Эстәлеккә күсергә

Сәлихов Ғарифулла Мөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәлихов Ғарифулла Мөхәмәт улы
Тыуған көнө

1861({{padleft:1861|4|0}})

Тыуған урыны

билдәһеҙ

Вафат булған көнө

1915({{padleft:1915|4|0}})

Вафат булған урыны

Ҡазан губернаһы, Ҡазан ҡалаһы

Эшмәкәрлеге

Солтан мәсете имамы, «Усмания» мәҙрәсәһе мөҙәрисе

Атаһы

Мөхәмәт Сәлихов

Сәлихов Ғарифулла Мөхәмәт улы (18611915) — башҡорт мәғрифәтсеһе, тарихсы, дин әһеле.

Сәлихов Ғарифулла Мөхәмәт улы сығышы менән Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовещен районы) Ғүмәр ауылы башҡорттарынан[1].

Атаһы — Мөхәмәт Сәлихов (?—1893), имам-хатиб һәм мәҙрәсә мөҙәрисе, ҡазый була. Шәжәрәһе: Мөхәмәт→ Ғүмәр → Сәлих → Мөхәмәт (?—1893) → Ғарифулла (1861—1915).

8-се йәмиғ мәсете (Солтан мәсете, Усманов мәсете) (Ҡазан ҡалаһы).

Ҡашғар һәм Бохара мәҙрәсәләрендә белем ала, хаж ҡыла һәм күпмелер ваҡыт Һиджазда (хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны) йәшәй. 1885 йылда Мәккәнән ҡайтҡас, Ҡазандың 8-се йәмиғ мәсете (Солтан мәсете, Усманов мәсете) указлы муллаһы итеп тәғәйенләнә, мәсет ҡарамағындағы «Усмания» мәҙрәсәһендә уҡыта. Мәҙрәсәлә иҫке ысул буйынса уҡытылған (Ҡәҙимселек), бында йыл һайын 100-гә яҡын шәкерт белем алған.

1893 йылдың авгусында атаһы Мөхәмәт Сәлихов вафат булғас, Ҡазандың 8-се йәмиғ мәсетенең имам-хатибы һәм уның ҡарамағындағы «Усмания» мәҙрәсәһенең мөҙәрисе була.

1915 йылда Ҡазан ҡалаһында вафат була. Яңы биҫтә зыяратында ерләнгән.

Төрки һәм ғәрәп телдәрендә ғибәҙәт һәм дини-әхлаҡ темаларға арналған 14-тән ашыу әҫәр яҙа. Иҫке ысул системаһы буйынса уҡытыуҙы (Ҡәҙимселек) яҡлап бер нисә брошюра сығара.

1900 йылдан һуң, төрки халыҡтарҙың һәм славяндарҙың боронғо тарихы, Волга буйы Болғары һәм Рәсәй тарихы буйынса әҫәр яҙа башлай һәм уны айырым бүлектәргә бүлеп тамамлай. Был айырым бүлектәр үҙаллы әҫәр булараҡ таралып китәләр. Әҫәрҙәренең төп сығанаҡтары — ғәрәп-фарсы тарихсыларының һәм географтарының (Мәсүди, Ибн Руста, Ибн Фаҙлан, Шәмсетдин әд-Димәшки, Ҡәзүини, әл-Бәкри, Ибн әл-Асир, Яҡут, Ибн Һәүкәл һ.б.) хеҙмәттәре, төрки (Әбү әл-Ғази, Ибраһим Хаҡҡи, Мөхәмәт Морат, Әхмәт Һилми һ.б.), урыҫ (Н. М. Карамзин, В. Р. Розен, А. Куник, И. Н. Смирнов, X. Д. Френ, И. С. Савельев, Д. А. Хвольсон, О. И. Сенковский һ.б.), әрмән (Моисей Хоренский) ғалимдарының хеҙмәттәре, немец һәм инглиз сәйәхәтселәренең юлъяҙмалары, шулай уҡ урыҫ йылъяҙмалары (Лаврентий). Әҫәрҙәренең береһендә Ғосман империяһы тарихсыларының төркиҙәрҙең ғәрәптәрҙән килеп сығыуы тураһындағы раҫлауҙарҙының нигеҙе юҡлығын белдерә[2].

