Эстәлеккә күсергә

Мәмәтова Мәншүк Жиенғәли ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мәншүк Мәмәтова битенән йүнәлтелде)
Мәмәтова Мәншүк Жиенғәли ҡыҙы
ҡаҙ. Мәншүк Жиенғалиқызы Мәметова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 23 октябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Жиеккум[d]
Вафат булған көнө 15 октябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (20 йәш)
Вафат булған урыны Невель[d], Тверь өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө Һалдат
Хәрби звание Мастер-сержант[d] һәм өлкән сержант
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы һәм пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Мәмәтова Мәншүк Жиенғәли ҡыҙы Викимилектә

Мәмәтова Мәншүк Жиенғәли ҡыҙы (ҡаҙ. Мәншүк Жиенғалиқызы Мәметова; 23 октябрь 1922 йыл15 октябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар бригадаһы пулемётсыһы, гвардия өлкән сержанты. «Советтар Союзы Геройы» (1944) исеменә лайыҡ булған тәүге ҡаҙаҡ ҡатын-ҡыҙы.

Мәншүк (Мәнсиә) Жиенғәли ҡыҙы Мәмәтова 1922 йылдың 23 октябрендә Ҡырғыҙ Автономиялы Социалистик Совет Республикаһының (1920—1925) (хәҙерге Ҡаҙағстандың Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе Бүкәйурҙа районы) Жиеккум ауылында тыуған[1]. Милләте ҡаҙаҡ[1].

Бик иртә етем ҡалғас, уны үҙенә ҡыҙ итеп инәһе Әминә Мәметова ала. Бала сағы Алматы ҡалаһында үтә. Ысын исеме Мәнсиә булған, бала сағында инәһе Әминә Мәмәтова уны иркәләтеп «Моншағым» тип йөрөткән, әммә Мәншүк бәләкәй булғас ул «Моншақ» һүҙен әйтә алмаған һәм уныҡы тик «Мәншүк» тип килеп сыҡҡан. Бынан бирле ул үҙенең хаттарында «Мәншүк» (рус. Манчук) тип ҡул ҡуйған.

Бөйөк Ватан һуғышына ҡәҙәр эшселәр факультетын, медицина институтының ике курсын тамамлап өлгөрә. Ҡаҙаҡ ССР-ы Халыҡ комиссариаты советы аппаратында эшләй, Халыҡ комиссариаты советы рәйесенең сәркәтибе була.

1942 йылдың сентябренән Ҡыҙыл Армия составында, 100-сө Ҡаҙаҡ айырым уҡсылар бригадаһы штабының писаре, шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. Фронтта пулемётсылар курсын тамамлай һәм пулемёт расчётының беренсе номеры итеп тәғәйенләнә.

1943 йылдың 15 октябрендә Невель ҡалаһын азат итеү өсөн ҡаты алыштар барышында, Мәншүк Мәметова пулемёт расчётында бер үҙе тороп ҡала һәм, башына ҡаты яра алыуға ҡарамаҫтан, дошмандың 70 һалдатын юҡ итә[2] һәм батырҙарса һуғышып һәләк була.

Невель ҡалаһында ерләнгән.

Тышҡы рәсемдәр
Невельдә М. Мәмәтованың ҡәбере.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 1 мартындағы указына ярашлы Мәншүк Жиенғәли ҡыҙы Мәмәтоваға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[3].

  • 1969 йылда А. С. Кончаловский сценарийы буйынса режиссёр М. С. Бегалиндың «Песнь о Маншук» фильмы төшөрөлә. Мәншүк ролен Наталья Аринбасарова башҡара.
  • Мәншүк Мәмәтова исемен Шымкент ҡалаһының 35-се мәктәбе, Тараз ҡалаһының 27-се мәктәбе, Алматы ҡалаһының 28-се техник лицейы йөрөтә.
  • Алматыла Мәншүк Мәмәтова исеме менән үҙәк урамдарҙың береһе аталған, Үҙәк скверҙа ике ҡаҙаҡ ҡатыны — һуғыш ҡаһармандары Мәншүк Мәмәтова һәм Әлиә Мулдағоловаларға һәйкәл ҡуйылған.
  • Кесе Алматы һыртының Алматы ҡалаһынан көньяҡҡа табан урынлашҡан түбәгә Мәншүк Мәмәтова исеме бирелгән.
  • 1978 йылда Невелдә (Белоруссия) Мәншүк Мәмәтова һәйкәле ҡуйылған һәм уның исеме менән урам аталған. 2010 йылдың 1 майында һәйкәл яңыртыла[4] .
  • 1988 йылда Уральскиҙа (Ҡаҙағстан) уның исемен менән аталған майҙанда Мәншүк Мәмәтова һәйкәле ҡуйылған. Был 5 метрлыҡ һәм 8 тонналыҡ һәйкәл 30 йылдан ашыу торған, 2017 йылда уны Бөйөк Ватан һуғышының өс ҡаһарманына (Мәншүк Мәмәтова, Әлиә Мулдағолова, Хиуаз Доспанова) арналған «Ҡаҙаҡ халҡының данлыҡлы ҡыҙҙары» һәйкәле менән алыштырыла[5].
  • Уральскиҙа (Ҡаҙағстан) Мәншүк Мәмәтова исемендәге мемориаль музей ойошторолған[6]. Ошо музей нигеҙендә 2010 йылда Аҡтүбәлә Мәншүк музейы асыла[7].
  • Астанала берҙән-бер тегеү фабрикаһы Мәншүк Мәмәтова исемен йөрөтә.
  1. 1,0 1,1 http://www.warheroes.ru/hero/hero.asp?Hero_id=288
  2. “Kazakhstan History” portal (ингл.). e-history.kz. Дата обращения: 24 ғинуар 2018. 2018 йыл 25 ғинуар архивланған.
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 21, л. 1—11).
  4. В Невеле открыли обновлённый памятник защитнице города Маншук Маметовой.
  5. В Уральске открыли памятник трем героям ВОВ. Мой город (26 июнь 2017). Дата обращения: 26 июль 2017.
  6. Кайнеденова А. Украденными из музея экспонатами Маншук Маметова никогда не пользовалась 2016 йыл 20 февраль архивланған. // Мой Город, Май 22, 2014.
  7. Сариева Б. Музей Маншук // Актюбинский вестник, 13 мая 2010.
  • Маметова Маншук Жиенгалиевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 31. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Чечеткина О. Батыр Маншук // Героини. Вып. I. (Очерки о женщинах — Героях Советского Союза). — М.: Политиздат, 1969.
  • Халимульдина А. И. (Прокопенко), Халимульдин А. К. Звездный час Маншук. Алма_Ата: Жалын, 1985. — 400 с.

 дня) — историякопия) (г. Уральск).

 дня)) // История отечества. Коми.