Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы
Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 22 ғинуар 1959 (63 йәш) |
Тыуған урыны | Иҫке Ҡорос ауылы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | математик |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы (22.01.1959), ғалим-математик, 1981 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 2006—2010 йылдарҙа кафедра мөдире. Физика‑математика фәндәре докторы (2004)[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ирек Зирәк улы Мөхәмәтйәнов 1959 йылдың 22 ғинуарында БАССР‑ҙың Баҡалы районы Иҫке Ҡорос ауылында тыуған[2].
Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1981 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай.
Өфө дәүләт нефть техник университетында эшләй:
2006 йылдан алып математик моделдәр әҙерләү кафедраһында, 2007—2010 йылдарҙа — иҡтисадта математик ысулдар һәм финанс кафедраһы мөдире.
Фәнни эшмәкәрлеге техникала һәм тәбиғәт фәндәрендә математик моделләүгә, иҡтисад һәм социаль системаларҙа барған процестарҙың моделдәрен әҙерләүгә арналған.
Мөхәмәтйәнов тарафынан дисперслы нефть системаларының макроскопик структураһын имитациялаусы моделдәр әҙерләү ысулы һәм дисперслы фаза эволюцияһының математик моделе уйлап табыла. Макромолекуляр ассоциаттарҙың арауыҡ структураһы фракталь булыуы тикшерелә һәм иҫбатлана һ.б.
100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Физика‑математика фәндәре докторы (2004)[4]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Структурная организация макромолекулярных ассоциатов в нефтяных средах. М., 2003; Обратные задачи в приложениях. Бирск, 2006 (авторҙаш).
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Мухаметзянов Ирик Зирягович Математика Курс для студентов экономических специальностей
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.