«Тарих-и булгар вә сакалиба» («Болғар һәм славян тарихы»), «Хуласат ал-ахбар фи тарих-и бургур ва булгар ал-мусамма би билад ас-сакалиба» («„Саҡалиба илдәре“ тип аталған бурғур һәм болғар тарихы буйынса төп хәбәрҙәр»), «Хуласат ал-ахбар фи тарих-и бургур, бургуз вә булгар» («Бурғур, бурғуҙ һәм болғар тарихы буйынса төп хәбәрҙәр»), «Булғар тарихы» («Болғар тарихы») әҫәрҙәре хәҙерге ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһы Шәрҡиәт институтының Санкт-Петербург филиалы төрки ҡулъяҙмалар фондында һаҡлана[3].

«Тарих-и булгар вә сакалиба» («Болғар һәм славян тарихы»; 1910) әҫәре өҫтөндә эште 1904 йылда башлай. Автор хәбәр итеүенсә, был әҫәр боронғо осорҙа барлыҡҡа килгән болғар, саҡалиба, башҡорт, буртас, хазар, монгол һәм урыҫтарҙың дәүләт берәмектәре тарихына арналған. Ғарифулла Сәлихов яҙыуынса, әҫәр инеш һүҙҙән, биш бүлектән һәм йомғаҡлауҙан тора. Ҡулъяҙма тулыһынса һаҡланмаған: һүҙ башы — әҫәрҙең атамаһы, структураһы һәм уны яҙыуҙың сәбәптәре тасуирламаһы; инеш һүҙ — фән булараҡ тарих, уның маҡсаттары һәм сығанаҡтары тураһында; хронология һәм ваҡыт хисабы тураһында; тулы булмаған 1-се бүлек — автор тасуирлаған территорияларҙа йәшәгән тәүге ҡәбиләләр һәм дәүләттәр тураһында, уларҙың хакимдары тураһында һәм ислам диненә күсеүҙең сәбәптәре тураһында. 1-се бүлек айырым өлөштәрҙән тора, уларҙан I, V һәм VI өлөштәре һаҡланған:

  • I өлөш — Нух һәм уның улдары тураһында, Төрк ибн Йафес тоҡомдары — Төркөстандан килгән төрки ҡәбиләләр тураһында.
  • V өлөш — Ҡимари ибн Йафес тоҡомдары тураһында — болғарҙар тураһында.
  • VI өлөш — Саҡалиб ибн Йафес тураһында — Саҡалиба өлкәһенең боронғо сиктәре тураһында, Мәсүди һәм әл-Бәкри әҫәрҙәре буйынса килтерелгән «саҡалиба» уртаҡ атамаһына кергән 10 төркөмдән торған ҡәбиләләр тураһында[4].

Ошо уҡ әҫәрҙең 1-се бүлегенең V өлөшөнөң башҡа варианты һаҡланған. Ул инеш һүҙҙән һәм ике бәләкәй өлөштәрҙән тора: эске Болғар тураһында һәм тышҡы Болғар тураһында. Инеш һүҙҙә автор V өлөштә артабанғы мәсьәләләр ҡаралыуын билдәләп үтә: Болғар ҡалаһының ҡайҙа урынлашыуы, бындай исемле күпме ҡала булыуы һәм ниндәй сит ил ғалимдары Болғар ҡалаһына килеүе һәм үҙ сәйәхәтнамәләрен ҡалдырыуы тураһында; урындағы — Болғар, Сувар, Ҡазан ғалимдары эшмәкәрлеге тураһында; Болғар илен «бурғур» һәм «бурғуҙ»тип атаған ғалимдарҙың хеҙмәттәре тураһында (әҫәрҙә был ғалимдар тураһында мәғлүмәттәр бирелмәгән)[5]. Бүлектә VI быуаттан XIII быуатҡа тиклем Волга буйы Болғарында йәшәгән 31 шәйех, ғалим һәм шағирҙың исемдәре атап үтелә[6], улар араһында иң билдәлеләре — тарихсы Яҡуп ибн Ноғман әл-Болғари, медицина һәм риторика буйынса хеҙмәттәр авторы Борханетдин Ибраһим бин Йософ Болғари һәм шағир Ҡол Ғәли[7].

