Мәтәле ауыл Советы (Асҡын районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәтәле ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Асҡын районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Мәтәле ауыл Советы — Асҡын районының 2008 йылда бөтөрлөгән административ-территориаль берәмеге һәм ауыл биләмәһе. Ауыл Советы территорияһы Асҡын һәм Ҡубыяҙ ауыл Советтары составына инә. Почта индексы — 452899. ОКАТО коды — 80204834000.

1985 йылда ойошторола (Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1985 йылдың 24 майындағы 6-2/150-се «Асҡын районы составында Мәтәле ауыл Советын ойоштороу тураһындағы» Указы).

Ауыл Советының составы: Яңы Бағаҙы ауылы — административ үҙәк, Мәтәле ауылы. 1985 йылдан 2006 йылға тиклем административ үҙәк — Мәтәле ауылы (ауыл Советының үҙәге Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 29 декабрендәге 404-з һанлы «Тораҡ пункттарын берләштереү, бөтөрөү, статусын үҙгәртеүгә һәм административ үҙәктәрен күсереүгә бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Законына ярашлы күсерелә, ст.1, п. 13.[1]). 1985 йылдан 2004 йылға тиклем ауыл Советы составына Үтәш ауылы ла инә (Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 125-з һанлы (ред. 06.11.2007) «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр, Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре сиктәренең үҙгәреүе һәм уларҙы үҙгәртеп ҡороуҙар тураһындағы» Законы).

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законында түбәндәге юлдар бар, ст.1[2][3][4]:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә: д) Мәтәле ауыл Советының Яңы Бағаҙы ауылын Асҡын ауыл Советы составына тапшырып, Асҡын һәм Мәтәле ауыл Советтарының сиктәрен үҙгәртергә. Мәтәле ауыл Советының Мәтәле ауылын Ҡубыяҙ ауыл Советы составына тапшырып, Ҡубыяҙ һәм Мәтәле ауыл Советтарының сиктәрен үҙгәртергә. Асҡын, Борма һәм Ҡуяштыр ауыл Советтарын, «Асҡын» атамаһын ҡалдырып берләштерергә, административ үҙәкте Асҡын ауылына урынлаштырырға. Борма ауыл Советының Яңы Борма, Үрге Никольский, Талог, Төй, Ҡуяштыр ауыл Советының Ҡуяштыр ауылын Асҡын ауыл Советы составына индерергә.Асҡын ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға. Борма, Мәтәле һәм Ҡуяштыр ауыл Советтарын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға;

Ауыл Советы 2008 йылға түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: Ҡубыяҙ ауыл Советы, Асҡын ауыл Советы, («Башҡортостан Республикаһының 17.12.2004 й., 126-з һанлы (ред. от 19.11.2008) „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы»). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1985 йылдың 24 майындағы 6-2/150-се Указынан:

Асҡын районы составында Мәтәле ауыл Советын булдырырға, үҙәген Мәтәле ауылына урынлаштырырға.


Мәтәле, Яңы Бағаҙы, Үтәш тораҡ пункттарын, Асҡын районы Ҡубыяҙ ауыл Советы составынан сығарып, Мәтәле ауыл Советы составына индерергә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]