Эстәлеккә күсергә

Мөхәмәтшин Фәрит Хәйрулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәмәтшин Фәрит Хәйрулла улы
татар. Фәрит Хәйрулла улы Мөхәммәтшин
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 22 май 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Әлмәт, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре
Биләгән вазифаһы Федерация Советы ағзаһы[d][1] һәм Prime Minister of Tatarstan[d]
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә сәйәсәт фәндәре докторы[d] һәм социология фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй һәм Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы Федерация Советы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Мөхәмәтшин Фәрит Хәйрулла улы Викимилектә

Мөхәмәтшин Фәрит Хәйрулла улы (татар. Фәрит Хәйрулла улы Мөхәммәтшин; 22 май 1947 йыл) — Рәсәй дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. 1998 йылдың 27 майынан алып Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы рәйесе.

1995 йылдың 16 ғинуарынан 1998 йылдың 28 майынан — Татарстан Республикаһының Премьер-министры. Социология фәндәре кандидаты (1996), Сәйәси фәндәр докторы (2001). Рәсәй Федерацияһы Технология фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1963 йылда Әлмәт ҡалаһындағы газ-бензин заводында токарь булып башлай, артабан «Альметьевбурнефть». тресы ның автотранспорт контораһы шоферы.

1966—1968 йылдарҙа Совет армияһында хеҙмәт итә.

1968—1970 йылдарҙа — «Альметьевнефть» нефтепромысла идаралығы слесаре.

1972 йылда Әлмәт газ сәнәғәте техникумын тамамлай.

Татар АССР-ында партия эшләмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1970—1978 йылдарҙа — комсомол һәм партия эшендә: Әлмәт ҡала комитеты инструкторы, КПСС-тың Әлмәт ҡала комитеты сәнәғәт-транспорт бүлеге инструкторы.

1979 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

1978—1980 йылдарҙа — Әлмәт халыҡ депутаттарының ҡала башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары; 1980—1985 йылдарҙа — Әлмәт халыҡ депутаттарының ҡала башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары. 1978—1990 йылдарҙа Әлмәт халыҡ депутаттарының ҡала советы депутаты итеп һайлана.

1985—1987 йылдарҙа — КПСС-тың Әлмәт ҡала комитеты секретары, артабан икенсе секретары.

1986 йылда һарытау юғары партия мәктәбен тамамлай.

1988 йылдан алып — Әлмәт халыҡ депутаттарының ҡала башҡарма комитеты рәйесе.

1989—1990 йылдарҙа — Татар АССР-ының сауҙа министры.

1990 йылда — КПСС Әлмәт ҡала комитетының беренсе секретары

Татарстан хөкүмәтендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990—1991 йылдарҙа — Татар ССР-ының Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары.

1991 йылдан алып — Татар ССР-ыны Юғары Советы рәйесе, 1992 йылдан — Татарстан Республикаһының Юғары советы рәйесе.

1995—1998 йылдарҙа — Татарстан Республикаһының премьер-министры.

1998 йылдан алып — Татарстан Республикаһының Дәүләт советы рәйесе.

1999 йылдан алып — Татарстан Республикаһының Именлек советы рәйесе урынбаҫары.

1998 йылдың майынан 2002 йылдың ғинуарына тиклем — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы, Федерация, федератив килешеү һәм төбәк сәйәсәте эштәре буйынса Комитет составына инә.

2003 йылдан Татарстанский партияһы төбәк бүлексәһенең политсовет секретары булып 2003 йылдан алып "Берҙәм Рәсәй " партияһының татарстан төбәк бүлексәһе политсоветының секретары була. Бер нисә тапҡыр . Бер нисә тапҡыр Дәүләт думаһы депутаттарын һайлауҙарҙа партия исемлеге лидерҙар рәтенә инә.

Ижтимағи эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлмәт ҡала шайбалы хоккей Федерацияһы рәйесе, татарстан Республикаһының Хоккей федерацияһы президенты, «Аҡ барс» хоккей клубы президенты була.

2007 йылдан алып — Татарстан Халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе.

2009 йылдан алып — Татарстан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Ватандаштар эштәре буйынса координация советы рәйесе.

2011 йылдан — Татарстан Республикаһның Волейбол федерацияһы президенты.

2012 йылдан — Рәсәй Федерацияһының Ҡануниәтселәр Советы ағзаһы. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. Ҡануниәтселә Советы Президиумы ағзаһы.

2013 йылдан — Татарстан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса Советы рәйесе урынбаҫары.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1996 йылда Ҡазан дәүләт университетында тарих фәндәре докторы, профессор э. с. Рәхмәтуллин ғилми етәкселеге аҫтында «Представительные и исполнительные органы власти Республики Татарстан как фактор стабилизации социальных процессов в период реформирования политической системы» социология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итә. Рәсми оппоненты — философия фәндәре докторы, профессор Ф. С. Фәйзуллин һәм философия фәндәре кандидаты, профессор Р. Б Таһиров. Төп ойошмаһы — И. Лобачевский исемендәге Новгород дәүләт университеты[2]

2001 йылда Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы дәүләт хеҙмәте академияһында сәйәси фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Федеративные отношения как фактор социально-политического развития республики-субъекта Российской Федерации» темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 3-сө дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2017)[4]
  • 4-се дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2012)
  • Почет ордены (2005)
  • Дуҫлыҡ ордены (1997) 
  • «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн ордены (2007) —
  • «Ҡазандың 100 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (2005)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡтар дуҫлығы ордены (2012)
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының почет грамотаһы (2008)
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең почет грамотаһы (1997)
  • «За верность долгу» ордены (Ҡырым Республикаһы, 28 июнь 2017 йыл)[5].
  1. Farid Mukhametshin // (unspecified title)
  2. Мухаметшин, Фарид Хайруллович. Представительные и исполнительные органы власти Республики Татарстан как фактор стабилизации социальных процессов в период реформирования политической системы : автореферат дис. … кандидата социологических наук : 22.00.04 / Казанский гос. ун-т. — Казань, 1996. — 19 с.
  3. Мухаметшин, Фарид Хайруллович. Федеративные отношения как фактор социально-политического развития республики-субъекта Российской Федерации : автореферат дис. … доктора политических наук : 23.00.02 / Рос. акад. гос. службы при Президенте РФ. — Москва, 2001. — 50 с.
  4. Указ Президента Российской Федерации от 18 мая 2017 года № 215 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  5. Постановление Президиума ГС РК от 28 июня 2017 года № п464-1/17