«Хуласат ал-ахбар фи тарих-и бургур, бургуз вә булгар» («Бурғур, бурғуҙ һәм болғар тарихы буйынса төп хәбәрҙәр»; 1908) әҫәре автор буйынса инеш һүҙҙән, биш бүлектән һәм йомғаҡлауҙан торорға тейеш була. Инеш һүҙ ике өлөштән торған: 1) фән булараҡ тарих тураһында, аралашҡан һәм ярҙамсы фәндәр тураһында (археология, лингвистика һәм башҡалар); ваҡытты хисаплау тураһында, хронология тураһында, уйғырҙарҙа, ғәрәптәрҙә, төрөктәрҙә, христиан динен тотҡан халыҡтарҙа йыл хисаплау системалары тураһында, дүрт календар системаларының сағыштырма таблицалары; география һәм космография тураһында — ер шары, ҡитғалар, Искәндәр Зөлҡәрнәй яуҙары тасуирламаһы, ерҙең ҡыҙыҡлы урындары тураһында; 2) төрки ҡәбиләләренең бүленеше һәм урынлашыуы тураһында. I бүлек — Болғар (Бургар, Бургуз) тураһында; II бүлек — Хазария тураһында; III бүлек — бәләкәй буйһонған (вассал) батшалыҡтар тураһында; IV бүлек — Сыңғыҙхандың Монголияһы (Татария) тураһында; V бүлек — Урыҫ дәүләте тураһында. Йомғаҡлау — Йаджудж һәм Маджудж ҡәбиләләре тураһында. Шуларҙан һүҙ башы һәм инеш һүҙҙең 1-се өлөшө һаҡланған. Шулай уҡ был әҫәрҙең «(Инеш һүҙ) бурғур, бурғыҙ һәм болғар тарихы буйынса төп хәбәрҙәр, 1-се бүлек, 1-се киҫәк» тип исемләнгән 1908 йылда яҙылған ҡыҫҡа варианты һаҡланып ҡалған, ул инеш һүҙән һәм артабанғы өлөштәрҙән тора: ваҡытты хисаплау тураһында; география — Европа, Америка һәм Азия ҡитғалары тасуирламаһы, Йаджудж һәм Маджудж ҡәбиләләре тасуирламаһы, йылғалар, тауҙар, диңгеҙҙәр, шулай уҡ илдәр һәм өлкәләр тасуирламаһы, ер шарының һәм ете климаттың тасуирламаһы[8].

«Булғар тарихы» («Болғар тарихы») әҫәренең атамаһы уның эстәлеге буйынса бирелгән, сөнки уны автор нисек исемләгәне билдәһеҙ. Әҫәрҙә Волга буйы Болғарының тарихы тасуирлана, уны яҙғанда автор тарихи, тарихи-этнографик һәм археологик характерҙағы материалдарҙы йәлеп итә һәм мосолман, рус, әрмән һәм көнбайыш авторҙарының хеҙмәттәрен ҡуллана. Әҫәр инеш һүҙҙән һәм 14 бәләкәй бүлектән тора. Инеш һүҙ — Болғар иле тураһында иң боронғо мәғлүмәттәр, болғар хандары, Болғар иленә килгән ғәрәп сәйәхәтселәре исемлеге, 1722 йылда батша Пётр I Болғар ҡалаһының емерелектәрен ҡарауы, 1767 йылда императрица Екатерина II элекке Болғар ҡалаһы урынлашҡан урынға килеүе. Бүлектәр: 1) Волга буйында болғарҙарҙың дәүләте булыуы тураһында; 2) болғарҙар ниндәй халыҡҡа инеүе тураһында; 3) болғарҙарҙың тоҡомдары тураһында; 4) Болғар иле һәм уның сиктәре, ҡалалары, баш ҡалаһы тураһында мәғлүмәттәр; 5) болғарҙарҙың күршеләре тураһында; 6) Болғар иленең сауҙаһы, ауыл хужалығы тураһында, болғарҙарҙың торлаҡтары, малсылығы һәм умартасылығы тураһында; 7) кейем-һалым һәм биҙәүестәр тураһында; 8) Болғар илендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәле тураһында; 9) йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында; 10) болғарҙарҙың дине тураһында; 11) монгол-татарҙарҙың баҫып алыуына тиклемге урыҫтар һәм болғарҙар араһындағы һуғыштар тураһында; 12) монгол-татарҙарҙың Болғар илен баҫып алыуы; 13) монгол-татарҙарҙар яуынан һуңғы урыҫтар һәм болғарҙар араһындағы һуғыштар тураһында; 14) Болғар иле хандары[9].

  • Дмитриева Л. В., Мугинов А. М., Муратов С. Н. Описание тюркских рукописей Института народов Азии. Том I. История / под ред. А. Н. Кононова. — Москва: Наука, 1965. — 262 с.