Эстәлеккә күсергә

Мәскәү-Новгород һуғышы (1471)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәскәү-Новгород һуғышы
Рәсем
Башланыу датаһы март 1471, май 1471 һәм апрель 1471
Тамамланыу датаһы 11 август 1471

Мәскәү-Новгород һуғышы (1471) — Бөйөк Мәскәү кенәзлеге һәм Новгород республикаһы араһында хәрби низағтар. 1471 йылдың яҙында башлана һәм шул уҡ йылдың 11 авгусында Коростынь ерендә тыныслыҡ килешеүе менән тамамлана.

XV быуаттың икенсе яртыһында Бөйөк Мәскәү кенәзлеге Новгород республикаһына үҙ баҫымын көсәйтә. Бының менән бәйле Новгородта марфа Борецкая башлығында Бөйөк Литва кенәзлеге менән берлек өсөн сығыш яһаусы боярҙар төркөмө барлыҡҡа килә, Бөйөк Литва кенәзлеге новгородлыларға Мәскәү кенәзе Иван Иван III дәғүләренә ҡаршы ярҙам итергә вәғәҙә бирә.

Республика боярҙар хөкүмәтен етәкләүсе абруйлы Новгород архиепискобы Ион вафат булғандан һуң, ҡалаға Польша короленең һәм Литва кенәзе Казимир IV кешеһе — кенәз Михаил Олелькович килә. Бынан тыш, новгородлылар үлгән архиепископ Ион урынына сан билдәләү өсөн кандидатты Константинополь Тәхетенән бойондороҡһоҙ Мәскәү Митрополиты Филипп Беренсегә түгел, ә Бөйөк Литва кенәзлегендәге 1470 йылда танылған Киев Митрополиты Григорий Болгаринға ебәреүҙе хуп күрә. Новгород Иван III менән һуғыш осрағына тип Казимир IV менән ярҙам тураһында килешеүҙәр алып бара башлай. Был Мәскәү Бөйөк кенәз һарайында һәм Мәскәү яҡлы кәйефле новгород боярҙарының асыуын ҡабарта. Новгородлылар араһында тарҡалыу эҙемтәһе булып Новгородтың хәрби ҡеүәтенең көсһөҙләнеүе тора.

Башта Иван III Новгородҡа православие сиркәүе вөкилдәре ярҙамында дипломатик юл менән баҫым яһарға маташа. Мәскәү митрополиты новгородлыларҙы «хыянатта» ғәйепләй, уларҙан «латин дәүләтенән» баш тартыуҙы талап итә, әммә сиркәүҙең ҡыҫылышы Новгородта тик  ҡаршылыҡтарҙы һәм сәйәси көрәште көсәйтә генә. Новгородлыларҙың эш итеүе Мәскәүҙә «православиеға хыянат» итеү кеүек баһалана.

Михаил Олелькович 1471 йылдың мартында Түбән Новгородтан Киевҡа китеүенә ҡарамаҫтан, Иван III Түбән Новгородҡа «тәре походы» ойошторорға ҡарар итә. Был походтың дини яғы, Иван фекеренсә, унда ҡатнашыусыларҙың барыһын да берләштерергә һәм бөтә кензәдәрҙе лә үҙ ғәскәрҙәрен «изге эшкә» ебәрергә мәжбүр итергә тейеш була. Князь Вятка, Устюжна, Псков халҡын — Новогрод һәм ҡала яны пятиналары халҡын походҡа йәлеп итергә планлаштыра. Новгородты өс яҡтан: көнбайыштан, көньяҡтан һәм көнсығыштан солғап алыу ниәт ителә. Мәскәү кенәзе яғынан Новгородҡа ҡаршы киң пропаганда үткәрелә, «төрлө грамоталар» ебәрелә[1].

Мәскәү ғәскәрҙәренең Новгородҡа юлы Волок Ламский, Тверь, Торжок, Вышний Волочек ҡалалары аша үтә. Иван III үҙ ставкаһын Яжелбицала урынлаштыра, шул уҡ ваҡытта кенәз воеводалары Даниил Холмский һәм Федор Пестрый етәкләгән төп көстәр (10 меңгә яҡын кеше), Илмән күлен көньяктан урап Руса ҡалаһына уҙа. Ул йылда Илмән яны уйһыулығында көслө ҡоролоҡ була: бөтә йәй ямғырҙар күҙәтелмәй, һаҙлыҡтар кибә, был Мәскәү кенәзе ғәскәрҙәренә ҡаршылыҡһыҙ тура юлдан барырға мөмкинлек бирә.

Демян ҡәлғәһен һәм Русса ҡалаһын баҫып алғас (һуңыраҡ Русса яндырыла), Холмский отрядтары Илмән күленә сыға һәм союздаш Псков ғәскәрҙәре менән берләшеү өсөн Коростындә туҡтай. Шул уҡ ваҡытта радикаль кәйефле боярҙар баҫымы аҫтында Новгород вечеһы Мәскәү ғәскәрҙәренә ҡаршы торорлоҡ ополчение төҙөй башлай. Ашыҡ-бошоҡ йыйылған бер нисә отряды караптарға тейәлеп Илмән күле буйлап Мәскәү отрядтарына ҡаршы юллана. Коростынь янында беренсе һуғышта новгородлылар еңелә.

20 июндә Мәскәү ғәскәрҙәренең төп көстәре Мәскәүҙән сыға һәм Тверь аша союздаштар ҡаршыһына йүнәлә, унда Тверь полкы ҡушыла, Илмән күленең көньяғына ярына ҡарай Торжок та ҡушыла.

