Эстәлеккә күсергә

Мөхәмәт Сәлихов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәмәт Сәлихов
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Ғүмәр ауылы

Вафат булған көнө

1893({{padleft:1893|4|0}})

Вафат булған урыны

Ҡазан губернаһы, Ҡазан ҡалаһы

Эшмәкәрлеге

8-се йәмиғ мәсете (Солтан мәсете, Усманов мәсете) имам-хатибы, «Усмания» мәҙрәсәһе мөҙәрисе

Балалары

Ғарифулла, Мөхәмәтғариф

Мөхәмәт Сәлихов (? — 1893) — башҡорт дин әһеле.

Мөхәмәт Сәлихов сығышы менән Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовещен районы) Ғүмәр ауылы башҡорттарынан[1].

1860 йылдан Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡара Көйөк ауылы мәсете имам-хатибы була. Артабан Түбәнге Новгород йәмиғ мәсете имам-хатибы итеп тәғәйенләнә.

8-се йәмиғ мәсете (Солтан мәсете, Усманов мәсете) (Ҡазан ҡалаһы).

1868 йылда Ҡазан ҡалаһында сауҙагәр Йыһанша Усманов тарафынан 8-се йәмиғ мәсете (Солтан мәсете, Усманов мәсете) һәм уның ҡарамағында «Усмания» мәҙрәсәһе асылғас, Усманов мәсет имам-хатибы һәм мәҙрәсә мөҙәрисе вазифаларын үтәргә Мөхәмәт Сәлиховты саҡыра һәм ул быға риза була. Мәҙрәсәлә иҫке ысул буйынса уҡытылған (Ҡәҙимселек), бында йыл һайын 100-гә яҡын шәкерт белем алған.

Ырымбур мосолман Диниә назаратына ҡазый итеп һайланғас, Мөхәмәт Сәлихов Өфө ҡалаһына күсә һәм үҙенең урынына кейәүе Солтан ауылы муллаһы Сәхәбетдин Ғәбделлатифовты ҡалдыра[2]. 1881—1882 йылдарҙа Ырымбур мосолмандары диниә назаратына ҡазый вазифаһын башҡара[1]. 1885—1886 йылдарҙа Мөхәмәтйәр Солтанов мөфтөй вазифаһында властар тарафынан раҫланғанға тиклем Ырымбур мосолман Диниә назараты эше менән етәкселек итә[3].

Ҡазанға ҡайтҡас йәнә 8-се йәмиғ мәсете мәхәлләһен етәкләй.

1893 йылдың авгусында вафат була[2].

Улдары:

  • Сәлихов Ғарифулла Мөхәмәт улы (1861—1915) — мәғрифәтсе, тарихсы, дин әһеле. Ҡазандың 8-се йәмиғ (Усманов) мәсетенең имам-хатибы һәм уның ҡарамағындағы «Усмания» мәҙрәсәһенең мөҙәрисе (1893—1915).
  • Сәлихов Мөхәмәтғариф Мөхәмәт улы (1870—1921) — мөғәллим, дин әһеле. Ҡазандың 8-се йәмиғ (Усманов) мәсетенең имам-хатибы һәм уның ҡарамағындағы «Усмания» мәҙрәсәһенең мөҙәрисе (1915—1917).
  1. 1,0 1,1 Дмитриева Л. В., Мугинов А. М., Муратов С. Н. Описание тюркских рукописей Института народов Азии. Том I. История / под ред. А. Н. Кононова. — Москва: Наука, 1965. — С. 75. — 262 с.
  2. 2,0 2,1 Султановская мечеть(недоступная ссылка) // Префектура «Старый город»
  3. Азаматов Д. Оренбургское Магометанское Духовное Собрание (XVIII—XIX вв.) // Ватандаш. — 1997. — № 5. — С. 167. — ISSN 1683-3554.
  • Дмитриева Л. В., Мугинов А. М., Муратов С. Н. Описание тюркских рукописей Института народов Азии. Том I. История / под ред. А. Н. Кононова. — Москва: Наука, 1965. — 262 с.