Эстәлеккә күсергә

Аҡбүләков Мәнзәүи Мөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мәнзәүи Мөхәмәт улы Аҡбүләков битенән йүнәлтелде)
Аҡбүләков Мәнзәүи Мөхәмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 3 ғинуар 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Аҡбүләк, Ҡариҙел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 11 ноябрь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (45 йәш)
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Аҡбүләков Мәнзәүи Мөхәмәт улы (рус. Акбуляков Манзави Мухаматович; 3 ғинуар 1949 йыл11 ноябрь 1994 йыл) — партия, совет органдары хеҙмәткәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог. 1982 йылдан КПСС-тың Ҡариҙел район комитетының икенсе секретары, 1985—1990 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Ҡариҙел район Советы башҡарма комитеты рәйесе. 1992—1994 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Ҡариҙел район Советы башҡарма комитеты рәйесе — Ҡариҙел район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте башҡорт [1]

Мәнзәүи Мөхәмәт улы Аҡбүләков Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Иҫке Аҡбүләк ауылында 1949 йылдың 3 ғинуарында тыуған.

1971 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1982 йылда Свердловск юридик институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1971 йылда Ҡариҙел совхозы инженеры булып башлай, артабан комсомол райкомының икенсе секретары вазифаһын башҡара.

1978-1980 йылдарҙа колхоз рәйесе, партия райкомы инструкторы, колхоздың парткомы секретары булып эшләй.

1982 йылда Юғары партия мәктәбен тамамлағандан һуң КПСС-тың Ҡариҙел район комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә, шул уҡ йылда райкомдың икенсе секретары итеп һайлана.

1985 — 1990 йылдарҙа Ҡариҙел район Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1990 — 1992 йылдарҙа - урта профтехучилище директоры урынбаҫары.

1990 йылда Ҡариҙел районының 219-сы Ҡариҙел һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

1992—1994 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Ҡариҙел район Советы башҡарма комитеты рәйесе — Ҡариҙел район хакимиәте башлығы.

1994 йылдың 11 ноябрендә вафат була. [2].

Ҡатыны менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 13.
  2. Справочник населенных пунктов Караидельского района рб караидель 2016// Приложения 2019 йыл 24 октябрь архивланған.
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 13