конг» фильмында ишетелеп ҡала: Джек Блэк геройы уның фильмына ролгә кандидатураларҙы исемләп киткән саҡта.
  • «Мэй Уэст» (Mae West) — Emerson радиоалғысы «BD-197» моделеның рәсми булмаған, әммә танылған моделенең атамаһы, был атама уға билдәле дизайнер граф Алексис ДеСахновский башҡарған үҙенсәлекле дизайны өсөн бирелгән.

Фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Төн артынан төн (1932) — Моди Триплетт
  • Ул уның менән намыҫһыҙ ҡыланды (1933) — Леди Лоу
  • Мин — фәрештә түгел (1933) — Тира
  • Туҡһанынсылар һылыуҡайы (1934) — Руби Картер
  • Ҡалаға сәйәхәт (1935) — Клео Борден
  • Клондайк Энни (1936) — Фриско ҡурсаҡ / Роуз Карлтон / Энни Алдендың апаһы
  • Көнбайышҡа, йәш кеше (1936) — Мэвис Арден
  • Көн һайын байрам (1937) — Пичес О’Дэй
  • Минең бәләкәй генә шөрөбөм (1940) — Флауер Белль Ли
  • Йылыныу бара (1943) — Фэй Лоуренс
  • Мира Брекириндж (1970) — Летисия Ван Аллен
  • Секстет (1978) — Марло Маннерс / Леди Баррингтон

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118631799 // Mae West (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Mae West // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. Mae West // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  5. Leider, Emily Wortis.
  6. "[M]ost likely he was providing muscle for local businesses and crime bosses.
  7. Leider, Emily Wortis.
  8. «The Rumble: AN OFF-THE-BALL LOOK AT YOUR FAVORITE SPORTS CELEBRITIES», New York Post, December 31, 2006.
  9. Jewish News, Jewish Newspapers — Forward.com 2008 йыл 22 ноябрь архивланған.
  10. Watts, Jill.
  11. John Kobal, «Mae West», Films and Filming, September 1983, pp. 21-25.
  12. lyric in song Men on Great Balls of Fire album 1972
  13. Columbus Journal (March 20, 1914)
  14. Watts, Jill.
  15. Robertson Pamela. Guilty Pleasures: Feminist Camp from Mae West to Madonna. — Duke University Press. — P. 25. — ISBN 0-822-31748-6.
  16. Yeatts Tabatha. The Legendary Mae West. — Lulu.com. — P. 71. — ISBN 0-967-91581-3.
  17. Kashner Sam. The Bad & the Beautiful: Hollywood in the Fifties. — W. W. Norton & Company. — P. 336. — ISBN 0-393-32436-2.
  18. Watts Jill. Mae West: An Icon in Black and White. — Oxford University Press US. — P. 313. — ISBN 0-195-16112-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]