Мәскәү ҡунаҡханаһы (Сербия)
Мәскәү ҡунаҡханаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1908 |
---|---|
Дәүләт | Сербия |
Административ-территориаль берәмек | Белград |
Ойошма ағзаһы | Historic Hotels Worldwide[d] |
Архитектор | Йован Илкич[d] |
Архитектура стиле | модерн[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1906 |
Ҡат һаны | 5 |
Мираҫ статусы | памятник культуры Сербии большого значения[d] |
Рәсми сайт | hotelmoskva.rs |
Рейтинг гостиницы | 4*[d][1] |
Мәскәү ҡунаҡханаһы (Сербия) Викимилектә |
Мәскәү ҡунаҡханаһы (рус. Отель Москва, сер. Һотел Москва / Hotel Moskva; элекке Рәсәй Палатаһы, сер. Палата Росија / Palata Rosija) — Белградтағы Теразие майҙаны һәм Балҡан урамы киҫелешендә ҡунаҡхана архитектор Йован Илкич һәм Санкт-Петербургтан архитекторҙар төркөмө проекты буйынса төҙөлгән.
Йорт 1905 йылдың яҙында төҙөлә башлай, ә тантаналы асылыу 1908 йылдың 14 ғинуарында була. Был Сербия короллегендә иң ҙур шәхси йорт була, король һарайынан ни бары 100 метр һына арыраҡ итеп төҙөлә. Йорт ҡабырғаларында «Палата Россия» тип яҙыла. Мәҙәниәт ҡомартҡыһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ниәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Серб суднолар йөрөтөү компанияһы директоры , Теразие майҙанында «Бөйөк Сербия» юлаусылар йорто хужаһы Светозар Вукадинович үҙ биләмәләрендә иҫ киткес күркәм йорт төҙөргә әҙер страховкалау компанияһы эҙләп Рәсәйгә сығып китә."Рәсәй" йәмғиәтенең баш директоры Роман Иванович Поицл Вукович идеялары менән килешә. «Рәсәй» төҙөлөш компанияһын страховкалау конкурсы 1905 йылда иғлан ителә. Конкурста беренсе бүләкте Загребтағы архитектор Виктор Ковачич ала, ә Йован Илкичҡа икенсе приз бирелә. Шуға ла ҡарамаҫтан, «Рәсәй» страховкалау компанияһы директорлығы Илкичтың проектына өҫтөнлөк бирә[2]. Әйткәндәй, Сербияла архитектор Йован Илкич проекты буйынса һалынған йәнә бер бина — Изге Савва Йорто (рус. Дом Святого Саввы) ла мәҙәниәт ҡомартҡылары иҫәбендә [3].
Төҙөлөш барышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һарай 1905 йылдың мартында төҙөлә башлай. Эштәрҙе Карло Кнол алып бара һәм Црна Трава ташсылары тарафынан алып башҡарыла. Тимер-бетон эштәренә архитектор Матиас Шнайдер етәкселек итә.Техник күҙәтеүҙе архитектор Йован Илкич тәьмин итә.
Бинаның нигеҙенә оҙонлоғо 5 метр һәм ҡалынлығы 30 сантиметр булған 82 ағас балка, 30 вагон 9 метр оҙонлоҡтағы иретеп йәбештерелгән тимерсыбыҡтар, Рипандән 10 вагон ҡаты таш алып килеп һалынған. Нигеҙгә 2,2 метр ҡалынлыҡтағы бетон плита ҡуялар.
1906 йылдың яҙында ғына бина диуарҙарын күтәреүгә тотоналар. Беренсе ҡаттан алып түбәгә тиклем тышҡы стеналар һарғылт плиткалар менән ҡапланған, ә биҙәктәре йәшелдән эшләнгән[4]. Керамик өҫлөктө Печуйҙан, Жолнаи фабрикаһынан алып ҡайтҡандар, унда әлегә тиклем баҫа торған формаһы һаҡлана. Баҫҡысы Рипань һәм швед гранитынан һалынған.
Бина ҡабырғалары полотнолары горизонталь веноктар, пилястралар менән биҙәлмәгән. Мәрмәр, керамик плитка һәм фасадҡа балсыҡ опалубка ҡулланыу модерн стиленең яңы, юғары сифатлы һәм ышаныслы материалдары менән ярашлы була. Фасадтың күпселек өлөшө йәшел керамик плитка менән ҡапланған, шуға бәйле рәүештә Белградта һирәк осрай торған хроматик фасадлы биналар иҫәбенә инә.
