Эстәлеккә күсергә

Мәскәү зоотехния институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мәскәү зоотехника институты битенән йүнәлтелде)
Мәскәү зоотехния институты
Нигеҙләү датаһы 1919
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү

Мәскәү зоотехния институты (рус. Московский зоотехнический институт) — Рәсәйҙә 1920 йылға тиклем белемле мал ҡараусылар-агрономдар, 1929 йылдан юғары квалифакациялы зоотехниктар һәм ветиринарҙар әҙерләүсе берҙән бер юғары уҡыу йорто.

1918 йылдың 19 июнендә РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы «Тоҡомло малсылыҡ тураһында» декрет ҡабул итә. Был декрет нигеҙендә тоҡомло барлыҡ малдар йәш Совет Республикаһы милке тип иғлан ителә. Шулай уҡ декрет малсылыҡ торошон яҡшыртыу, дәүләт тоҡомло хужалыҡтарын, тоҡом үҫентеләрен булдыру һәм зоотехния буйынса ғилми эш алып барыу буйынса планлы сараларға ла башланғыс бирҙе. Был сараларҙы башҡарыу өсөн юғары квалификациялы зоотехниктар кәрәк була һәм 1919 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1920 йылда)[1] Мәскәүҙә Мәскәү юғары зоотехния институты (МВЗИ) асыла. 1920-1921 йылдарҙа ойоштороу комитеты рәйесе, профессор М.М. Щепкин була.[2]

Студенттар һаны аҙ булған Мәскәү зоотехника институты өс бинала урынашҡан: бер өс ҡатлы һәм ике ҡатлы биналар< ... > Мәскәү институтының барлыҡ биналары ла бик бай йыһазланмаған. Әммә уның йөкмәткеһе, уның профессорлыҡ башланғысы, уҡыу курсының ҡыҙыҡлы программаһы, яҡшы хужалыҡ, күп юғары уҡыу йорттары булған Мәскәү кеүек гажәйеп мәҙәни үҙәк менән аралашыу мөмкинлеге — былар барыһы ла институтты айырыуса уңай хәлгә ҡуйҙы. Был хәлгә институт, Мәскәү ауыл хужалығы йәмғиәте янында урынашыу ҙа ярҙам итте, ул иң алдынгы ауыл хужалығы фәне, ауыл хужалығын алып барыуҙың иң яҡшы практикаһы менән танышыу мөмкинлеге бирҙе, йәмғиәт ултырыштарында, даими рәүештә үткәрелә торған иң яҡшы лекторҙар — профессор Д.Н. Прянишников, профессор Фортунатов, Петровский кеүек профессорҙарҙың лекцияларында танышырға мөмкин ине. Ҡыҫҡаһы, Мин талантлы ойоштороусы Маргарита Васильевна Фофанова ойошторған иҫ киткес мәктәпкә эләктем.

— Мәскәү зоотехника институтын тамамлаусы ғилим-зоотехник Н.И. Захаров иҫтәлектәренән, 1922 йыл

1923 йылда Мәскәү югары зоотехния институты (МВС) Смоленск бульвары, 57 нче йорт адресы буенча урнашкан.[3]

1925 йылда ветеринария факультеты асыла, ә институт Мәскәү зоотехника институты (МЗИ) исемен ала.

1929 йылда институт составына Ҡазандан күсерелгән, 1925 йылда нигеҙ һалынған хәрби-ветеринария бүлеге инә.

1929 йылда МЗИ составында Главпрофоб (Главное управление профессионального образования) ҡарамағында ике факультет — зоотехника һәм ветеринария асыла.[4].

1930 йылда, Халыҡ комитеты комиссарҙары ҡарары нигеҙендә, Мәскәү зоотехния институты үҙгәртеп ҡорола, уның нигеҙендә 4 махсус институт төҙөлә: йылҡысылыҡ, эре мөгөҙлө малсылыҡ, һарыҡсылыҡ һәм зооветеринария институттары.[5]

1930 йылда Мәскәү зоотехния институты һуңғы зоотехниктарҙы әҙерләп сығара.