Эстәлеккә күсергә

Мәммәдов Әләкбәр Әмир оғлы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәммәдов Әләкбәр Әмир оғлы
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Әзербайжан
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
 Әзербайжан
Псевдоним Alik
Тыуған көнө 9 май 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1]
Тыуған урыны Баҡы, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР
Вафат булған көнө 28 июль 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[2] (84 йәш)
Вафат булған урыны Баҡы, Әзербайжан
Ерләнгән урыны Баҡы
Һөнәр төрө футболсы, футбол тренеры
Командалағы уйын позицияһы нападающий[d]
Спорт командаһы ағзаһы Нефтчи[d], Динамо[d], Нефтчи[d], Футбол буйынса СССР йыйылма командаһы, Нефтчи[d], Нефтчи[d] һәм сборная Азербайджана по футболу[d]
Тренер спортивной команды Нефтчи[d] һәм сборная Азербайджана по футболу[d]
Масса 69 килограмм
Спорт төрө футбол[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены заслуженный тренер СССР заслуженный мастер спорта СССР орден Александра Невского Почётный диплом Президента Азербайджанской Республики орден «Слава» СССР-ҙың спорт мастеры
Бейеклеге/буйы 172 сантиметр
 Мәммәдов Әләкбәр Әмир оғлы Викимилектә

Әләкбәр Әмир оғлы Мәммәдов (әзерб. Ələkbər Əmir oğlu Məmmədov; 1930 йылдың 9 майында, Баҡы, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы ЗСФСР, СССР — 2014 йылдың 28 июле, Баҡы, Әзербайжан) — совет футболсыһы һәм тренеры, һөжүмсе. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1960), СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1990).

Баҡы «Спартак» үҫмерҙәр футбол командаһы тәрбиәләнеүсеһе[4].

Баҡынан «Нефтсе» (1948—1953, 1960—1962), Мәскәүҙән «Динамо» (1954—1959) командалары өсөн сығыш яһай. СССР Чемпионатының юғары лигаһында 185 матч уҙғара, 56 гол индерә. 1954, 1955, 1957, 1959 йылдарҙа СССР чемпионы була. Халыҡ-ара уйындарҙа ҡатнаша.

Лев Яшиндың «Милан» менән уйындар тураһындағы иҫтәлектәренән:

Әләкбәр Мәммәдов …Милан. 1955 йылдың 4 сентябре. «Сан-Сиро» стадионы. Трибуналарҙа 100000 тамашасы, стадион тирәләй — 10000 автомашина. «Динамо» мәскәү командаһы Италияға килгән тәүге совет командаһы була. Был ваҡытта ул ике тапҡыр донъя чемпионы титулын йөрөтә ине. Осрашыуға Швейцариянан, Франциянан һәм ФРГ-нан футбол буйынса белгестәр махсус килгәйне. Итальян «тиффози»ҙары, ике ай элегерәк «Милан» "Динамо"ны 4:2 иҫәбе менән еңгәнен иҫтә тотоп, мәскәүлеләрҙең итальян майҙанында еңелеүен шатланып көтә.

Беренсе тайм. 25-се минутта феноменаль бомбардир рекордына эйә (235 матчта 225 гол) Гундар Нурдаль, бейеккә һикерҙе лә, тупты башы менән һуғып динамо ҡапҡаһының өҫкө мөйөшөнә йүнәлтте. 0:1. Стадион ҡул сабыуҙарҙан, һыҙғырыуҙан һәм еңеү шауынан шартлағандай булды.

…Икенсе таймда динамовсылар шунда уҡ һөжүмгә ташлана.

- Өс минуттан Әләкбәр Мәммәдов Юрий Кузнецов тапшырған тупты матур ғына итеп һуғып, яуап голын индерә. 1:1.

Стадион һиҫкәнде һәм көтмәгәндә тынып ҡалды…

… Беренсе голдан һуң 13 минут үтеүгә — шәп хәрәкәттәр менән Рыжкин үтә, тупты штрафной уртаһына теүәл ырғыта, шул саҡ Мәммәдов тағы ла, ҡапыл ынтылып алға ташлана — һәм, ҡапҡасы менән күҙгә күҙ тороп ҡалғас, Әләкбәр 16 метрҙан, үҙен тыныс тотоп, тупты Буффонға ата, 2:1. Бары тик ике минут үтә, стадиондағы ҡул сабыуҙарҙан ҡолаҡ тона: Шабров штрафнойға йүгереп керә һәм алға ынтылыусы Мәммәдовҡа аныҡ пас бирә, тупты дөрөҫ хәрәкәт иттереп ҡапҡаға йүнәлтә. 3:1. Финал һыҙғыртыуға 20 минут ҡалғанда, Ю. Кузнецовтың мәргән пасы менән файҙаланып, Әләкбәр Мәммәдов был матчта үҙенең 4-се тубын үткәрә. Ҡунаҡтарҙың ғәмәлдәре хужаларҙы һоҡландыра, хужалар мәскәү ҡапҡаһына һөжүмгә ташлана, әммә Л. Яшин етәкләгән һаҡлау уяу тора. "Әләкбәр иҫ киткес техникаға, үҙенсәлекле алдандырыуға обводка эйә, уйын яланында яҡшы ориентирующийся, ул ысын һөжүм лидеры

1958—1959 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы өсөн 4 матч үҙғара. 1960 йылғы Европа чемпионатына һайлап алыу матчтарында ҡатнаша.

Баҡы «Нефтсе»һенең өлкән тренеры — 1963—1965 йылдың авгусы, 1971—1972 йылдың майы. Уның етәкселегендә 1971 йылда команда СССР Кубогының ярым финалисы була.

1953 йылда Әзербайжан индустриаль институтын, 1959 йылда — Әзербайжан Дәүләт физкультура институтының тренерҙар мәктәбен тамамлай. 1962 йылдың авгусынан Әзербайжан Дәүләт физкультура институтының Футбол кафедраһы уҡытыусыһы, 1965 йылдың сентябренән Әзербайжан дәүләт медицина институтының кафедра преподавателе. 1966—1970 йылдарҙа Әзербайжан халыҡ хужалығы институтында Физкультура кафедраһы мөдире һәм бер үк ваҡытта Әзербайжан ССР-ы Мәғариф министрлығының Баҡы футбол мәктәп директоры. 1972 йылдың июленән Әзербайжан дәүләт нефть һәм сәнәғәт университетының АЗИНХ Физкультура кафедраһы мөдире. Профессор (1993).

1972—1990 йылдарҙа «Севиндж» («Күн туп») клубының Республика штабы Президенты була.

1993 йылда Әзербайжан йыйылма командаһының баш тренеры.

2014 йылдың 28 июлендә Баҡы ҡалаһында вафат булды[5].

  • Мамедов Алекпер Амир оглы. На трёх континентах — Баку: Азернешр, 1963. — 148 с. — 50 000 экз.
  • Мамедов Алекпер Амир оглы. Тайны футбольной профессии — Баку: Гянджлик, 1991. — 240 с. — 80 000 экз. — ISBN 5-8020-0743-5.
  • Юрий Трубин — «Лев Яшин. Вратарь моей мечты», 2019 год.