Новгород ополчениеһының төп өлөшө — яҡынса 40 мең яугир — псковлыларға мәскәүлеләр менән берләшергә юл ҡуймаҫ өсөн Шелонь йылғаһы буйлап өҫкә юллана. ополчениеның йәйәүлеләре Илмән күле һәм Шелонь йылғаһы буйлап караптарҙа, ә атлылар өлөшө ҡоро ер буйлап үрләй. Новгородтан Шелонгә һәм Псковҡа юл Иҫке Тирмән, Сутоки, Менюша ауылдары аша Мшага йылғаһы тамағына бара. Бынан һуң новгоролдлылар Шелонь йылғаһының һул яры буйлап өҫкә китә һәм Мусцы ауылы янында, Псков һәм Новгород араһындағы юлды ҡаплап, уңайлы позиция биләй.

Ләкин воевода Даниил Холмский новгородлыларҙың планын һиҙенә. Ул тиҙ генә Коростындән Мусцы ауылына атлылар отрядын ебәрә һәм Шелонь йылғаһының бейек уң яры ышығында 1471 йылдың 14 июлендә ҡапыл новгородлылар ғәскәренә һөжүм итә. Новгородлылар Холмский көстәренән ун тапҡыр тиерлек өҫтөнлөк итһәләр ҙә, еңеүҙе Мәскәү һәм Псков яугитрҙәре яулай. Унан тыш, һуғышта Ҡасим ханы Данияр «үҙенең кенәз һәм казактары» менән ҡатнаша. 40 кешеһен юғалтып, татарҙар таратыла. 14 июлдәге һуғыш тарихҡа Шелонь һуғышы кеүек инә. Һуғыш һөҙөмтәһендә күп абруйлы новгородлылар, шул иҫәптән посадник Дмитрий Борецкий һәм Козма Григорьевич, баярҙар Василий Селезнев, Киприян Арзубьев һ. б. әсиреккә алына. Новгородлыларҙың яулап алынған станында Новгородтың Казимир IV менән килешеү грамотаһы табыла.

Шелонь алышында еңеү тураһында хәбәрҙе алғас, Иван III Яжелбицанан Руссаға килә, унда 24 июлдә уның бойороғо буйынса Мәскәүгә ҡаршы заговор ойошторған Новгород аҡһөйәктәренең алты вөкиле үлем язаһына тарттырыла.

Шелонь һуғышында еңелеүенә ҡарамаҫтан, Новгород Мәскәү кенәзе менән көрәште дауам итергә ниәт итә, бының эҙемтәһе булып новгородлыларҙың Ливон ордены ландмейстеры Йоханну фон Герсе яғынан бер нисә дипломатик илселек була. Был сәйәси миссияның маҡсаты булып Орденды Мәскәүҙең союздашы Псков менән хәрби бәрелешкә йәлеп итеү — Псков ғәскәрҙәренә Иван менән ҡушылырға мөмкинлек бирмәү тора. Фон Герсе хәрби альянс проектын ҙур энтузиазм менән ҡабул итә, сөнки Новгородтың ҡолатылыуы һәм берҙәм үҙәкләштерелгән Мәскәү дәүләтенең көсәйеүе бөтә Ливонияның бойондороҡһоҙлоғона янай, тип аңлай. Ландмейстер Пруссияға Орденға ярҙам итеү тураһында саҡырыу ебәрә, ә илселәр менән сентябрҙә дипломатик осрашыу тураһында алдан килешеү өлгәшелә. Әммә һөҙөмтәлә Орден менән Новгород араһында хәрби союзға ихтыяж юҡҡа сыға.

Шелонь янындағы еңелеү новгородлыларҙың Еңеүгә бөтөнләй өмөтөн юҡҡа сығара. Мәскәү көстәре дошман өҫтөнән төп йүнәлештә генә еңеп ҡалмай: Төньяҡ Двина буйлап биләмәләрҙе һаҡлау өсөн ебәрелгән Василий Шуйский етәкселегендәге 12-меңлек Новгород ғәскәре, шулай уҡ воевода Василий Образец етәкселегендәге ғәскәрҙәрҙән еңелә.

  • 27 июлдә, бөтә башҡаһынан тыш, Заволочьела Шиленьга йылғаһы буйындағы алыш үтә (Төньяҡ Двина йылғаһының уң ҡушылдығында), көсөргәнешле алышта Мәскәү ғәскәрҙәре Двина ере халҡы өҫтөнән еңеү яулай[2].

Ваҡытлыса тыныслыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1471 йылдың 11 авгусында Коростынь ауылында Бөйөк Новгород менән Иван III араһында тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла, шунан һуң Новгород республикаһы тулыһынса үҙ бойондороҡһоҙлоғон юғалта[3]. Коростынь тыныслыҡ килешеүе буйынса Новгород республикаһы үҙенең еңелеүен таный, Бөйөк Литва кенәзлеге менән мөнәсәбәттәрҙе өҙөргә һәм Ивану III 15,5 мең һум күләмендә контрибуция түләргә мәжбүр була.

Килешеү төҙөлгәндән һуң Новгородҡа ҡасҡан Русса халҡы Илмән күле буйындағы тыуған ҡалаһына әйләнеп ҡайта. Юлда улар көслө дауылға эләгә, 90 судно һәм 60 кәмә түңкәрелә. Йылъяҙмасы мәғлүмәттәре буйынса яҡынса 7 мең кеше һыуға бата.

  1. Р. Г. Скрынников. У истоков самодержавия (глава из книги «Третий Рим») // проект «Хронос»
  2. Баталия в Заволочье (После Шелони) 2013 йыл 29 июнь архивланған.
  3. Коростынский мир(недоступная ссылка)