Эстәлеккә күсергә

Мәлик (Әрмәнстан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәлик
әрм. Մելիք
груз. მელიქი

Мәлик (әрм. Մելիք, груз. მელიქი; рус. малик) — көнсығыш дворян һәм феодал титулы[1][2]. Мәлик (ғәр. ملك‎) һүҙе ғәрәп теленән ингән — батша тигәнде аңлата. Әрмән дворяндары традицияһында «мәлик» титулы «кенәз» («ишхан») титулына тап килә[3]. Әрмән мәликтәре титулы башта хан дәрәжәһенә[4] , һуңыраҡ грузин титулы — тавади, Кавказ аръяғы мосолмандары өсөн бәк исеменә тап килгән[4][5].

Мәликтәр өс төркөмгә бүленгән.

Улар араһынан үҙ мәликлектәре булған әрмән мәликтәре (Джраберд, Гөлистан, Хачен, Варанда һәм Дизак[6]) иң юғарылары була. Уларҙың хәле, ярым бойондороҡһоҙ хандарҙыҡы кеүек булған, дәрәжә үтәлгән хеҙмәттәргә алмашҡа фарсы шаһтары тарафынан бирелгән. Ваҡыт үтеү менән, сәйәси тетрәнеүҙәр арҡаһында, мәликтар үҙаллылыҡтарын юғалта һәм хандар контроле аҫтына эләгә. Уларҙың хәле лә бәк һәм ағалар хәленә оҡшаш булып ҡала.

Икенсе, түбәнерәк, мәлик төркөмө, әрмәндәр араһынан ислам динен ҡабул иткән мосолмандарҙан торған. Улар ҙа бәктәрҙеке кеүек хоҡуҡтар менән файҙалана.

Өсөнсө төркөм ауыл аҡһаҡалдарынан тора, уларҙы ла ҡайһы берҙә мәлик тип атайҙар[4][7].

  1. И. П. Петрушевский. Очерки по истории феодальных отношений в Азербайджане и Армении в XVI - начале XIX вв. — Л., 1949. — С. 58—59.
  2. Под ред. Е. М. Жукова. Малик // Советская историческая энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. — 1973—1982.: «В некоторых завоеванных монголами странах (13-14вв.) Мелик — владетельный феодал местного происхождения. На территории Армении и Азербайджана при монголах, Сефевидах и в период существования полунезависимых княжеств мелик — владетельный феодал, потомок старинной местной мусульманской и христианской знати.»
  3. Раффи. Меликства хамсы. Дата обращения: 25 октябрь 2008. Архивировано 25 ноябрь 2009 года.
  4. 4,0 4,1 4,2 George A. Bournoutian // Russia and the Armenians of Transcaucasia, 1797—1889:a documentary record // Mazda Publishers, 1998 г. — p.332 (578)
  5. Гордеев Д. П., / Черты феодального строя в Грузии и в ханствах Закавказья в новые века / «Билютень КИАИ в Тифлисе» № 8 / Изд-во АН СССР; Ленинград 1931 г. — стр.10-11
  6. Григорян З.Т. Присоединение Восточной Армении к России в начале XIX века. — М.: Издательство социально-экономической литературы, 1959. — С. 26—27. — 184 с.
  7. Восточное Закавказье // Aкты, coбрaнные Кaвкaзcкoй aрхеогрaфичеcкoй комиccиeй / А. П. Берже. — Том VIII. — Тифлис, 1881. — С. 470. — 1009 с.