Эстәлеккә күсергә

Мүдәжәрҙәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мүдәжәрҙәр
Урын Арагонская корона[d], Королевство Кастилия и Леон[d] һәм Португалия
 Мүдәжәрҙәр Викимилектә

Мүдәжәрҙәр (исп. mudéjar, ғәр. مدجّن‎ [mudaǧǧan]) — эйәләштерелгән, йортлаштырылған рус. Мудехары) — Реконкиста ваҡытында испан дәүләттәре мосолмандарҙан тартып алған Пиреней ярымутрауы территорияһында ҡалған мосолман халҡы.

Мүдәжәрҙәр тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Реконкиста барышында яңы биләмәләрҙе христиан короллектәре составына индереү үҙенсәлекле феномен — христиандар мөхитендә сағыштырмаса автономиялы йәшәп ҡала алған мосолман общиналары барлыҡҡа килеү. Игенсе мосолмандарҙан торған ауылдар ҙа йәшәп килә.

Башта мүдәжәрҙәрғә үҙ ерҙәрен, закондарын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалырға, ислам дине тоторға рөхсәт ителә. Әммә ҡайһы бер урындарҙа килешеүҙәрҙе боҙоп, улар эҙәрлекләүҙәргә дусар була (атап әйткәндә, уларҙы башҡа халыҡтан айырып торған махсус кейем кейергә тейеш була). 1492 йылда Гранада әмирлеге ҡолатылғандан һуң мүдәжәрҙәрҙе көсләп христианлыҡҡа индерә башлайҙар. Христиан динен ҡабул иткән мүдәжәрҙәрҙе морискиҙар тип атайҙар[1].

Мүдәжәрҙәр тарихы буйынса мөһим сығанаҡ — «Маврҙарҙың Сөннәт һәм Шәриғәт китабы», ул, белгестәр фараз итеүенсә, XV быуатта Валенсия территорияһында булдырылған. Был сығанаҡ яңы тарихта Оргас тигән графтар архивында табылып, Кордовала баҫылып сыҡҡан (1989)[2].

Көнкүреше һәм мәҙәниәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иберия мосолмандары оҙаҡ ваҡыт ике социаль-контрастлы синыфҡа тарҡала бара. Ҡала диуарҙары сиктәрендә тик христиандарға ғына йәшәргә рөхсәт ителә. Шулай итеп, Реконкистала мосолман общинаһы ауылдарҙа ҡалып, күпселек осраҡта ауыл хужалығы менән шөғөлләнергә мәжбүр була, христиан ер хужаларына бүленгән ерҙәрҙә бойондороҡло игенселәргә әйләнә. Ҡайһы бер буйһонмаусылар (монфи) тауҙарҙа йәшеренеп, юлсыларҙы талау менән шөғөлләнә, йәки мәғриб пираттарына китә. Сығарма рәүешендә, буйһонған мосолмандарға ҡалала ҡалырға йәки бер ни тиклем ваҡыт үткәс, христиан диненә күскәне шик аҫтына алынмаҫ булғас, кире ҡайтырға рөхсәт ителә. Мәҫәлән, Испанияның күпселек ҙур ҡалаларында ваҡыт үтеү менән әлхәмдәр йәки морерия тип аталған мосолман кварталдары барлыҡҡа килә .

  • Мүдәжәр — XI—XVI быуаттарҙағы испания архитектураһында, һынлы сәнғәтендә һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәтендәге стиль.
  1. МУДЕХАРЫ • Большая российская энциклопедия - электронная версия. bigenc.ru. Дата обращения: 28 сентябрь 2022.
  2. Книга Суны и Шары мавров / Пер., вступ. ст. и комм. И. И. Варьяш. — М., 1995.
  • [ Мудехары] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Варьяш И. И. История мусульманского населения средневековой Испании в исследованиях последних лет // Средние века. Вып. 59. М., 1997.
  • Варьяш И. И. Мудехары в Арагоне XIV—XV вв. Некоторые аспекты судебной практики // Средние века. Вып. 60. М., 1997.
  • Варьяш И. И. Королевская власть и право иноконфессиональных общин (на примере права мусульман) // Средние века. Вып. 60. М., 1997.
  • Варьяш И. И. Опыт пиренейских мусульман: вне закона, но в социуме // Право в средневековом мире. Спб., 2001.
  • Варьяш И. И. Правовое пространство ислама в христианской Испании XIII—XV вв. — М.: Эдиториал УРСС, 2001. — 188 с.


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.