Модерн стилендәге йорт 1907 йылда тамамланған. Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы 2 миллион алтын динар тәшкил иткән. Ул ваҡытта был Белградтағы иң ҙур ҡунаҡхана була, барлыҡ өс ҡатта ла 50 карауат һәм номерҙар була. Мәскәү отеле бинаһы[5] был осорҙың стилистик иреклелегенең юғары дәрәжәһенә етә һәм заманса архитектура элементтарына яҡынлаша.
Асылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Асылыу тантанаһы ике өлөштән тора. 1908 йылдың 14 ғинуарында — серб Яңы йылында һарай оркестры менән килеп, король Пётр I Карагеоргиевич «Рәсәй» һарайын һәм Мәскәү ҡунаҡханаһын аса. 1908 йылдың 17 ғинуарында тантаналы асылыу һәм байрам итеү Гвардия Король концерты көйҙәре аҫтында уҙа.
«Рәсәй» бинаһында ҡунаҡхана, кафе, ресторан, ҡуртымға фатирҙар һәм офистар, «Рәсәй» страховкалау йәмғиәте филиалдары урынлашҡан — уның директоры итеп Светозар Вукадинович тәғәйенләнгән. «Рәсәй» төҙөлөшө Сербия Короллегенә ҙур урыҫ сәйәси инвестиция була, был иһә башҡа державаларға оҡшамай.
Яҙмышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың апрелендә ҡунаҡхана бомбаға тотоу барышында ҙур зыян күрә. Һуғыштан һуң ҡунаҡхананы реконструкциялауҙа архитектор, Югославия Короллеге биләмәһендә йәшәгән һәм ижад иткән рус эмиграцияһы рәссамы Г. И. Самойлов ҡатнаша. Ул витраждарҙы урыҫ әкиәттәре мотивтары буйынса, сәйәхәттәр, караптар, нимфалар, сәскәләр, урыҫ сиркәүе, Мәскәү һәм Кремль күренештәре менән биҙәгән. Шулай уҡ ҡаттарҙа Рәсәйҙе һәм Мәскәүҙе, Сербиялағы урыҫ эмигранттарын һүрәтләгән мозаикалар урынлаштырған[6][7].
Ҡунаҡхананы реконструкциялау 4 йыл дауамында бара һәм 2013 йылда тамамлана[8]
1910 йылдан "Мәскәү" бинаһында Сербия олимпия комитеты менән Журналистар һәм яҙыусылар йәмғиәте урынлашҡан. Немец оккупацияһы ваҡытында ҡунаҡхананы гестапо штаб-фатиры сифатында файҙаланғандар. Ул йылдарҙа отель "Бөйөк Сербия" тип атала. Һуғыштан һуң ҡунаҡхана йәнә "Мәскәү" исемен кире ҡайтара.
Ҡунаҡхананың 100 йылдан артыҡ тарихында унда 40 миллиондан артыҡ ҡунаҡ туҡталған. Улар араһында - бөтә донъяға танылған актерҙар, шағирҙар, режиссерҙар, дәүләт эшмәкәрҙәре - уларҙың портреттары коридор ҡабырғаларында күрергә мөмкин. Улар араһында Леонид Брежнев һәм Брэд Пит, Йовович Мила һәм Сергей Бондарчук, Валентина Терешкова һәм Роберт де Ниро, Юрий Гагарин Джек һәм Николсон.
Үҙенең бай тарихы менән отель бик ғорурлана. Заманса етәкселек хатта "Мәскәү" һәм уның төрлө йылдар йәшәүселәре тураһында һөйләүсе экскурсиялар ҙа ойоштора [9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Skyscanner (ингл.) — 2001.
- ↑ Н.Несторович, здания и дизайнеры в Белграде прошлого века, Белград 1937
- ↑ БАЗА НЕПОКРЕТНИХ КУЛТУРНИХ ДОБАРА
- ↑ Дж. Сикмич, фасад скульптуры в Белграде, ЗЗСКГБ, Белград 1965
- ↑ С.Михайлов, Гостиница Москва, ЗЗСКГБ, Белград, 2009.
- ↑ Просен, Милан Прилог проучавању београдског опуса Григорија И. Самојлова // Наслеђе. — Београд: Завод за заштиту споменика културе града Београда, 2001. — № 3. — С. 91. — ISSN 1450-605X.
- ↑ Лопусина, Марко Хотел Москва - првих 100 година // Хотелско-угоститељско предузеће "Москва". — Београд, 2008. Архивировано из первоисточника 28 сентябрь 2013.
- ↑ Novi sjaj stare Moskve https://www.novosti.rs/vesti/turizam.90.html:447001-Novi-sjaj-stare-quotMoskvequot .
- ↑ Гостиница «Москва» в Белграде