Эстәлеккә күсергә

Мәргән менән Маянһылыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мэргэн и Маянхылу битенән йүнәлтелде)
Мәргән менән Маянһылыу
Жанр

эпос

Төп нөхсә теле

башҡорт

Мәргән менән Маянһылыу — башҡорт тел ҡомартҡыһы, эпос. 1917 йылда Мөхәммәтша Буранғолов хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы Урта Баба ауылы сәсәне Бикмырҙин Ғиниәттән сәсмә һәм шиғри формаларҙа яҙып ала.

Әҫәр ҡулъяҙмаһы һаҡланмаған, машинкала баҫылған тексы Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгенең ғилми архивында һаҡлана.

Әҫәр йөкмәткеһе буйынса, башҡорт халҡының бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәше тураһында һөйләүсе, «Иҙеүкәй менән Мораҙым», «Ек-Мәргән» башҡорт эпостары серияһына ҡарай.

Эпос мотивтары буйынса 1940 йылда Өфөлә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Мәргән» операһы ҡуйыла. («Мәргән»; Буранғолов либреттоһы, композиторы А. А. Эйхенвальд).

«Мәргән менән Маянһылыу» әҫәрендә, нуғай ханы, башҡорттар сибәр ҡыҙ Маянһылыуҙы уға кейәүгә биреүҙән баш тартҡан өсөн, уларға яһаҡты сиктән тыш арттырыуы тураһында һөйләнелә. Ҡарт ҡор башы Нәҙерша Маянһылыуҙың атаһынан яңы ҡор башы итеп йәш Мәргән батырҙы һайлауҙы һорай.

Мәргән ғәскәр туплап, нуғай ханына ҡаршы сыға, Маянһылыу уларҙа әсирлектә булған була. Хандың башын сабып өҙөп һәм уның ханлығын ҡыйратып, Мәргән уның аҫтында иҙелгән халыҡҡа азатлыҡ алып бирә.

  • Батырҙар тураһында эпос . Өфө, 1943;
  • Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 3-сө китап. Өфө, 1982.
  • Башкирское народное творчество (книжная серия). — Уфа, 1987. — Т. I. — 541 с.