Хвольсон Даниил Авраамович
Хвольсон Даниил Авраамович | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 21 ноябрь (3 декабрь) 1819[3][4] |
Тыуған урыны | Вильнюс, Рәсәй империяһы[3] |
Вафат булған көнө | 23 март 1911[3][5][6][…] (91 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[3] |
Ерләнгән урыны | Смоленск православие зыяраты[d] |
Балалары | Хвольсон, Орест Данилович[d] һәм Владимир Данилович Хвольсон[d] |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, востоковед |
Эшмәкәрлек төрө | Шәрҡиәт, семитология[d], гебраистика[d] һәм тарих |
Эш урыны | Императорский Санкт-Петербургский университет[d] |
Уҡыу йорто | Вроцлавский университет[d] |
Аспиранттар | Павел Константинович Коковцов[d] |
Уҡыусылар | Казас, Илья Ильич[d] |
Әүҙемлек урыны | Санкт-Петербург[1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Даниил Авраамович Хвольсон (тыуғанда — Иосиф[7]; 21 ноябрь (3 декабрь) 1819 йыл — 23 март (5 апрель) 1911 йыл) — Рәсәй шәрҡиәтсеһе (семитолог, гебраист), тарихсы, тел белгесе, Император Фәндәр академияһының көнсығыш телдәре разряды буйынса мөхбир ағзаһы (1858 йылдың 5 декабрендә һайлана).
Көнсығыш һәм Көнсығыш Европа халыҡтары тарихына, христианлыҡ тарихына, яҙма тарихы буйынса (ғәрәп, иврит), боронғо йәһүд теле, ассириология буйынса хеҙмәттәре бар. Библияны урыҫ теленә фәнни тәржемәһе мөхәррирҙәренең береһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Даниил Авраамович Хвольсон 1819 йылда Вильнала ярлы йәһүд ғаиләһендә тыуа. Йәһүд дини белем ала[7]. 18 йәшкә тиклем боронғо йәһүд һәм идиштан башҡа бер генә тел дә белмәй[8]. Һуңынан немец, француз һәм рус телен үҙ аллы өйрәнә[9].
Белемен артабан дауам итеү маҡсатында йәйәүләп Ригаға юллана, һуңынан, 1841 йылда, унан Бреславлға, ориенталист Авраам Гейгерға бара. Уның ҡурсалауы аҫтына дүрт йыл Бреславльуниверситетына инергә әҙерләнә, һәм ошо уҡыу йортон тамамлай[7]. Беренсе баҫма хеҙмәте — «Materialien zu Biographien jüdischer Gelehrten, die unter den Arabern gelebt» — 1846 йылда Ю. Фюрстың «Der Orient» журналында баҫыла. 1850 йылда Лейпциг университетындла философия докторы дәрәжәһен ала. Рәсәйгә ҡайта. Уның тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе булып, Генрих Флейшер рецензияһы менән Санкт-Петербургта Император Фәндәр академияһы иҫәбенә 1856 йылда докторлыҡ диссертацияһы хеҙмәте киңәйтелеп һәм байытылып баҫтырыла. 1851 йылда Халыҡ мәғариф министрлығында йәһүд телендә уҡытыу етәкселеген тикшереү комитеты ағзаһы булып эшләй башлай[10]. Православие ҡабул итә. 1855 йылда Санкт-Петербург университетының йәһүд, сүриә һәм халдей теле кафедраһына экстраординар профессор итеп тәғәйенләнә. 1866 йылда экстраординар профессор итеп раҫлана, 1870 йылда — ғәҙәти, 1880 йылда — атҡаҙанған ғәҙәти профессор. Һуңғы йылдарҙа (1886 йылдан) — шул уҡ кафедрала штаттан тыш профессор була[11].
