Эстәлеккә күсергә

Мөнфи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөнфи
 Мөнфи Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мөнфи, мүнфи (исп. Monfí, ғәр. منفي‎‎ — һөргөнгә ебәрелгән, ҡыуылған; рус. Монфи) — Урта Быуат Испанияһында ҡасҡын мудехарҙар һәм морискиҙар.

Гранаданан маврҙарҙың ҡыуылыуы

Улар был исем аҫтында XVI һәм XVII быуат әҙәбиәтендә телгә алына. Кастилия һөжүменән һуң тарҡалған Гранада әмирлегенең таулы урындарында һыйыныу эҙләгән ҡасаҡ маврҙар төркөмдәре. Бигерәк тә мосолман ихтилалдарын баҫтырғандан һуң монфиҙар күп барлыҡҡа килә. Уларҙың төп шөғөлө юлдарҙа бандитлыҡ һәм пиратлыҡ була.

1492 йыл һуңынан күп мудехарҙар тауҙарҙа йәшерен берләшмәләр ойоштора, унда улар ислам ритуалдарын сағыштырмаса иркен ҡуллана ала. Күп кенә мөнфиҙәр ҡатнашҡан Альпухар ихтилалы (1568) бындай консолидация миҫалы булып тора.

Улар иҫтәлегенә Кутар (Малагаһы) тигән бәләкәй ҡалала йыл һайын Фиеста-дель-Монфи (исп.)баш. (хәреф. «Юлбаҫарҙар байрамы») үткәрелә.