Эстәлеккә күсергә

Мәҡсүт (Һарытау өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мәҡсүт (Бишул) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Мәҡсүт
Герб
Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Һарытау өлкәһе

Муниципаль район

Пугачёв районы (Һарытау өлкәһе)

Координаталар

51°51′21″ с. ш. 49°34′23″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

64, 164

ОКАТО коды

63 237 870 003

ОКТМО коды

63 637 470 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мәҡсүт (Рәсәй)
Мәҡсүт
Мәҡсүт
Мәҡсүт (Һарытау өлкәһе) (Һарытау өлкәһе)
Мәҡсүт

Мәҡсүт (Бишул) (рус. Максютово) — Һарытау өлкәһенең Пугачёв районындағы башҡорт ауылы, Рахмановка ауыл биләмәһенә керә.

Почта индексы — 413717.

Тәүге тапҡыр Мәҡсүт ауылы булараҡ 1797 йылда телгә алына. Табын улусына ҡараған. Ауыл 1858 йылда Урал казак ғәскәре бүлексәһенең башҡорт бүлегендә Ырымбур, Урал һәм Башҡорт казактары ғәскәре ерҙәре картаһында билдәләнгән[1].

Һамар губернаһында Кеше йәшәгән урындар исемлегенә ярашлы, 1889 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса, ауыл Николаевск өйәҙенең Күҙәбай улусына ҡарай. Ер биләмәһе 11002 дисәтинә уңайлы һәм 1015 дисәтинә уңайһыҙ ерҙә урынлашҡан булған. Ауылда мосолман башҡорттар йәшәгән, бөтә ауыл халҡы 577 кеше тәшкил иткән, мәсет һәм ел тирмәне булған[2].

1834 йылда — 165, ә 1910 йылда — 656 кеше йәшәүе теркәлгән[3].

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 121 кеше теркәлгән.

Ауылдан сыҡҡан билдәле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]