1858—1884 йылдарҙа — Санкт-Петербург дини академияһының йәһүд теле һәм Библия археологияһы кафедраһының экстраординар профессоры. 1858—1883 йылдарҙа Санкт-Петербург рим-католик академияһында йәһүд телен уҡыта[7]. 1884 йылда Санкт-Петербург дини академияһының почетлы ағзаһы итеп һайлана, 1890 йылдан — Мадридта Real Academia de la Historia хәбәрсеһе[10], 1896 йылда — Император Рус археология йәмғиәтенең почетлы ағзаһы[12], 1908 йылда — Император Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы[13].
Хвольсон хеҙмәтендә башҡорттар темаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорттар фин‑уғырҙарҙан килеп сыҡҡан тигән теория яҡлы булған. Ибн Рустаның хеҙмәтен урыҫ теленә тәржемә итеп сығарған. Бәлхи, Ибн Фаҙлан, Иҙриси, Мәсүди, Яҡут кеүек ғәрәп сәйәхәтселәренең мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп, башҡорт һәм «мадьяр» этнонимдарының «баджгард» этнонимынан килеп сығыуын иҫбатлаған[14].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118049240 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 ХВОЛЬСОН // Большая российская энциклопедия (урыҫ) — М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
- ↑ Родовод (билдәһеҙ) — 2005.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ https://wikidata-externalid-url.toolforge.org/?p=7699&url_prefix=https://viaf.org/processed/LIH%7C&id=LNB:geL;=Bo
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Коковцов П. К. Даниил Абрамович Хвольсон : некролог // Отчет о состоянии и деятельности Императорского С.-Петербургского университета за 1911 год / ред. Н. А. Булгаков. — СПб., 1912. — С. 7—13.
- ↑ Известия о деятельности русских учёных обществ и учреждений // Журнал Министерства народного просвещения. — СПб., 1869. — С. 357.
- ↑ Смесь : 90-летний юбилей проф. Д. А. Хвольсона // Исторический вестник : историко-литературный журнал. — СПб., 1910. — Т. CXIX. — С. 377—378.
- ↑ 10,0 10,1 Биографический словарь профессоров и преподавателей императорского Санкт-Петербургского университета за истёкшую третью четверть века его существования. 1869-1894. — СПб., 1898. — Т. II. — С. 307.
- ↑ Личный состав Императорского С.-Петербургского университета к 1-му января 1910 года // Отчёт о состоянии и деятельности Императорского С.-Петербургского университета за 1909 год / ред. А. И. Введенский. — СПб., 1910. — С. 36.
- ↑ История Императорского русского археологического общества за первое пятидесятилетие его существования. 1846—1896 / сост. Н. И. Веселовский. — СПб., 1900. — С. 432.
- ↑ Смесь // Исторический вестник : историко-литературный журнал. — СПб., 1909. — Т. CXV. — С. 840.
- ↑ ХВОЛЬСОН Даниил Абрамович 2020 йыл 31 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хвольсон Даниил Авраамович «Rodovid» ағасында. Ата-бабалар һәм ейәндәр шәжәрәһе
- Хвольсон Даниил — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- Семён Резник. Д. А. Хвольсон 2014 йыл 18 апрель архивланған.
- CHWOLSON, DANIEL ABRAMOVICH The unedited full-text of the 1906 Jewish Encyclopedia
- Табак Ю. ОСТАВАЯСЬ СО СВОИМ НАРОДОМ… Лехаим. Дата обращения: 25 ғинуар 2013.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Fück J. Die arabischen Studien in Europe. — Lpz., 1955. — S. 195.
- Хвольсон Даниил Авраамович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 3 декабрҙә тыуғандар
- 1819 йылда тыуғандар
- Вильнюста тыуғандар
- 23 мартта вафат булғандар
- 1911 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- III дәрәжә Изге Станислав ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Изге Владимир ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Изге Станислав ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса тарихсылар
- Российской империи тарихсылары
- Санкт-Петербург ФА мөхбир ағзалары
- Семитологтар
- 5 апрелдә вафат булғандар