Заманов Мәсғүт Фәйзрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мәсғүт Заманов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Заманов Мәсғүт Фәйзрахман улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 14 ғинуар 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе[1]
Рәсәй, Баймаҡ районы, Күсей ауыл Советы, Иҫәнбәт ауылы[1]
Вафат булған көнө 16 февраль 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы, Иҫәнбәт ауылы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Ленин ордены

Заманов Мәсғүт Фәйзрахман улы (14 ғинуар 1914 йыл — 16 февраль 1988 йыл) — сиҙәм ерҙәрҙе күтәреү алдынғыһы. Совет-фин һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәсғүт Фәйзрахман улы Заманов 1914 йылдың 14 ғинуарында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе[2] Иҫәнбәт (элекке атамаһы Сураш) ауылында тыуған. Башланғыс белемле.

Хеҙмәт юлын 1928 йылдың октябрендә хәҙерге Баймаҡ районындағы Түбә руднигында электромонтер уҡыусыһы сифатында башлай. 1930—1931 йылдарҙа Әбйәлил районы «Красная Башкирия» совхозындағы механизаторҙар мәктәбендә уҡый. 1931 йылдың декабренән алып Үзбәк ССР-ының Яҡҡабаҡ игенселек совхозында тракторсылар бригадаһын етәкләй. 1934—1937 йылдарҙа — Баймаҡ районы Сибай машина-трактор станцияһында участка механигы, 1938—1939 йылдарҙа — шул уҡ райондың К. Е. Ворошилов исемендәге колхозы шоферы. 1939 йылдың ғинуарында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Совет-фин һуғышында ҡатнаша. Демобилизациянан һуң 1941 йылдың ғинуарында участка механигы булып эшләй, 1955 йылдан алып — Сибай МТС-нда комбайнсы.

1954 йылдан Мәсғүт Заманов Башҡорт АССР-ының сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүендә әүҙем ҡатнаша. 1956 йылда комбайнда 745 гектар майҙанда 15 450 центнер иген һуға. Һәр гектарҙан йыйылған уңыш 21 центнер тәшкил итә.

1956 йылда сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙә, уңыш йыйыуҙа һәм иген әҙерләүҙә айырым ҡаҙаныштары өсөн СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1957 йылдың 11 ғинуарындағы Указына ярашлы М. Ф. Замановҡа «Социалистик Хеҙмәт Гройы» исеме бирелә.

1957—1960 йылдарҙа Баймаҡ районы Сибай совхозы комбайнсыһы.

1960 йылда хаҡлы ялға сыға.

1988 йылдың 16 февралендә вафат була

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Баймаҡ районының Иҫәнбәт һәм Иҫке Сибай ауылдары урамдарына Герой исеме бирелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1,0 1,1 Башкирская энциклопедияБашкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  • Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы