Мәҙәни антропология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәҙәни антропология
Рәсем
 Мәҙәни антропология Викимилектә

Мәҙәни антропология (ҡайһы берҙә социаль йәки социаль-мәҙәни антропология) — үҫешенең бөтә тарихи этаптарында матди объекттар, идеялар, ҡиммәттәр, күҙаллауҙар һәм тәртип моделдәренең бөтә формалары йыйылмаһы булараҡ, мәҙәниәт тураһындағы фән .[1] Ябайлаштырып әйткәндә, мәҙәни антропология кешенең тәртибен һәм уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен өйрәнеү менән шөғөлләнә.[2]. Үҙ аллы дисциплина булараҡ XIX быуат аҙағында XX быуат башында, башлыса АҠШ-та формалаша.[3][4] Төп вәкилдәре: Лео Фробениус, Франц Боас, Рут Бенедикт, Маргарет Мид, Бронислав Малиновский, Альфред Радклиф-Браун, Эдуард Тайлор, Марсель Мосс, М. Херсковиц, Люсьен Леви-Брюль, Клод Леви-Стросс[3][4]һәм Клиффорд Гирц. АҠШ-та — «мәҙәни антропология»[3], Бөйөк Британияла «социаль антропология»[4] төшөнсәһе ҡулланыла.[3]

Этнология/этнография менән бәйләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҙәни антропологияның этнология менән бәйләнеше мәсьәләһе һаманғаса хәл ителмәгән. Был дисциплиналарҙың бәйләнеше тураһындағы һорауға яуаптың дүрт варианты, өҫтәүенә, уларҙың һәр береһенең үҙ апологеттары бар.

Шулай итеп, ҡайһы бер авторҙар фекеренсә, этнология һәм мәҙәни антропология — синоним төшөнсәләр. Башҡалар, мәҙәни антропология төшөнсәһе киңерәк һәм этнологияны үҙ эсенә ала, тип иҫәпләй. Уларҙың фекеренсә, мәҙәни антропология төп мәҙәниәт институттары тураһында дөйөмләштерелгән белем булараҡ сығыш яһай, шул уҡ ваҡытта этнология мәҙәниәттәрҙе сағыштырмаса анализлауҙан ғибәрәт.[1] Өсөнсөләр, этнология, үҙенең предмет ҡыры буйынса, кешенең биологик һәм физик тәбиғәте тураһындағы фән сиктәренән сыҡмаған мәҙәни антропологиянан күпкә киңерәк, тип ныҡыша.[5] Дүртенсе вариант мәҙәни антропология предметы — кешелек мәҙәниәтенең аспекттары, этнология предметы айырым этностарҙы өйрәнеү һәм этник берләшмәләргә теоретик анализ яһауға ҡайтып ҡала.[6]

Рәсәй фәнендә — өсөнсө, шул уҡ ваҡытта көнбайышта тәүге ике ҡараш ҡараш киң таралған. АҠШ-та һәм Бөйөк Британияла «этнология» термины фәнни дисциплинаны билдәләү термины булараҡ билдәһеҙ тиерлек. Рәсәйҙә XX быуат дауамында (1920 йылдар аҙағындағы сәйәси бәхәстәрҙән һуң) бындай тикшеренеүҙәрҙең фәнни мөхитендә этнография термины нығына; этнология һүҙе 1990 йылдарға тиклем һирәк һәм бик йыш «сит ил этнографияһы» тип аталһа ла, бары тик сит (буржуаз) ил фәненә ҡарата ғына ҡулланыла. 1990 йылдарҙа «этнология» һүҙе вуздарҙың уҡытыу программаларына «этнология» предметы индерелеүе һөҙөмтәһендә йышыраҡ ҡулланыла башлай һәм был термин менән теоретик дисциплинаны, ә «этнография» тип практик (эмпирик) тикшеренеүҙәрҙе атай башлайҙар

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр мәҙәни антропологияның һәм этнологияның синонимлығы тураһында гипотезаны ҡабул итһәк, уның фән булараҡ барлыҡҡа килеүен этнология барлыҡҡа килгән ваҡыт, йәғни 1830 йылдар — 1840 йылдар башы тип иҫәпләргә кәрәк. «Антропология» термины Көнбайышта 1870 йылдар башынан нығытыла, ә 1879 йылда АҠШ-тың Рочестер университетында һәм 1884 йылда Оксфордта[1] уҡытыу башлана. Донъя халыҡтарының төрлө тарихи дәүерҙәрҙә мәҙәниәттәр төрлөлөгөн аңлатыусы бер нисә ҡараш барлыҡҡа килә.[7]

Шул уҡ ваҡытта мәҙәни антропология өйрәнгән проблемаларға антиклыҡ дәүерендә үк иғтибар бүленә. Демокрит һәм Тит Лукреций Кар тарафынан антропосоциогенездың тәүге концепциялары формалаштырыла. Социаль-психологик һәм сәйәси күренештәрҙең тәбиғи-географик бәйләнеше тураһындағы идеяны Гиппократ тәҡдим итә. Корнелий Тацит, күрәһең, цивилизацияға хас булған әхлаҡтың түбәнәйеүенә күрһәтеп, цивилизациялылыҡты ҡырағайлыҡҡа, ҡаршы ҡуйған беренсе этнограф булғандыр.[1]

XVI—XVIII быуаттарҙа Бөйөк географик асыштар һөҙөмтәһендә Европала донъя тураһында белемдең артыуы менән бәйле антропология предметына ҡыҙыҡһыныу уяна. «Примитив халыҡтарҙың» ижтимағи ҡоролошон идеалләштергән һәм киң популярлыҡ яулаған «бәхетле ҡырағай» концепцияһы Пьетро Мартира, Мишель де Монтень, Жан Жак Руссо һәм Дени Дидро исемдәре менән бәйле.[1]

XIX быуатта антропологияның формалашыуына һөҙөмтәле йоғонто яһаған йәмәғәт фекере булып Фергюсон, Кондорсе һәм Тюргоның тарихи прогресс идеялары, немец мәҙәниәт тарихсыһы Гердерҙың эштәре, шулай уҡ «мифологик мәктәп» идеялары тора.[1]

XIX быуатта кешелек мәҙәниәтен ябайҙан ҡатмарлы формаларға күсеү тип ҡараған һыҙыҡлы эволюционизм барлыҡҡа килә. Эволюционистарҙың (Джэймс Фрэзер, Люсьен Леви-Брюль) төп тикшеренеү объекты булып Африка, Көньяҡ Америка, Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы колонияларҙың төп халҡы тора. Был ҡараштың барлыҡҡа килеүе этнографик материал тупланыуға һәм тарихилыҡ принцибының таралыуына бәйле була.

Хәҙерге антропологияла фәнни әһәмиәт һаҡлаған киләһе — функциональ — ҡараш XX быуат башында барлыҡҡа килә. Функционаллекте, мәҙәниәттәрҙе өйрәнеү ысулы булараҡ, Б. Малиновский һәм А. Рэдклифф-Браун эштәре менән бәйләйҙәр. "Функциональ ҡараш үҙенсәлеге, — тип яҙа А. А. Белик, — мәҙәниәттең элементтарҙан, өлөштәрҙән торған бөтөн берәмек булараҡ ҡаралыуы. Һәр мәҙәниәттең «атом күҙәнәге» осраҡлы (архаик) берәмек (иҫкелек) сифатында түгел, ә социомәҙәни берлектәге билдәле бер функцияны үтәүсе булараҡ тикшерелә. Ихтыяждар теорияһы Б. Малиновский мәҙәниәте концепцияһының нигеҙе булып тора. Ул ихтыяжды төп һәм икенселгә бүлә. Һуңғыларға иҡтисади алмашыу, абруй, социаль контроль, мәғариф системаһы һ.б. өлкәләрҙәге ихтыяждар инә. Мәҙәниәт — төп һәм икенсел ихтыяждарға яуаптар йыйылмаһы. Б. Малиновский буйынса мәҙәниәт структураһының дөйөм картинаһы шундай. Мәҙәниәттәр теорияһының функциональ үҙенсәлеге (был күп осраҡта А. Рэдклифф-Брауна тәғлимәтенә ҡағыла) булып тикшеренеүҙәрҙең парктик йүнәлшле булыуы — традицион мәҙәниәттәр өҫтөнлөк иткән территорияларҙа идара итеү тора. «Ситләтелгән», йәғни властың традицион институттарына таянып идара итеү концепцияһы функционаллек концепцияһы йүнәлеше йоғонтоһонан тыш эшләнмәй[8]

Рәсәйҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге мәҙәни антропология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Терешкович П. В. Антропология культурная // Новейший философский словарь : Энциклопедия / Сост. А. А. Грицанов. — Минск, 1998. — С. 896. — ISBN 985-6235-17-0. Архивировано из первоисточника 27 ғинуар 2010.
  2. Антропология. Онлайн Энциклопедия «Кругосвет» (ғинуар 2009). Дата обращения: 31 июль 2009. Архивировано 31 август 2010 года.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Солонин Ю. Н., Соколов Е. Г. Введение в культурологию : Курс лекций / Под ред. Ю. Н. Солонина, Е. Г. Соколова. — СПб., 2003.
  4. 4,0 4,1 4,2 Кравченко А. И. Социальная антропология 2011 йыл 13 май архивланған. // Энциклопедия Фонда знаний «Ломоносов».
  5. Садохин А. П. Связь этнологии с другими науками // Этнология. — М.: Гардарики, 2000.
  6. Сурова Е. Э. Культурная антропология // Введение в культурологию : Курс лекций / Под ред. Ю.Н. Солонина, Е.Г. Соколова. — СПб., 2003. — С. 131.
  7. Лич Э. Культура и коммуникация: логика взаимосвязи символов. К использованию структурного анализа в антропологии. / Пер. с англ. — М.: Восточная литература. РАН, 2001. — 142 с.
  8. Белик А. А. Культурология. Антропологические теории культур. Учебное пособие. — М.: РГГУ, 1999. — С. 67–71.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ телендә
Башҡа телдәрҙә
  • Benedict R. Patterns of Culture. — Boston and New York: Houghton, Mifflin and Company, 1934. — 260 p.
  • Mead M., Bunzel R. L. The Golden Age of American Anthropology. — New York: George Brazziller, 1960.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]