Мөгөҙьяпраҡ
Мөгөҙьяпраҡ | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Сумған мөгөҙьяпраҡ, йәки ҡара йәшел (Ceratophyllum demersum) | ||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Ceratophyllum L., 1753 | ||||||||||||
|
Мөгөҙяпраҡ (лат. Ceratophýllum, рус. Роголистник) — мөгөҙьяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡынса 10 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда сумған мөгөҙяпраҡ һәм яртылаш сумған мөгөҙяпраҡ үҫә.
Үлән баҫа башлаған һыу ятҡылыҡтарында, йылғаларҙа һәм һыу ағымы яй булған ҡылымыҡтарҙа осрай. Сумған мөгөҙьяпраҡ Башҡортостандың бөтә биләмәһендә тиерлек, яртылаш сумған мөгөҙьяпраҡ Башҡортостандың Урал алдында (Дәүләкән районы) таралған. Балыҡтар һәм һыуҙа йөҙөүсе ҡоштар өсөн аҙыҡ булып тора.
Ботаник яҙма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тамырһабағы булмаған күп йыллыҡ үлән, һыу ятҡылыҡтарының төбөнә аҫҡы япраҡтары ярҙамында берегә. Һабағы 60—100 см оҙонлоҡта, нескә, шыма, мурт, өҫкө өлөшөндә ҡуйы тармаҡлы, уларҙың осонда көҙ көнө ҡышлау бөрөләре барлыҡҡа килә. Япрағы сәнске һымаҡ бер, ике йәки өс еп рәүешле өлөшкә теленгән, ҡарағусҡыл йәки асыҡ йәшел төҫтә, ҡаты йәки йомшаҡ, быуын тирәләп урынлашҡан. Сәскәһе ваҡ, яңғыҙар, күрекһеҙ, һеркәлек сәскәләренең сәскә эргәлеге аҡһыл төҫтә, емешлек сәскәләренеке — йәшкелт; һыу аҫтында япраҡ ҡуйынында урынлашҡан. Июнь—август айҙарында сәскә ата. Емеше — бер йәки өс сәнскеле ваҡ сәтләүек.
[1] }}
Сумған мөгөҙьяпраҡ (Ceratophyllum demersum) ата сәскәләре менән. |
Яртылаш сумған мөгөҙьяпраҡ (Ceratophyllum submersum). |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Angiosperm Phylogeny Group (2009) An update of the Angiosperm Phylogeny Group classification for the orders and families of flowering plants: APG III // Botanical Journal of the Linnean Society : журнал. — Лондон, 2009. — Т. 161. — № 2. — С. 105—121. — DOI:10.1111/j.1095-8339.2009.00996.x
- Abstract 2017 йыл 25 май архивланған. • Полный текст: HTML(недоступная ссылка), PDF(недоступная ссылка) (инг.) (Тикшерелеү көнө: 22 ноябрь 2010)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жизнь растений. В 6-ти т. Т. 5. Ч. 1. Цветковые растения / Под ред. А. Л. Тахтаджяна. — М.: Просвещение, 1980. — С. 188—190.
- Ботаника. Энциклопедия «Все растения мира»: Пер. с англ. (ред. Григорьев Д. и др.) — Könemann, 2006 (русское издание). — С. 210. — ISBN 3-8331-1621-8.
- Иллюстрированный определитель растений Ленинградской области / Под ред. А. Л. Буданцева и Г. П. Яковлева. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2006. — С. 34, 84—85. — ISBN 5-87317-260-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөгөҙьяпраҡ — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Роголистник // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Мөгөҙьяпраҡ GRIN сайтында мәғлүмәт