Эстәлеккә күсергә

Мәзитов Харис Ғиматдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәзитов Харис Ғиматдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1909
Тыуған урыны Үрге Яйыҡбай, Ниғәмәт ауыл советы, Баймаҡ районы, СССР
Дата исчезновения человека 10 июль 1942
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]

Мәзитов Харис Ғиматдин улы (1909 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 1-се эскадроны взводы командиры ярҙамсыһы[1].

Харис Ғиматдин улы Мәзитов 1909 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Үрге Яйыҡбай[1] ауылында тыуған[1] тыуған. Һуғыш башланғас, БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 1-се эскадроны взводында командир ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[1]. 1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһендә (хәҙер Рәсәй Федерацияһының Липецк өлкәһе) Тербуны районы тирәһендәге аяуһыҙ алыштар барышында хәбәрһеҙ юғала[1]. Яугирҙың һуңғы төйәге Икенсе Тербуны ауыл биләмәһендәге туғанлыҡ ҡәберлегендә. Кире ҡайтармаҫлыҡ юғалтыуҙар исемлегендә Яйыҡбай ауылында йәшәгән яугирҙың ҡатыны Мәзитова Рәбиға күрһәтелгән[2].

1949—1950 йылдарҙа Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры туғанлыҡ ҡәберендә ерләнә. Ҡәберлек өҫтөндә таш һәйкәл — дүрт ҡырлы киҫелгән пирамида ҡуйыла. 1961 йылдың 2 майынын 11 майына тиклем обелиск янында теҙ сүккән яугир скульптураһы ҡуйыла[3]. 2018 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт милли-мәҙәни «Аҡ тирмә» төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ҡәберлектәге һәйкәл яңыртыла: гипсобетон статуя урынында Урал оҫталары ижад иткән бронза һалдат фигураһы ҡалҡа, яңы обелискиҙа дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙылды[3].

МАЗИТОВ Харис Гиматдинович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)

Список потерь. 2 Тербуны. Братское захоронение